Шоңҡар
+20 °С
Ясно
Йәмғиәт
11 Июля , 14:08

Туғыҙ кеше...

Үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла аямаусы бәндәләр.

Туғыҙ кеше...Туғыҙ кеше...
Туғыҙ кеше...

Эскән килеш руль артына ултырыу – батырлыҡ билдәһе түгел. Әлбиттә, күптәр иҫереп елдереп йөрөүҙәрен ауыҙ тултырып маҡтанып һөйләргә ярата. Үҙҙәрен утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ итеп күрһәтә. Әммә ошондай әҙәмдәр арҡаһында кемдеңдер ғәзиз балаһы, атаһы, әсәһе, яҡын кешеһе үлә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үткән тәүлектә Өфө ҡалаһында эскән килеш руль артына ултырған туғыҙ кешене туҡтатҡан. Йәмғеһе 279 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған. Йәйәүлеләр өсөн дә ун ике кешегә ҡарата административ эш асылған.

Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.

Фото интернеттан алынды.

Туғыҙ кеше...
Туғыҙ кеше...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас