

Бөгөн Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы ҡыҙы, утыҙ йылға яҡын илебеҙҙең төп юғары уҡыу йорттарының береһе булған Өфө фән һәм технологиялар университетының (элекке Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында эшләүсе филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнилә Рәжәп ҡыҙы Әбелғужина-Салауатова алтын юбилейын билдәләй. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
"Фәнилә Рәжәп ҡыҙын беҙ ихлас, асыҡ күңелле коллега булараҡ ныҡ хөрмәт итәбеҙ. Студенттарҙың да яҡын дуҫы ул. Йыл һайын республиканың төрлө райондары буйлап фольклор практикаһына сығыу эшен беҙ тап уға ышанып тапшырабыҙ: кешеләр менән йәһәт кенә уртаҡ тел таба белә, ойоштороу эштәрен тиҙ арала яйға һала. Тормоштоң ҡояшлы яғында йәшәгән, яҡшылыҡты күрергә ынтылған кеше ул Ғафури еренең уңған ҡыҙы", - тиҙәр хеҙмәттәштәре уның хаҡында.