+17 °С
Облачно


Өфө дәүләт нефть институтына килгән абитуриенттар исемлегенә игеҙәктәр Данил менән Юнир Дәминдәровтарҙы 5000-се һәм 5001-се итеп теркәгәндәр, тип яҙа “Молодежная газета” МАКС каналында.
Егеттәр Әбйәлил районы Асҡар ауылының 1-се мәктәбен тамамлаған. БДИ-ла Данил – 276, Юнир 275 балл йыйған. Икеһе лә физиканан 100-әр балл алған.
Икеһенең дә ҡулында – отличиелы аттестат, алтын миҙал.
Икеһе лә бөтә стилле каратэ буйынса спорт мастерлығына киндидат, уларҙы аталары күнектерә.
Икеһе лә ӨДНТУ-ның “Нефть һәм газ техникаһы һәм технологиялары” йүнәлешен һайлаған.
Фото: Дәминдәровтарҙың шәхси архивынан / Молодежная газета / МАКС.