+19 °С
Облачно


Йылы, ҡояшлы йәйҙе көтәбеҙ. Тик һуңғы йылдарҙа был миҙгел үҙенең “сюрприз”дары менән килә башланы. Ҡойма, йәшенле ямғырҙары, боҙ-борсағы, көслө ел-дауылы менән ҡотто алһа, хәҙер ҡойон-торнадо урындағы халыҡҡа зыян килтергән осраҡтар ҙа бар. Учалы районының Өргөн ауылы янында урынлашҡан Өргөн күленән кисә “аждаһа” күтәрелеп сыҡҡан һәм ҡыйыҡтар емерелгән, ут, газ һүнгән.
Алдарҙағы көндәрҙә лә көслө ямғырҙар, ел булыуы көтөлә, тип фаразлай синоптиктар. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Ялдарҙа өйҙә генә ял итеү хәйерлерәктер.
Фото интернеттан алынды.