

Яңы йыл төнө бөгөн. Бер үҙе ҡалды палатала Әлибай. Хәле арыуыраҡ булғандар Яңы йыл ҡаршыларға тип һорап ҡайтып киттеләр. Бер-ике шәфҡәт туташы ла Әлибай кеүек нығыраҡ ауырығандар ҡалды больницала. Хатта дежур врач та:
– Кәрәкһәм, саҡыртырһығыҙ, – тип сығып һыпыртты.
Аяҙ, яҡты төн. Ҙур тәҙрәнән тулған ай нурҙары көлтә-көлтә булып һибелә палатаға. Хатта яурынына көйәнтәһен аҫҡан Зөһрә ҡыҙ ҙа ап-асыҡ булып күренә. Туҡта әле, нимә ти торғайны әсәһе? Ә эйе.
– Ҡайһы берәүҙәр серҙәрен ағын һыуға һөйләй, ә мин тулған айға һөйләйем. Зөһрә ҡыҙ менән уртаҡлашам серҙәремде, – тиер ине.
– Мине лә тыңласы, һөйләйем әле серҙәремде, тулған ай, бер кем дә булмағанда. Йөрәгем дә тынысланды кеүек.
...Берәй нәмәгә юлыҡмай йөрөһә, Әлибай Әлибай буламы. Илле һигеҙенсе йылдың йәйе ине. Яланда объездчик, халыҡ теле менән әйткәндә әвйәщик, булып эшләгән сағы. Арышҡа төшкән малдарҙы ҡыуып сығарып килә ине, ҡолағына йыр сағылды. Моңло итеп бер ҡыҙ йырлай. Күспелән тауы яғынан килә тауыш. Әһә, ана үҙе лә күренде, ҡулындағы сумкаһының ауырлығын да тоймай, ялан яңғыратып йырлай:
– Яландарҙа туғай, туғайында турғай.
Елдәргә лә ҡаршы баралмай.
Мин ултырам тыңлап,
Шул шишмәләй сыңлап.
Ағып китәр микән һағышым.
– Миңә һөйлә һағышыңды, һылыу, – тип ҡысҡырҙы ҡапыл Әлибай үҙе лә һиҙмәҫтән.
– Уй Аллам, нимә шул хәтлем ҡысҡыраң, ҡотомдо алдың. Һылыуҙан һалдырып тороп, Рәүиләң ишетеп ҡалһа, бирер һиңә һылыуҙы.
– Бәй, һин уны ҡайҙан... – тип һүҙен әйтеп тә бөтмәне.
– Ыста, мына ҡыҙыҡ, өс өй аша йәшәгән ауылдашыңды танымайыңмы? – тине лә ҡыҙ китеп тә барҙы.
Ауыҙын асып торҙо ла ҡалды Әлибай. Ҡара һин уны, ҡайһы арала үҫеп еткән, өлгөргән тиген Кәримә әбейҙең яңғыҙ ҡыҙы Ғәзизә. Ишеткәйне бит әле, күҙ дауаларға уҡып ҡайтҡан, тип. Әле, күрәһең, участка балнисынан дарыуҙар апҡайтып килеше. Толомдары һуң, толомдары ниндәй! Икегә бүлеп үреп төшөргән, бөгәренә етеп тора, сөм ҡара бит әле үҙҙәре, йыуан да, етмәһә. Ауыр түгелме икән унынса толомдарҙы алып йөрөргә? Нисек башы аңҡайып китмәй икән? Үҙ уйҙарынан үҙе көлөп ебәрҙе хатта. Ул арала малдар ҡабаттан арышҡа инеп тулған. Мына инде, ҡыҙ күрмәгәндәй ҡыланамсы, тип үҙен әрләй-әрләй ҡыуып сығарып фермаға алып барып бикләне.
Ә иртәгеһенә күҙенә сүп төштө. Рәүиләнән ялатып та, йыуып та ҡараны, юҡ, бөтмәй, өйкәп тик тора. Өйкәй торғас, күҙе китте ҡыҙарып.
– Нишләп духтырға бармайһың, атай, күҙең үгеҙ күҙе һымаҡ ҡып-ҡыҙыл, – тине өлкән улы Әсләм.
Ысынлап та, балалай ҙа аҡыл юҡ тип уйлап, китте Ғәзизәгә.
– Күҙгә сүп төштө, ҡарындаш. Ҡарап ҡына ебәрсәле, – тине ишектән инеү менән, һаулыҡ һорашырға ла онотоп.
– Һаумыһығыҙ, ағай, үтегеҙ, – тине Ғәзизә көлөмһөрәп.
– Яман өйкәй, үлтерә, ҡарай ҙа алмайым, һаулыҡ һорашыу ҡайғыһы китте.
Ултырғысҡа ултыртып, күҙ бәбәген әйләндереп, сәнселеп торған сүпте эҫкәк менән тартып сығарҙы ла дарыу тамыҙҙы.
– Алдым сүбегеҙҙе, ҡайтһағыҙ ҙа була, – тине доктор ҡыҙ. Күҙен бер асып, бер ябып ҡараны Әлибай. Сәнсмәй. Ҡыуанысынан ырғып тороп Ғәзизәне ҡосаҡлап алырға ынтылғайны ғына аяҡтарын һоноп урындыҡта йөн иләп ултырған инәйҙе күреп, тыйылып ҡалды.
– Аңғармай ҙа торам, һаумыһығыҙ инәй.
– Аллаға шөкөр, улым, һаубыҙ әле, кем тип әйтәйем, исемең нисек?
– Әлибай исемем, Үрге Урман ауылынан Зөлхыяның улы, тик әсәйем күптән юҡ инде.
– Рәүилә апайҙың ире ул әсәй, – тип һүҙгә ҡушылды Ғәзизә. – Аяҡтан яҙҙы әсәйем, – тине шыбырлап.
– Һау булығыҙ, инәй. Ишетмәгәйнем әсәйеңдең аяҡтан яҙғанын, – тине ул да бышылдап.
– Һау йөрө, улым, арыу кешеләр ине ата-әсәйең.
– Һин, ҡарындаш, утын, бесән алып килергә кәрәкһә әйт, ҡулдан килгәнсә ярҙам итермен, –тине сығыр саҡта.
– Ярай, әвйәщик ағай, һау йөрө, беҙҙең малдарҙы ябып ҡуйма инде, баҫыуға төшһәләр, –тип шаян йылмайҙы Ғәзизә.
– Юҡ, юҡ, ҡайҙа ул бикләү, һау бул, һылыу.
– Нимә, Кәримә әбейҙең үтмәҫ ҡыҙы муйыныңа аҫылындымы әллә, һили заман йөрөйһөң? – тигән тауышҡа терт итеп ҡалды. Өйөнә ҡайтып еткәнен дә һиҙмәгән, имеш.
– Ҡапҡа тышына сығып яр һалмаһаң булмаймы, кеше ишетер тип уйлау юҡ. Ул нишләп үтмәгән ҡыҙ булһын, кешегә исем тағырға тиһәң һине ҡуш.
– Утыҙға еткәнсе иргә сыҡмай ултырғас, үтмәҫ була инде. Май ҡояшы һымаҡ ялтырап ҡайтып киләһең. Алһаң, барам, тинеме әллә? – тип екерҙе Рәүилә.
– Ә нимә, алһам, алып та ҡуйырмын, мин кемдән кәм. Бөтә кеше ике-өс бисә алып ятҡанда, ана, Ғәйнетдин еҙнәм өсөнсөһөн күҙләй, тине әле апайым.
– Уй хәстрүш, барҙы ти һиңә Ғәзизә, аяғының осона ла һалмаҫ. Бер симыяңды аҫыра тәүҙә, әҙәм рәүеште итеп. Ир йораты, хәсрәт. Ирештә Рәүиләнең алдына сыға алмаҫын белә Әлибай, бер башлаһа, әллә нимәләр әйтеп бөтә, ауылда уға ҡушмаған бер бисә ҡалмай. Иренең бөтә туғандарын энәһенән ебенә тикле тикшереп сыға. Ирешмәгән кешеһе ҡалманы ауылда. Яман бисәнән дейеү пәрейе лә ҡасҡан, ти торғайны әсәһе. Ишекте шарт ябып, астан-ас эшенә сығып китеүҙән башҡа сара тапманы.
Үҙе лә һиҙмәҫтән ойотҡо һалды Рәүилә Әлибайҙың күңеленә. Ысынлап та, ул да өйләнә ала ла баһа икенсегә. Ирҙәр аҙ, ҡатын-ҡыҙ быуа быуырлыҡ, бала табып донъя көткөләре килә. Һоратһалар, икенсе, хатта өсөнсө ҡатынлыҡҡа ла баралар бахырҡайҙар. Ә Ғәзизә йөрәгенә ятты, күңеленә инеп ултырҙы. Ятһа ла, торһа ла уйында, төштәренә инә хатта. Оҙон толомдарын һыйпап, нәфис муйынынан бер үбергә ине тип хыялланды. Түҙеп йөрөнө йөрөнө лә, юҡ сәбәп табып, өйҙәренә инеп сыҡты. Ҡыҙ өйҙә юҡ ине. Әсәһе менән һөйләшеп ултырҙы. Иртәгә иртә менән дарыуҙар алырға бара икәнен белде. Ошо форсаттан файҙаланмаһам, алйот булырмын тип, иртәнсәктән атын арбаға егеп сыҡты. Уңыш йылмайҙы Әлибайға. Ауыл осон сығыу менән шәп-шәп атлап китеп барған Ғәзизәне күрҙе. Ашыҡмай ғына ҡыуып етеп ултыртып алды. Йомош менән китеп барам, бер нисә сәғәттән кире әйләнәм, теләһәң, ултыртып алып ҡайтырмын тигәненә бер һүҙһеҙ ышанды хәйләһеҙ ҡыҙ. Ҡыуанып риза булды. Юл буйы рәхәтләнеп тел сарланы, юҡ-бар һөйләп көлдөрҙө. Таҡмаҡ сығарырға, уны көйгә һалып йырларға ла әүәҫ Әлибай.
– Тағы бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле, ҡарындаш, – тигән булды килә биргәс.
– Әйҙә һөйлә, ҡыҙыҡтарың ташып барғас, – тине Ғәзизә көлөп.
– Кисә бригадир Хажғәле менән Ғәле яланына бесәнселәргә һәнәктәр, он, ярма алып барҙыҡ. Персидәтел миңә ҡушҡайны апарырға. Эскәнйәр ҙә йомошом бар тигәс, ултыртып алдым тегене. Апарған нәмәне тапшырҙыҡ. Шунан был икәү осрашыуҙарын йыуырға булып киттеләр. Хажғәле араҡы ҡыҫтырып барған икән. Тик закускаға икмәктән башҡа нәмә юҡ. Эскәнйәр әйтә хәҙер ҡыҙҙарҙың сумкаһын ҡарайым, ҡаймаҡтары була торған, – тип бер ҡыуыштан банка тотоп сыҡты. Ағас күләгәһенә ултырып, ихласлап ҡына осрашыуҙы йыуып ултырабыҙ. Сыр-сыу итеп ҡалды ҡыҙҙар бер заман, әбидкә туҡтағандар. Ҡаймаҡ Раузаныҡы булған икән. Әрҙәй килеп тороп. “Тамағығыҙға арҡыры торһа ярар ине”, – ти. Шунан Пәрүәз: “Юҡ, юҡ, ҡыҙҙар, ул яза бик ҡаты булыр, түшәгенә саптыра сысһа яҡшы булыр”, – ти. Ярай инде, ҡыҙҙар, нормағыҙҙы артығыраҡ итеп яҙырмын, тип саҡ юхаланы ҡыҙҙарҙы Эскәнйәр. Мәрәкәләшеп көлөшә-көлөшә ултыра торғас, башта йыр тыуҙы бит әй. Тоттом да йырҙаным да ебәрҙем.
– Йә, нимә тип йырланың инде? – тине баянан бирле тыйыла алмай көлгән Ғәзизә.
– Ныҡ ҡысҡырып көлмәһәң, йырҙайым хәҙер, ат апҡаса инде тип ҡурҡып киләм былай ҙа.
– Йырла, көлмәй генә тыңлармын, – тип ауыҙын баҫҡан булды ҡыҙ кеше.
– Ыфтаройҙың нәчәлниге Хажмый түрә.
Тәкә һуҡҡан Эскәнйәрҙе барып күрә.
Бындай һәйбәт осрашыуҙар була һирәк.
Берәй нәмә алып быны йыуыр кәрәк.
Ыраузаның сумкаһында ҡаймаҡ була.
Ҡаймаҡ менән эсеп була яйлап ҡына.
Бер саҡ ҡыҙҙар беҙҙе килеп әрләп тора:
“Тамағына арҡыры торһа ярар ине”.
“Юҡ-юҡ, ҡыҙҙар, ул яза бик ҡаты булыр”.
Түшәгенә саптыра сысһа, яҡшы булыр.
Йырлап бөтөүе булды, ауыҙын баҫып саҡ тыйылып килгән Ғәзизә ҡысҡырып көлөп тә ебәрҙе. Үрәпсегән атты көскә тыйып алды Әлибай, ул ғына ла түгел, һыны ҡатып, бөгөлөп- һығылып көлгән ҡыҙҙың үҙен саҡ тотоп ҡалды. Юғиһә, арбанан ҡолап төшә ине.
– Үәт, әкәмәт, ҡысҡырып көлмәйем, тинең бит, ат алып ҡаса яҙҙы ана. Әсәйеңә нимә тип әйтер инем, йә ҡолап ҡалып берәй ереңде һындырһаң.
– Ярай инде, ҡоламаным бит.
Ғәзизәне дауаханала төшөрөп ҡалдырҙы ла үҙе тура Үргенгә сыҡты. Ырҙын табағын ҡабул итеп алырһың, тигәйне председатель. Тулҡынланып барҙы унда Әлибай. Элекке хәлдәрҙе иҫләп, күҙенә йәштәр тығылды. Әле ырҙын табағында ашлыҡ күп булмаһа ла, ҡабул итеү бер нисә көнгә һуҙылды.
Унан һуң ырҙын табағын көҙгө уңышты ҡабул итеүгә әҙерлек башланды. Өйөнә лә кискә ҡайтып инә лә иртә таңдан сығып китә. Көн-төн тигәндәй эштә йөрөп Ғәзизәне лә онотҡайны инде. Рәүиләһе иҫенә төшөрҙө. Иртәнге сәйен ҡабалан ғына эсеп, атын егергә тотонғайны:
– Ҡара әле, әйтергә онотҡанмын, Ғәзизәне кисә һоратып килгәндәр.
– Кем? – тип кенә һораны ҡапыл тамағы ҡарлығып Әлибай.
– Үргендән Йомабай, әсәһе менән килгән.
– Шунан?
– Нимә шунан, ултырған да шыуған, артына шырау ингән, – тине Рәүилә иренең төпсөнгәненә асыуы килеп, үҙенең һөйләргә теле ҡысып торһа ла. Атын егеп бөтөп китергә йыйынған иренә ҡарап тағы: – Шунан ни, кире бороп сығарған, әсәйемде таштамайым, тип.
Был хәбәрҙән эсе йылынып киткән Әлибай, ҡыуанысын бисәһенә белдермәҫкә тырышып, йәһәтләп атын ҡыуып сығып китте.
Төшкө ашын көндәгесә ашханала ашамай, апайына барҙы. Ҡыуанып ҡаршы алды Зөлҡағиҙә ҡустыһын.
– Арыу килдең әле, ашым да бешеп сыҡты, был арала гел яңғыҙым, баллар ҙа ҡайтманы. Яңғыҙ тамаҡҡа аш бармай бит ул, – тип һөйләнеп, йәһәтләп йөрөп ашын ултыртты.
– Кәңәш һорап ингәйнем, апай.
– Тәүҙә һәйвәт итеп ашап ал әле, эш тип сабып йөрөп ябығып, йонсоп киткәнһең. Аша ла шунан бирермен кәңәштең елдеһен, – тип кеткелдәп көлдө апайы.
– Әлдә һин барһың, апай, – тип апайының арҡаһынан ҡаҡты Әлибай. – Эш күп шул, яңы уңышҡа ырҙын табағын әҙерләп өлгөртөргә кәрәк. Яҡшылап өйҙә лә торған юҡ, иртән китәм, кис ҡайтам тигәндәй.
– Уңыш тигәс, иҫкә төштө әле, һин былтыр уңыш байрамында булманың бит әле.
– Булманым шул, яратмайым мин ул байрамға барырға.
– Шулайҙыр инде, ҡустым, бөтә бәләң шул байрамдан башланды бит инде. Ярай онот та ҡуй һин уны, киләсәк менән йәшәр кәрәк. Күптән былтырғы ҡыҙыҡты һөйләрмен тип уйлайым да, яйы сыҡманы. Йә, йә етешеп ултыр булғанына, мин һөйҙәйем.
– Тыңлайым, апай, һөйлә әле, – тип апайына йылмайып ҡараны Әлибай. Бирешмәй апайым, төҫ ташламай, һоҡланып ҡуйҙы үҙе эстән генә.
– Әллә ни мәшәҡәтем сығып, һуңлап барҙым кылубҡа, шунда үтә бит хәҙер байрамдар. Барып инһәм, кеше урын алып ултырып бөткән. Унда-һанда ғына күренә урындар. Ҡайһы ергә барайым икән тип торам, ишек төбөндә үҙемде әрҙәп, һуңдамаҫ кәрәк ине, тип. Ул ике арала Хәмдениса күршем килеп инде артымдан. Сос нәмә күп уйҙап торманы минең һымаҡ, “Әйҙә, апай, анауында барып ултырайыҡ”, – тип эйәртеп әпкитте. Барып ултырып ҡаршыма ҡарап ебәрһәм, еҙнәң ултыра Йәнбикәһе менән.
– Шунан, шунан, апай, кире тороп киттеңме? – тип көлөп ебәрҙе Әлибай.
– Китте ти баяғы, махы биреп тораммы шуларға. Һауҙыҡ һораштым да ултырҙым һыйҙанып, Хәмдениса менән һөйҙәшеп. Йәнбикә китте буҙарып, семтейҙер инде еҙнәңде аҫтан, ырғып-ырғып китә тегенеһе, – тип кеткелдәп көлөп алды Зөлҡағиҙә. – Һыуытмай эс инде сәйеңде, көлөп ултырып ас ҡалырһың, әйтерһең аҙаҡ, апайым һүҙ менән һыйҙаны, тип.
– Эсәм, апай, эсәм, һөйлә инде.
– Күңелде генә барҙы былай мәжлес. Йырҙаштыҡ, бейештек. Ҡыҙып алғас, туҫтаҡ йөрөтөп ҡара-ҡаршы йырҙашыу башланды. Ике яҡтан ебәрҙеләр туҫтаҡты. Кемгә алдан килеп етә – шул тороп йырҙай. Тауышы буғаны ихластап тороп йырҙай, ҡайһылары таҡмаҡ әйтеп тоттора. Ғәйнетдиндән алда килеп етһә ярар ине үҙемә, ауыҙын йырып йырҙар инем тип телем ҡысып көтөм ултырам. Саҡ ҡына тегенән алда килеп етте бит әй. Туҫтаҡты тотоп тороп баҫтым, бөтөнөһө шым булды шунда, беләләр бит инде. Тамаҡ ҡырып тороп алдым да йырҙап һондом еҙнәңә туҫтаҡты. Ике ҡуллап тотто ла тик тора күҙемә ҡарап иҫе китеп. Йәнбикәһе итәгенән тартып ултыртты.
– Йырлап күрһәт инде, апай, тауыш зыңғырҙап тора бит инде һинең.
– Күптән күңелемдә йөрөй ине инде ул йыр, йырҙап ишеттерер кәрәк ине тип йөрөй инем, форсаты сыҡты тәки. Хәҙер, – тип сәйен бер уртланы ла йырлап ебәрҙе Зөлҡағиҙә.
Урамдарҙан уҙған һин инең.
Ҡарап та ғына ҡалған мин инем.
Аҡ ҡорбандар салып, нәҙер әйтеп.
Көтөп алған йәрем һин инең.
Күҙҙәре йәшләнгән апайына ҡарап Әлибайҙың да күңеле тулды. Эй апайымды, һаман булһа ярата икән Ғәйнетдинен.
– Йөрәккә үтерлек итеп йырланың, апай. Шунан берәй нәмә әйттеме еҙнәм?
– Иланы, ике ҡулы менән битен баҫып ултырып иланы. Йәнбикәһе төрткөләп бауылдай башлағайны, ипләп кенә сығып ҡайттым да киттем. Йә һин, кәңәш һорай килдем, ти инең?
– Мин дә шул, еҙнәм һымаҡ икенсе ҡатын алайым микән тип уйҙайым да, шуға кәңәш итәйем тигәйнем, – тине уңайһыҙланып ҡына Әлибай.
– Ыстағафирулла тәүбә, бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ, аптырап бараң мәллә? Кемгә күҙең төштө инде?
– Ғәзизәгә, Кәримә әбейҙең ҡыҙы.
– Һы, ыста, өтөп ашай инде Рәүиләң аны, йыуаш ҡына бит ул ҡыҙ. Ризамы һуң үҙе?
– Әйтмәнем әле мин уға, үҙем генә уйҙап йөрөйөм.
– Уй, диуана, ништәп барһын ул дүрт балалы иргә, ҡуй, юҡ менән булма, бик алам тиһәң, үҙеңә тиң бисәләр бөтмәгән.
– Егеттәрҙе кире бороп ултыра ла ул, апай. Әсәйемде ташлап китмәйем, берәйһенән хәләлдәтеп бала табып алырмын әле үҙем өсөн, тип әйтә ти.
– Эй Аллам, барыһына шул ҡәһәрле һуғыш ғәйепле. Ҡыҙҙар – ирһеҙ, балалар атайһыҙ ҡалды, – тип көйәләнеп китте Зөлҡағиҙә.
– Ҡара әле, улай булғас, мин барып ым-йымдарын беләйем тәүҙә. Кәримә апайҙан билемде һылатып ҡайтайым тип йөрөй инем. Шәп имсе булды бит ул заманында.
– Ысынлап та, апай, шулай итәйек. Берәй бушағанда инеп сығырмын тағы. Эшкә бара һалайым, оҙаҡлап киттем.
Мәшәҡәттәре күбәйеп китеп, аҙна-ун көн тирәһе үткәс кенә бушап килеп сыҡты апайына Әлибай.
– Йә, апай, нимәләр ишетеп ҡайттың? – тине һаулыҡ һорашып үтеп ултырғас та.
– Сәй эс тәүҙә, шунан һөйҙәрмен.
– Сәйләп ултырырға ваҡыт юғыраҡ, ашханала ашаным бөгөн.
– Ярар атыу, тыңда ҡабаланғасың. Ғәзизә өйҙә юҡ ине, Кәримә апайҙан билемде һылатып, яйҙап һөйҙәшеп ултырып ҡайттым. Үҙҙәренең бер туған ҡоҙалары Хәлит, еңгәһенең ҡустыһы, ҡырҙап йөрөй икән Ғәзизәне. Йортҡа инәм, тип әйтә ти. Еңгәһе лә тимдәй икән, ире һуғыштан ҡайталманы бит инде. Нисәмә йыл килен булып торғас, үҙ итәлер инде быларҙы.
– Шунан, апай, – тине тамағы ҡарлығып киткән Әлибай. Тороп һыу эскәс, риза булған микән Ғәзизә?
– Риза түгел, ти, шул, маң да юламай икән. Яратмайым тип әйтә, ти. “Бәләкәйҙән, ҡоҙаса, ҙурайһаң, кәләш итәм мин һине, тип биҙҙереп бөттө ҡоҙа”, – ти Кәримә апай. Әллә, яратыу уйҙап тора торған саҡмы. Әҙер йортҡа инәм тип торған кеше барҙа индереп кенә ҡуймай. Аптыраным әле мин ул ҡыҙға.
Әһә, тип эстән генә ҡыуанып китте Әлибай.
– Ярай, апай, рәхмәт яңылығыңа, ҡайтайым әле мин.
– Аһ-аһ, ҡалай тиҙ, ярай һау бул, юл төшкәндә инеп йөрө, – тип ҡалды Зөлҡағиҙә.
Бәхет йылмайҙы Әлибайға, ауылды сығып күп тә барманы, ашығып ҡайтып барған Ғәзизәне ҡыуып етте.
– Ҡалай шәп атлайһың, һылыу, саҡ ҡыуып еттем, әйҙә ултыр, аттан алда ҡайтып етә алмаҫһың барыбер, – тип мәрәкәләп өндәште.
– Рәхмәт инде, ағай, Баймаҡтан ҡайтып киләм, әсәйем көтөп арығандыр.
– Яусылар тынғы бирмәй икән үҙеңә, килгән береһен кире бораһың икән, тип ишеттем әле мин. Бөтөнләй сыҡмаҫҡа уйлайһыңмы ни? – тине Әлибай бара биргәс.
– Эй, ул яусыларҙың береһе пеләш, береһе тәпәш, береһе йәп-йәш тигәндәй, – көлөп ебәрҙе лә Ғәзизә, – булыр әле насибы, – тип ҡуйҙы.
Үҙе лә һиҙмәй ҡалды Әлибай
– Әйҙә насибың мин булайым, һылыу, – тип ысҡындырҙы. Аптырап киткән ҡыҙға ҡарап тағы ла өҫтәне: – Оҡшайһың һин миңә, ысын, бына тәү күргәндән үк оҡшаттым. Шунан бирле ашым – аш, йоҡом йоҡо түгел.
Бер нимә тип тә өндәшмәне Ғәзизә. Ауылға етер-етмәҫтән арбанан һикереп төштө лә кәртә арттарынан өйөнә ҡарап йүгерҙе.
Эй ошо тик тормаған телем, нишләп улай ҡапыл әйтергә инде. Үҙен бер яҡтан әрләһә, икенсе яғын уйлап ҡыуанды тағын, төшөп ҡасһа ла юҡ тимәне бит.
Ошо көндән һуң йыш ҡына осрап торорға тырышты ҡыҙға. Бер-ике тапҡыр, башым ауырта, дарыу бир әле, тип инеп сыҡты. Баҙнат итеп тауыҡ еме индерҙе. Ғәзизә үсекмәгән икән һис тә, элеккесә алсаҡ, матур һөйләште.
Бәләкәй генә ауылда һәр кем күҙ алдында тигәндәй. Әлибайҙың Ғәзизәгә йышлауын да күрмәй ҡалманылар. Яусыларҙы кире бороп ултыра ине эреләнеп. Хәҙер килеп кеше иренә сығырға булған икән, тип һөйләп сығарҙылар Ғәзизәне. Магазинда кешенән ишетеп: “Бик барыр ине лә, Әлибай алһа, алмаҫ түлкә”, – тип һалдырған Рәүиләһе. Был хәбәрҙәр Ғәзизәгә лә килеп еткән билгеле. Тетмәһен тетте генә Әлибайҙың. Былай уҡ уҫал була ала икән тип уйламағайны доктор ҡыҙҙы.
Ен асыуы сығып ҡайтып инде Әлибай өйөнә. Иренең улай ныҡ ҡыҙғанын күргәне юҡ ине Рәүиләнең. Ҡурҡып китте. Мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы Әлибай.
– Минең, бәлки, алырға ла уйым булмағандыр, ҡыҙҙың исемен сығарҙығыҙ. Алам бына хәҙер шуның өсөн. Әгәр ҙә уға риза булмайһың икән, Үрге ауылдан Факиһаны алам, иртәгә үк балалары менән ҡуша тейәп алып килеп ултыртам. Йә булмаһа, Ғәзизәне алып ҡырға сығып китәм, ишеттеңме? – тип аҡырҙы. Шыр ебәрҙе Рәүилә. Илап ебәрҙе.
– Ярай, ал инде шул Ғәзизәңде. Һин ныҡыштың алдына сығып буламы. Кемде булһа ла алмайынса ҡуймаҫһың барыбер.
Факиһаны алам тип ҡурҡытыр өсөн генә әйткәйне Әлибай. Әсе телле, яһил ул ҡатын алдында Ғәзизә фәрештә инде.
– Үҙең барып һөйләшәһең Ғәзизә менән, ҡара уны, – тип шарт-шорт баҫып сығып китте.
Кискеһен үҙе барҙы Кәримә әбейҙәргә Әлибай. Һыйырын һауып инеп килгән ҡыҙҙы аласыҡ ишеген асып эскә үткәрҙе лә:
– Күршелә генә тороп,
Күрешә йөрөп.
Янмай микән уның йөрәккәйе.
Кис ятҡанда, – тип йырланы.
Көлөп ебәрҙе лә Ғәзизә:
– Эйе янды ти бына, көлгә ҡалды ти. Нимә үҙең йөрөп арып киттеңме, ҡатыныңды ебәргәнһең яусыларға?
– Нимә, килдеме ни, нимә тине? Мин уға телен тыйһын өсөн генә әйткәйнем, йә Үрге Урмандан Факиһа, йә Ғәзизә, тигәйнем, һа-һа-һа, уның да еңелер көнө бар икән.
– Улай ярамай инде. Минең ризалығымды алмайынса. Бергә-бергә ҡатышып йәшәрбеҙ, балалар булһа, көтөшөрмөн, – тине.
– Сыҡ миңә кейәүгә, һылыу, үкенмәҫһең, ярҙам итеп торормон. Үҙең күрҙең ҡатыным да ҡаршы түгел, – тип ысҡындырҙы Әлибай.
– Минең хәлемдән файҙаланаһыңмы?
– Ниндәй хәлеңдән, һылыу?
– Әсәйемде ҡалдырып ҡырға китә алмайым. Йәшем дә үтеп бара.
– Юҡ инде. Һис улай түгел. Оҡшайһың һин миңә. Уйымдан сыҡмайһың.
– Ярай, мин риза. Тик кешегә фаш итеп, хәләлдәтеп, никах уҡыттырып алаһың.
Үҙ ҡолаҡтарына ышанмай, ҡапыл килеп ауған бәхеттән телдән ҡалды Әлибай.
– Рә-рәхмәт, һылыу, тәҡдимемде кире ҡаҡмауыңа, үкенмәҫһең, ихлас әйтәм, үкенмәҫһең, – тине тауышы ҡалтырап. – Ғәзизә, бәлки, икәүләп ҡырға сығып китербеҙ ә, нисек уйлайһың? Берәй ергә барып урынлашҡас, бер-ике айҙан әсәйеңде ҡайтып алырбыҙ.
– Ә балаларың, уларҙы ҡалдырып китергә уйлайһыңмы? Былай ҙа ҡатыныңдың өлөшөнә инәм, балаларыңдың күҙ йәше кәрәкмәй миңә. Әсәйемде бер-ике айға түгел, бер көнгә лә ҡалдырып китмәйәсәкмен. Ғүмере буйы һуғыштан ҡайтмаған ағайым өсөн иланы, хәҙер килеп мин уға хәсрәт һалайыммы?
– Аҡыллыһың шул һин, һылыу, ятыр аҡыллыһың.
– Юҡ аҡыллы түгел, алйот мин. Әгәр аҡыллы булһам, Хәлит ҡоҙаны йортҡа индерер ҙә йәшәр инем. Ә мин уны яратмайым, күргем дә килмәй.
– Ә мине, миңә нисек сығырға булдың һуң, Ғәзизә?
– Һин минең өсөн ҡулай кеше, яҡын йәшәйһең, тимәк кәрәк ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙа алаһың. Ҡатының да ҡаршы түгел. Шаян һүҙле, һөйкөмлөһөң. Минең йәшлек мөхәббәтемә оҡшағанһың етмәһә, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ҡыҙ.
– Һе ҡыҙыҡ икән, кем инде ул бәхетле әҙәм, беҙҙең ауылдыҡымы? Нишләп өйләнешмәнегеҙ? – тип төпсөнөп китте йөрәге яна башлаған Әлибай.
– Әсәләре ҡаршы булды, улар – атлы-тунлы кеше, ә мин – яңғыҙ әбейҙең бер бөртөк ҡыҙы. Өйләнде инде ул күптән, ҡырҙа йәшәй. Йә ярай, бар ҡайт инде, юғалтҡандарҙыр үҙеңде өйҙә. Теләр-теләмәҫ кенә ҡайтып китте Әлибай. Ныҡышып теңкәһенә теймәйем әле, иң яҡшыһы ризалығын алдым, тип ҡыуанды эстән генә үҙе.
Көҙгө эштәр бөтөп, тәүге ҡар ятҡан мәлдә, бөтә йолаларҙы үтәп, шартына килтереп өйләнде Ғәзизәгә Әлибай. Йәш егеттәрҙәй ҡанатланып, осоп тигәндәй йөрөнө. Һөйөклөһөнә хәленән килгән тиклем ярҙам итте. Рәүилә менән Ғәзизә лә бер туғандарҙай ҡатыштылар. Сәйгә йөрөштөләр. Ыуаҡ-төйәк эштәрен дә бергә кәңәшләшеп эшләнеләр. Малайҙар ҙа үҙ итте доктор апайҙы.
Гел генә шулай булыр, бер ауыҙлы, бер һүҙле булып йәшәрбеҙ, тип уйлағайны ла Әлибай. Улай килеп сыҡманы. Көнләшеүселәр, кешенең матур йәшәүен күрә алмаусылар табылды. Рәүиләне ипләп-ипләп кенә ҡоторттолар. Иреңде кеше менән уртаҡлашаһың, ана, ул тегендә күберәк була. Тегенеһенә күлдәк алып биргән икән, һиңә яулыҡ та юҡ, тинеләр. Рәүилә көндән-көн үҙгәрә, холоҡһоҙлана барҙы. Юҡтан да тауыш, талаш-тартыш сығарҙы.
Ул ғына етмәгән, үҙәк ауылға күсәйек, малайҙарға йөрөп уҡыуы ауыр, ти башланы. Үҙе лә уйлаштыра ине Әлибай Үргенгә күсергә. Беренсенән, эше шунда, балаларға ун йыллыҡ мәктәп. Районға тура автобус йөрөй. Тик икенсе яҡтан Ғәзизә. Уны нисек ҡалдырып китәһең. Күсергә риза булмаясаҡ, эше бында. Төрлөһөн уйлап башы ҡатты. Етмәһә, кисә Ғәзизәһе, ауырлымын, бәпесебеҙ буласаҡ тине.
Әллә нимә булды һуңғы арала үҙенә. Күңелендә ниндәйҙер бушлыҡ, бар нәмәгә битараф ҡарай башланы. Ғәзизәгә лә барғаны юҡ. Күңеле тартһа ла, аяғы тартмай. Эшенән дә ныҡ арып ҡайта, тиҙерәк ятыу яғын ҡарай. Малайҙарына ла иғтибары кәмене. Йонсоп китте, тамағына ла ашағыһы килмәй. Әле бына бөгөн дә ҡайтып ятыуҙы ғына уйлап килеп ингәйне, Рәүилә ишектән инеү менән үк хәбәр һалды:
– Һөйөнсө, Үргендә өй таптым. Ғәлимйән ағайҙар күсеп китә. Яйлап түләүгә лә бирәләр, тигәс, барып һөйҙәштем. Күсәйек. Мин ыуаҡ-төйәк нәмәне төйнәштереп тә ҡуйҙым инде.
– Кемдән ишеттең, мин Үргендә йөрөп тә ишетмәгән нәмәне?
– Магазинда ишеттем, бисәләр һөйҙәшкәнен. Өйгә лә ҡайтып тормай, һыпырттым тура Ғәлимйән ағайҙарға. Өйҙәре шәп әй. Артыҡ ҡиммәт тә һораманылар. Ярай, һеңдем, яйҙап түләрһегеҙ, беҙ иртән күсеп китәбеҙ, әҙерҙәнә торһағыҙ ҙа була, тине.
Ҡарышырға, нимәлер тип әйтергә теләге булһа ла, өндәшмәне Әлибай, ҡулын ғына һелтәне. Миңрәү кеүек булып, Рәүилә нимә әйтһә, шуға күнеп, тиҙ арала йыйнанып күсенделәр Үргенгә. Хатта малдарын төнөн ҡыуҙылыр. Йоҡо аралаш барған мал кире ҡайтып йөрөмәй, тине бисәһе. Үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәте менән булған Ғәзизә белмәй ҙә ҡалды күсеп киткәндәрен.
Ярты йылдан ҡыҙы тыуғанын ишетте Әлибай. Зөлҡағиҙә апайы һалды хәбәрҙе.
– Шунан, бәпес кемгә оҡшаған? – тип һораны Әлибай ишектән инеү менән.
– Бәпес, ниндәй бәпесте әйтәң, апай?
– Аһ-аһ, ҡыҙыңдысы, әллә барып та күрмәнеңме, ыстағафирулла. Мына инде, кеше әйтһә ышанмаҫ инем.
Куфайкаһының бер еңен сисеп, үҙенә аңшайып ҡарап торған ҡустыһына аптырап ҡарап, тағы өндәште:
– Әллә белмәйһендәме балаң тыуғанын, ташланыңмы әллә Ғәзизәне?
– Шулайыраҡ шул, апай, әллә ништәп ҡапыл аяғым тартманы ла ҡуйҙы, йәнем тартһа ла, бара алмайым.
– Әәә, – тип һуҙып ултырҙы ла Зөлҡағиҙә ҡапыл әйтә ҡуйҙы: – Әмәлдәткәндәр улай буғас һине, ҡустым, боҙом эштәгәндәр.
– Ниндәй боҙом, ҡуйсәле, юҡты һөйҙәмә.
– Бер ҙә юҡ түгел. Бар ул боҙом, эштәүселәре лә бар. Еҙнәңде лә беҙҙән шулайтып айырҙылар. Былтыр йәй Шәмсийәнең ҡаҙ себештәре ҡушылған да беҙҙекенә, айырып алғансы һүҙҙән һүҙ сығып талаштыҡ та киттек. Шунда бармағындағы ҡара ҡашлы, көмөш йөҙөгөн күрһәтте. Мына, ни, Йәнбикәнең балдағы. Йыуынған һыуҙарына ҡой, тип бәләкәй шешә менән шыйыҡса бирҙе. Мин шуны һеҙ мунса яҡҡан көндә индереп ҡойҙом. Ирҙе кеше булып ҡупайып, әллә кем булып йөрөй инең, ҡылдым мин һине, тине. Ул ваҡытта йәшлек менән аңламағанмын. Хәҙерге аҡылым булһа, муллаға алып барыр инем еҙнәңде. Мунсанан килеп сыҡты ла, тубыҡланып ултырып: “Балаҡайҙарым, ҡалаһығыҙ инде”, – тип ҡулдарын балаларға һуҙҙы. “Ҡалһалар ни, кит тә бар”, – тинем. Ырғып тороп кейенде лә сыҡты ла китте. Шул китеүҙән ҡайтманы. Өлкәндәре аңлаһа ла, бәләкәй ҡыҙым ныҡ һағынды атаһын. Көн дә контор эргәһенә барып торор ине, атамды күрәм тип. Шулайтып йөрөп, биш кенә йәшендә һарғайып үлде бәбекәйем, – тип йәшләнгән күҙҙәре менән ҡустыһына ҡарап. – Ә һин хәҙер ошонан тура Этҡолға Ҡорбан муллаға бар. Бик тә көслө мулла.
– Һе, ә мин уға нимә тип әйтермен, сихырланылар типме?
– Әйтмәһәң дә, белеп тора ул. Бар йәһәтлә, ә мин Кәримә апайҙарға барып һөйләшеп ҡарайым Ғәзизә менән, оят булһа ла. Ҡыҙымды күрә килдем, тиермен.
– Төпкә төшөп киткән бит, ҡустым, эшләгән әмәлдәре, ҡара тиргә батырҙың, – тине мулла ағай өшкөрөп туҡтағас. – Һеҙ йәштәр хәҙер күп нәмәгә ышанмайһығыҙ. Аллаһтың барлығына, берлегенә ышанып, Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим тип эстән әйтеп йөрө. Ул ваҡытта һиңә бер ниндәй ҙә зәхмәт ҡағылмаҫ.
Күҙҙәренән йәштәре аҡты Әлибайҙың. Күҙ йәштәре менә бергә сир-зәхмәт сыҡты күңеленән. Башы еңеләйеп, ҡараштары асылып китте. Өҙөлөп, өҙөлөп Ғәзизәһен күргеһе килде. Өйөнә лә ҡайтып тормайынса елдерҙе тура һөйгәненә. Юл буйына апайына, Ҡорбан муллаға рәхмәт уҡыны. Мөғжизәһен күрһәткән бит үҙеңә, нишләп оноттоң. Аллаһы Тәғәләне зекер итеп йөрөһәң был хәл булмаҫ ине, тип шелтәләне мулла. Осрағайны шул Әлибай сәйер хәлгә.
Үрге Урман фермаһында эшләп йөрөгән сағы ине. Эшкә китеп барышлай, ике ауыл уртаһындағы көл зыяраты тәңгәлен үтеп барғанда, юлда кешенең баш һөйәге ятҡанын күрҙе. Эттәр соҡоп сығарғандыр тип, үҙенсә уҡына-уҡына, төптәрәк соҡорораҡ урын табып, тупраҡ өйөп ерләп китте. Ҡайтышлай баш һөйәген шул уҡ урында ятҡанын күрҙе. Был юлы тәрәнерәк соҡоп ерләп китте. Иртәгеһенә баш тағы ла сығып ятҡайны. Кис эштән ҡайтҡанында көрәк һалып алды. Эттәрҙе әрләй-әрләй, йәнә сығып ятҡан башты тәрән соҡор ҡаҙып ерләп, өҫтөнә таш һалып китте. Тик иртәнсәк баш һөйәгенең тағы ятҡанын күргәс, ғәжәпләнеп китте. Баш һөйәген алып үҙәренең ауылының муллаһына алып барҙы. Ырымбурҙа Хөсәйениә мәҙрәсәһен бөткән, уҡымышлы мулла, башты алып ҡараны ла: “Бының маңлайына үлгәс шулай ер өҫтөндә ятырға яҙылған, теймә һин уға, ваҡыты еткәс, үҙе юғалыр”, – тине. Ысынлап та, аҙна-ун көн тирәһе ваҡыт үткәс, баш һөйәге юҡҡа сыҡты. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың.
Ҡапҡа бағанаһына атын бәйләп, йүгерә-атлай өйгә инде, алғы өйҙә берәү ҙә юҡ, урта ишек ябыҡ. Өҫ кейемен һалып, ипләп кенә ишекте асты. Күҙенә иң элек сәңгелдәк салынды. Ҡәйнәһе мейескә арҡаһын терәп урындыҡта ята. Ғәзизә ишеккә арты менән баҫып тәҙрәнән ҡарап тора.
– Ғәзизә, – тип өндәште бышылдап ҡына. Ғәзизәнең күҙәрендә сағылған әрнеү, һағышты күтәрә алмайынса теҙләнеп аяҡтарынан ҡосаҡлап: – Ғәфү ит, ғәфү ит мине, үҙем менән нимә булғанын аңламайым, – тине өҙгөләнеп.
Өндәшмәне ҡәҙерлеһе.
– Эй, кейәү, кейәү, яңғыҙ баламды рәнйетер өсөн алдыңмы? Йәбешеп барманы бит ул һиңә, үҙең йөрөнөң бер тотам ҡалмай, – тине тауышҡа тороп ултырған ҡәйнәһе.
Ул арала сәңгелдәктәге бәпес тауыш бирҙе. Ғәзизә ҡыҙын күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫты. Ымһынып ҡараны бәпескә Әлибай. Малайҙар һымаҡ яр һалмай икән ҡыҙ бала, ипләп кенә, йөрәкте әрнетеп кенә илай. Ҡурсаҡ ҡына һымаҡ үҙе, уймаҡ кеүек кенә ирендәрен супылдатып имергә һорай. Ҙур-ҙур малайҙар үҫтергән Әлибайға был ҡыҙыҡ күренде. Яйлап, иркә һүҙҙәр әйтеп, вәғәҙәләр биреп, саҡ яҙып алды һөйөклөһөн.
Аҙна өйөнә ҡайтманы Әлибай, эшенән тура ҡыҙы менән Ғәзизәһенә ашыға. Тик бер көнө уйламағанда малайҙары юлына арҡыры сыҡты. Дүртәүләшеп үпкәле ҡараштарын аталарына төбәнеләр. Малайҙарын ултыртып алды ла:
– Әйҙәгеҙ, һеңлегеҙҙе күрһәтеп алып ҡайтайым, мин уға ла атай, ҡыҙымды үҫтерешергә тейешмен, – тине.
Бәләкәс кенә бәпескә ҡыҙығып ҡараны ағайҙары. Ипләп кенә, бәләкәс кенә бармаҡтарынан тотоп, үҙҙәренеке менән сағыштырып көлөштөләр. Сәй эсеп, тағы ла килеп күрергә рөхсәт алып ҡайттылар.
Өйөнә ҡайтҡас Рәүиләгә:
– Мин барыһын да беләм, сихырлап мине Ғәзизәнән һыуындырғанһың. Тағы ла шундай ҡылығыңды һиҙһәм, малайҙарҙы алып сығып китәм, ултырып ҡалырһың яңғыҙ ҡарға һымаҡ, – тине.
Аңланымы Рәүилә, көрәшеп ялҡтымы, башҡаса ул-был һиҙелмәне.
Йылдар үтте. Рәүиләлә алты малай, Ғәзизәлә дүрт ҡыҙ булып китте. Ҡыҙҙарым тип өҙөлөп Ғәзизәһенә барһа, малайҙарым тип өҙөлөп кире ҡайтты.
Малайҙарҙан өлкәнен ныҡ яратһа, ҡыҙҙарҙан өсөнсөһөн ныҡ яратты. Яратмаҫлыҡ та түгел, бигерәк илгәҙәк шул Гүзәле, телдәр үҙе. Етмәһә, шул тиклем Зөлҡағиҙә апайына оҡшаған. Һуйған да ҡаплаған инде бына. Дүрте лә тулмаған ине әле ул мәлдә. Үрге урмандан ике кейәү һунарға сыҡҡандар ҙа, береһе ҡайныһының атын атып йыҡҡан, айыу тип. Ғәзизәләргә барғас, шул ваҡиғаға уңайынан сығарған йырын йырлап күрһәтте:
– Бер ауылдың ике таҙы ауға сыҡҡан.
Уямырҙа айыу бар тип ҡауға сыҡҡан.
Айыу түгел, ҡайныһының ерән атын,
Атып йыҡҡан кейәү мырҙаай – тип һуҙып ебәргәйне. Икенсе барыуына Гүзәле мырҙай-мырҙай, тип бесәйен уйната. Рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе лә Әлибай, ҡыҙын күтәреп алып өҫкә сөйҙө.
– Бир һин был ҡыҙҙы миңә, тегендә алып ҡайтып көтәйем, унда беҙҙең ҡыҙыбыҙ юҡ, – тине Ғәзизәгә уйынлы-ысынлы.
– Анһат һиңә, үҙегеҙ табығыҙ, – тип яуапланы ҡыҙҙарының әсәһе.
Шулай ике уртала йөрөп ғүмер уҙҙы. Балалар ҙурайҙы. Мәктәпте бөтә барҙылар, ҙур ҡалаларға китеп уҡырға инделәр. Аллаға шөкөр, һәр ҡайһыһы үҙ урынын табып эшкә төштөләр. Ғаилә ҡороп балалар үҫтерәләр. Береһе лә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтереп аҙып-туҙып йөрөмәй.
Етмеш йәшлек юбилейын үткәргәндә өлкән улы Әсләм ҡотлау һүҙҙәрен әйткәндән һуң: “Атай, инде йәш түгелһең, күрше ауылға йөрөүҙе ҡуйып, әсәй менән икәүләп, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп кенә, тиң йәшәгеҙ. Был бөтәбеҙҙең дә теләк, ҡыҙҙарың үҫеп етте, үпкәләмәҫтәр”, – тигәйне.
Ә Әлибай: “Һеҙгә булған бурысымды үтәнем, уландар, үҫтерҙем, уҡыттым, өйләндерҙем. Инде миңә үҙем өсөн йәшәргә рөхсәт итегеҙ, Ғәзизә менән”, – тип әйтергә уйлап ултыра ине. Ауыҙын асып һүҙ әйтә алманы улының телмәренән һуң.
Иртәгеһенә Ғәзизәгә барҙы. Ҡунаҡта ни булғанын һөйләне. Мин үҙемсә хәл иттем, малайҙарҙың әйткәненә ҡарап тормайым, һинең менән йәшәйем, тине.
– Ҡуй, нимәгә кәрәк олоғайғас, иҫкене яңыртмайыҡ. Балаларың ҡәҙерләп торғанда, ҡәҙереңде бөтөрмә. Әбейең менән йәшә. Мин дә ҡалаға, ҡыҙҙар эргәһенә күсергә уйлап торам. Һиңә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Һин булмаһаң, береһенән-береһе матур ҡыҙҙарым булмаҫ ине. Ана, егет көтөп ултырған әхирәттәрем яңғыҙ ҡартайҙы. Ә минең өләсәй тип өҙөлөп торған ейәндәрем бар. Өҙәйек араны хәйерле саҡта, – тине Ғәзизәһе.
– Ә ерләгәндә килерһеңме һуң үлеп китһәм? – тип һораны шунда Әлибай.
– Барып тормаҫмын мин, һине ошолай тере килеш хәтерләгем килә. Бер-бер хәл була ҡалһа, аяттарҙы өйҙә генә уҡырмын. Үлергә ашыҡма әле, эштән сыҡҡан ҡарт түгелһең.
– Һинһеҙ йәшәүем йәшәү булмаҫ инде...
– Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең хаҡына йәшәрһең.
Һағыныуын эсенә бикләп, аһ-зарын йырҙарға һалып, баламдың балаһы балдан татлы, тип ейән-ейәнсәрҙәренә бауырын баҫып йәшәне Әлибай һуңғы йылдарын.
Үкенмәй ул үткәненә. Хәсрәтен дә, шатлығын да татыны. Мөхәббәттең әсеһен дә, татлыһын да кисерҙе. Бынамын тигән улдар, ҡыҙҙар үҫтерҙе, шуныһына шөкөр.
Әллә өнөндә, әллә төшөндә ғүмеренең татлы ваҡыттарын күҙ алдынан үткәрҙе Әлибай.
Палата эсе ҡараңғыланып бара, ай нурҙары тәҙрәнең ситенән генә төшөп тора.
– Туҡта, ҡабаланма, алып кит мине, Зөһрә ҡыҙ. Әсәйем, ҡояштың тәүге нурҙарына тотоноп донъяға килдең, тип әйтә торғайны. Айҙың һуңғы нурҙарына тотоноп китәйем.
– Кил, кил бында, улым, – тигән тауыш ишетелгәндәй булды ҡапыл.
Бәй, ай нурҙары буйлап, ике ҡулын һоноп әсәһе килә түгелме?
– Мин киләм, әсәй. Әлибай еңел генә тороп әсәһенә ҡарап атлап китте.
Ай үҙ юлы менән киткәс, палата эсе ҡараңғыланып ҡалды. Карауатта Әлибайҙың йылмайған йөҙлө кәүҙәһе генә ятып ҡалды...