Шоңҡар
+20 °С
Ясно
Йәмғиәт
22 Июля , 10:06

Буштың атаһы үлгән

Пип-пип тигән тауышта минең матур өс ҡатлы һүҙҙәрем килеп сыҡты. Нисек ҡайтып еткәнде насар иҫләйем. Был мажаранан һуң оҙаҡ кәйефһеҙ йөрөлдө. Юҡ тигән һүҙҙе йышыраҡ ҡуллана башланым, эшемдең хаҡын да билдәләнем. Түләп эшләтеүселәр юҡ, ҡырын ҡараусылар күп. Бына шулай, күңелле йәшәйбеҙ.

Буштың атаһы үлгәнБуштың атаһы үлгән
Буштың атаһы үлгән

Мин – уҡытыусы. Башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһымын. Бына инде 10 йыл тирәһе рус телен уҡытам. Ләкин йыл да сентябрь айынан башлап башҡорт теленән өй эше эшләйем, үҙ теләгем менән түгел, әлбиттә. “Ярҙам итеп кенә ебәр әле!” “Насар беләм телде! Һөйләшә генә беләм.” “Яҙ инде, һиңә бит ҡыйын түгел!” һ.б. Ошондай хәбәрҙәр минең ватсап тулы. Етмәһә улар киске туғыҙҙан һуң килә. Эйе, эйе, дөрөҫ юҫыҡта уйлайһығыҙ. Иртәгә дәрес була торған төн.

... Һәм мин эшләйем. Тәүге ваҡытта “Юҡ!” һүҙен ҡулланырға ояла инем. Белмәй, эреләнгән тип уйлап ҡуймаһындар.  Ә бер юлы инша яҙҙым. Килештереп, бирелеп китеп. Хатта һуңынан, булдырам икән, тип маҡтап ҡуйҙым үҙемде. Баҡтиһәң, тегеләр иншала мөрәжәғәт һүҙен танымағандар, аңламағандар. Хәҙер шул иншаны яҙҙыртҡан атай мине күргән һайын Мөрәжәғәт тип мөрәжәғәт итә. Бына Рәхмәт төшкөрө.

Ә уныһын да яҙып үтәйем әле. Берәй урында хата булһа, йә уҡытыусыға яуап оҡшамай түбән билдә ҡуйһа мотлаҡ миңә еткерәләр. Ә бына яҡшы баһаны әйткәндәре юҡ. Оноталар ҙа ҡуялар.

Мин филолог булғас, мотлаҡ тәржемә менән булышырға тейешмен. Уны ла миңә яҡындарым йыш иҫемә төшөрөп торалар. Берәй табында һүҙҙең тәржемәһен белмәһәләр, мотлаҡ миңә шылтыратырға кәрәк. Теге ватсапҡа яҙмайҙар, сөнки һуң, шылтыратһам ғына уянам бит:

– Ней, ҡара әле! Алло! Алло!

Нимә тураһында һүҙ барғанын йоҡо аралаш аңламайым.

– Ней, тағы ла ҡабатлайым – көрәштәш русса нисек була?

– Сподвижник, ә юҡ, соратник була. Соратник!

– Рәхмәт. Ә бобыль башҡортса нимә була ул?

– Бобыль! Белмәйем!

– Нисек ищеү белмәйең!. Йә ярай! Тыныс йоҡо! Минең тағы бер тел уҡытыусыһы бар ул, стажы күберәк уның. Ә һин йоҡла, белмәгәс!

Йоҡланым тиһегеҙме? Юҡ, әлбиттә! Интернетта бобыль һүҙен эҙләйем. Бобыль – ерһеҙ ярлы крәҫтиән йәки яңғыҙ (япа-яңғыҙ, яңғыҙаҡ) кеше, һаҙаған ир (ҡатын). был һүҙ менән фразеологизмдар күп бит инде. Ә беренсе ҡайһы мәғәнәһе барлыҡҡа килде икән? Мин шуны ла белмәйем, мин насар белгес микән? Сәғәт төнгө өс. Йә инде, алтыла торорға кәрәк...

Тағы бер хәлде һөйләмәй булмай. Задорнов әйтмешләй, бына хәҙер тотоноғоҙ. Әлеге лә баяғы яҡшатланып, ярҙам күрһәтеп һуң ятылған. Иртән саҡ күҙ астым, биш минуттан тигән яҙыу телефонда 4 тапҡыр тоҡанды. Тимәк, ашау ҙа, биҙәнеү ҙә юҡ. Етмәһә, ҡаланың икенсе осондағы мәктәпкә конференцияға барыр кәрәк. Йугер, Рәшиҙә, йүгер булды инде был.

Машинаны ҡабыҙҙым, коллегамды ултыртып алдым. Әлдә генә телефонымда теге “ДубльГис” апайым бар. Ҡаланың бөтә тишеген дә белә ул. Елдерәбеҙ. Теге апай юл аңлата, беҙ коллега менән эш тураһында гәп һатабыҙ, радионан йыр ағыла. Мәктәп торған районға тиҙ генә килеп еттек, күңелдәр күтәрелеп китте. Әле мин биҙәнеп тә өлгөрәм тип ҡыуанғанда телефон шылтыраны.

– Ней, Рәшиҙә, тиҙ генә һорайым да. Дыбка башҡортса нисек була ул?

– Дыбка? – белмәгәнемде күрһәтеп, коллегма ымлайым. Ул да белмәй – Белмәйем, һүҙлектан ҡарар кәрәк. Интернетта бар ул, шунан ҡара.

– Ярай, пока.

– Дыбка!

– Дыбка!

Коллега менән ҡабатлайбыҙ, тик бер ҙә тәржемәһе иҫкә төшмәй. Тәржемә түгел ул нәмәне күргән дә юҡ кеүек. Уйлап бара торғас, телефонға текләйем. “ДубльГис” апайым күрһәткән юлды үтеп киткәнбеҙ. Дыбка, ҡәһәрең! Кире боролоп булмай, заводты үтеп килгәнсе һуңланыҡ. Биҙәнеү түгел, машинаны ҡайҙа тура килде ташланыҡ та йүгерҙек. Конференция ике сәғәт барҙы. Дыбканың өй сиңерткәһе икәнен белдек. Беҙ сығыуға эвакуатор машинаны алып киткән. “Эх дыбка, дыбка!” Ысынлап та, тәржемәһен белдек, шылтыратайым әле!

– Алло! Минең ваҡытым юҡ, һуңғараҡ шылтыратырмын.

– Дыбка нимә икәнен белдем.

– Уже кәрәкмәй – тине лә трубканы ташланы.

Пип-пип тигән тауышта минең матур өс ҡатлы һүҙҙәрем килеп сыҡты. Нисек ҡайтып еткәнде насар иҫләйем. Был мажаранан һуң оҙаҡ кәйефһеҙ йөрөлдө. Юҡ тигән һүҙҙе йышыраҡ ҡуллана башланым, эшемдең хаҡын да билдәләнем. Түләп эшләтеүселәр юҡ, ҡырын ҡараусылар күп. Бына шулай, күңелле йәшәйбеҙ.

Уйламағыҙ, мин аҡтан пак икән тип. Мин үҙем дә кәрәк таныштарымды аптыратырға ярата инем. Физматмы, матфакмы бөткән таныш компьютерымды эшләп бирергә тейеш. Эшләмәй тип шылтыратһам, телефон аша аңлатып ике төймәгә генә баҫып рәтләп бирергә тейеш. Күҙ табибы танышыма телефон аша башым ауыртыуы тураһында һөйләгәс шәп кенә дарыу тәҡдим итергә тейеш. Адвокат икән, тимәк миңә өй документтарын буш эшләп бирергә тейеш. Әртис – буш билет, юбилей үткәрергә ярҙам итергә тейеш һ.б.

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Әллә кире элекке хәлгә ҡайтырғамы? Төндәр буйы тәржемә, өй эше менән булышырға – бушлай. Бөтәһенә лә мин шәп кеше булып күренәм. Әллә тыныс ҡына иртәрәк әүен баҙарына китергәме? Ләкин ярты дуҫ-таныш менән ара һыуынған була.

Наима Алимова.

Фото интернеттан алынды. 

Буштың атаһы үлгән
Буштың атаһы үлгән
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас