

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер ғәйбәт таратам тиһәң, ауыл уртаһына сығып осраған берәүгә хәбәр һөйләргә лә, ғәйбәтселәрҙе сәйгә саҡырып йонсорға ла кәрәкмәй. Интернеттан ғына ла ағыуыңды сәсергә мөмкин.
Өфө ҡалаһының бер мәктәбендә уҡыусы ун дүрт йәшлек үҫмер егет класташ ҡыҙы тураһында интернет селтәрендә ғәйбәт тарата. Эшһеҙлектән йонсоған үҫмер быны әйләнгән һайын ҡабатлай. Ҡыҙ башта быға иғтибар итмәҫкә тырыша. Әммә тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр бит. Уға психолог ярҙамы кәрәк була.
Зыян күреүсе яҡтың атаһы был эшкә нөктә ҡуя. Ул ҡыҙының класташын судҡа бирә һәм дөрөҫлөк еңә. Хәҙер улына тәрбиә бирә алмаған ата-әсә ике йөҙ мең һум штраф түләйәсәк.
Балаларҙың кем менән аралашыуын, оҙайлы каникулдары ни рәүешле үтеүен тикшереп тороу иң яҡшыһы инде.
Фото интернеттан алынды.