Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Июль , 05:16

“Әрем әсеһе менән бал тәме”

– Өләсәй, илама, атайым йома көн әйләнеп ҡайтыр, – тип йыуата.– Әй, бәпкәм, балаҡайым минең. Йомалар күп үтте бит инде, иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел шул. Йыуатаһың да бит...

“Әрем әсеһе менән  бал тәме”“Әрем әсеһе менән  бал тәме”
“Әрем әсеһе менән бал тәме”

Башҡорттарҙың әүәлдән килгән ғәжәп үҙенсәлекле бер көйө бар. Ауыл егәрлеләре эшкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла гелән шуны йырлай:
Ашлыҡ сәскән атайымдың
Тубалы ҡулдарында...
Ай-һай ғына ла, ай-һай...
Ураҡ урған әсәйемдең
Усмаһы алдарында...
Ай-һай ғына ла, ай-һай...
Онотмамын үлгәндә лә,
Гүрҙәргә кергәндә лә,
Ай-һай ҙа, ай-һай...
Моңло йыр дауам итә. Боронғо замандан килгән моңмо икән әллә?
Вәли ошо йыр тәьҫиренән үҙе лә алыҫта ҡалған бала сағын шәйләгәндәй булды. Ниңә шул хәтлем елкендерә икән уны был йыр?
Йыр өҙөлдө, ә йөрәк түрендә бал тәме менән бергә әрем әсеһе генә тороп ҡалды. Уйҙары Вәлиҙе йыраҡҡа-йыраҡҡа әйҙәй. Ир уртаһындағы кеше үткән бала сағын бәйнә-бәйнә күҙалларға тотондо...
Бәләкәй генә өй. Төн. Өй түрендә кәрәсинле шәм эленеп тора. Атаһының һандыҡта ятҡан төрөпкәһе шикелле, бүрәнәләр ҡарайған. Хәйер, бүрәнәнең төҫөн дә айырырлыҡ түгел. Өләсәһе, шыбыр-шыбыр доға уҡып, шәмде һүндерә.
– Өләсәй, өләсәй, – ти Вәли, мейес башына менеп, бишмәтен ябына-ябына һөйләнеүен белә.
– Нимә, балам?
– Беҙҙең атайыбыҙ ҡайҙа ул? Ниңә уның төрөпкәһе өйҙә, ә үҙе юҡ? Уға кәрәкмәй микән һуң?
Өләсәһе ни әйтергә белмәй, күҙҙәрен һөртә. Өләсәһе илай түгелме һуң? Мейес башы йылы. Яңы ғына тары бутҡаһы ашанылар...
– Өләсәй!
– Тағы нимә?
– Атайым ҡайҙа һуң ул?
– Атайың алыҫта, улым. Бик алыҫта.
– Алыҫ тигәнең ҡайҙа?
– Сит-ят яҡтарҙа... Яуҙа.
– Ниндәй яу һуң ул?
– Йоҡла... Үҫкәс, барыһын да аңларһың әле.
Вәли әйләнә лә тулғана, бишмәтен йәтешләп ябынырға тырыша. Ләкин башына тартһа, аяғына етмәй ҙә ҡуя. Тишек-тошоҡ нәмәлә йылы торамы һуң инде?!
– Нимә, бәпкәм, ояңда һалам әҙерәкме әллә? – тип, малайҙы ҡымтыбыраҡ яба. – Бына, Алла бирһә, атайың әйләнеп ҡайтҡас, баҫыуҙан күп итеп һалам әпкилер, аҫтыңа ла, ябынырға ла етер. Йоҡла инде.
Өләсәһе Вәлиҙең өҫтөнә алъяпҡысын ҡапланы ла һике мөйөшөнә барып ятты. Алъяпҡыстан төтөн, ыҫ еҫе аңҡый. Вәли күҙҙәрен ҡыҫып ҡына өләсәһен күҙәтә. Өләсәһенең шыбырлап ҡына уҡынғанын ишетә: “Әй, Раббым, иң бөйөктәрҙән дә бөйөк! Ҡолоңдо ая, улымдың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын һорайым. Хоҙайым ярлыҡаһын беҙҙе”...
“Раббым кем һуң ул? Өҫтәүенә иң бөйөктәрҙең дә бөйөгө, ауылда унан да юғарыраҡ тағы кем бар? Хәким ҡарт менән Мәһәҙей бабай инде. Ә ниңә улар Вәлиҙең атаһын ҡайҙалыр алыҫҡа китергә мәжбүр итә? Етмәһә, һуғышҡа алып китә... Бик оҙаҡҡа китте бит, ҡасан ҡайтарыр икән атайымды?”
Өләсәһе доғаһын уҡып бөткәс, яңынан ейәне янына килә. Вәли йоҡламай әле.
– Өләсәй, илама, атайым йома көн әйләнеп ҡайтыр, – тип йыуата.
– Әй, бәпкәм, балаҡайым минең. Йомалар күп үтте бит инде, иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел шул. Йыуатаһың да бит... – Өләсәһе ейәне янына менеп ҡунаҡлай.
– Ҡайтыр атайың, Алла бирһә... Баланың теләге ҡабул була ул... Әйткән һүҙҙәрең тормошҡа ашһын! Кисә ауылға тағы “ҡара ҡағыҙ” килгән. Мөхәмәт ағайың фронтта һәләк булған... Вәли күҙҙәрен йомдо. Ҡараңғы... Әммә ҡараңғылыҡ эсендә ниндәйҙер шаҡмаҡ күренгәндәй булды. Ейәне өләсәһенә нығыраҡ һыйына.
– Ҡайҙан килгән һуң ул “ҡара ҡағыҙ”?
– Ҡәһәр һуҡҡыры яу яланынан инде.
– Ә ниңә үлтергәндәр һуң уны, өләсәй? Берәй насар эш ҡалдымы икән?
– Һалдат булыуы еңел эш түгел шул. Мөхәмәт ағайыңды дошмандар атҡан.
Малай йоҡо аралаш ниндәйҙер ҡара ҡағыҙҙы күргәндәй булды. Әһә, ҡурҡыныс ҡағыҙ бына ошо икән...
– Өләсәй, ә әсәйем ҡайҙа?
– Ул урманда, бәпкәм. Ағас ҡырҡалар, әрҙәнә. Ҡырҡалар ҙа ташыйҙар.
– Әсәйем утын алып ҡайтамы?
– Юҡ, утын өмөт итмәйбеҙ. Ҡырҡылған ағастары икенсе ергә китә.
– Тотош урманмы?
– Тотош урман, балам. Хәҙер беҙгә генә түгел, бөтә илгә, бик күптәргә ҡыйын. Һыуығы ла үҙәккә үтә, аслығы ла миктәтә. Һуғыш бара бит, ағас һәр ерҙә лә кәрәк. Күрәһең, ағасһыҙ немецты ла еңеп булмай торғандыр.
– Мәрйәм апайым да урмандамы?
– Юҡ, апайың иген ташый станцияға.
– Ә ул ҡасан ҡайта?
– Бөгөн ҡайтырға тейеш ине, ниңә оҙаҡланы, белмәйем... Әй, Аллам, көнө лә ныҡ һыуытты бит. Осоп барған турғайҙар туңып төшә.
– Мәрйәм апайым бутҡа бешерергә ярма апҡайтыр микән һуң?
– Ярма ла икенсе урынға кәрәгерәк. Яуыз фашист бер һыныҡ икмәкһеҙ ҡалдырҙы халыҡты.
– Ағайым да эшләйме?
– Эшләй, эшләй... Ул аттарҙы һуғышҡа оҙата бит.
– Ниңә? Аттар ҙа һуғыша беләме ни?
– Аттарға йөк тейәйҙәр. Ә беҙ хәҙер ерҙе үгеҙҙәр менән һөрәсәкбеҙ.
– Өләсәй!
– Йоҡла, бәләкәсем. Иртәгә иртәрәк торорға кәрәк булыр. Орлоҡ таҙартырбыҙ. Бригадир бер тоҡ арыш килтерҙе.
– Тағы бер генә нимә һорайым әле, өләсәй, шунан йоҡларбыҙ, йәме.
– Һораш әйҙә.
– Немецтар бынан алыҫмы ул? Әгәр беҙгә килеп етһәләр, шунан нимә эшләрбеҙ? Беҙ бит һинең менән икәүбеҙ генә...
– Ул хаҡта борсолма, улым. Мин өйҙә саҡта килмәҫтәр. Ҡулыма тәртешкә тотормон да емерә һуғырмын. Беҙҙең илгә күп тығылмаһындар.
– Мин дә ярҙамлашырмын, өләсәй! Ибет, ә? Миңә мылтыҡ яһап биргәйнең бит, шуның менән атам мин уларҙы.
– Ярар, ярар, балам. – Өләсәһе ейәненең арҡаһынан тупылдатып һөйә. – Мылтығыңды ныҡ тоҫҡа, сәсрәп барып ятһындар, дөмөкһөндәр әйҙә... Йоҡла инде, мин һиңә әкиәт һөйләйем. –
Ейәне өләсәһенең ҡуйынына нығыраҡ һыйына ла кинәнеп әкиәт тыңлай. Өләсәһе эргәһендә, бутҡа ла тәмле булды. Атайым да тиҙҙән ҡайтыр... Малай мышнай-мышнай йоҡоға тала... Иртән уянып күҙен асһа, өйҙә бер кем күренмәгән кеүек. Өләсәһе күрше Зөбәйлә инәй менән шым ғына һөйләшәләр.
– Йә, батыр егет, атайың ҡасан ҡайта? –йылмая-йылмая һораша Зөбәйлә инәһе.
Вәли күҙен нығыраҡ асып ҡараны:
– Йома көн ҡайта!
Өләсәһе көлөп ҡуйҙы.
– Тиҙерәк тор, йыуын, беҙгә ярҙамлашырһың. Арышты таҙалайбыҙ, улым. Ҡара сүбен бер яҡҡа, арыш бөртөктәрен ҡоштабаҡҡа һалып барабыҙ. Тик башта сәй эсеп ал.
Малай ашап алғас, арыш таҙалашырға ултырҙы.
– Уй-уй, эште боҙҙоң бит! Таҙартылған арышты сүпкә ҡуштың да баһа...
– Ух, бына мин һине, кәрәгеңде бирәм хәҙер! – Өләсәһе бармаҡ янаны.
Вәли “һә” тигәнсә кире мейес башына атылды.
– Ярар инде, баланы ҡурҡытма, – тип Зөбәйлә инәһе яҡлаша. – Бына беҙҙең Нәсимә ҙурайып бөткән көйөнсә һеҙҙең Мәрйәм менән уйнай. Балалар уйнарға, шаярырға тейеш... Әһә, шул икәү түгелме һуң? Һөйләп тә бөтмәнем! – тип Зөбәйлә инәй тегеләрҙең аяҡ тауыштарын ишетеп тора икән. Вәлиҙең апайы Мәрйәм менән Нәсимә килеп инде.
– Вәли, өләсәйҙе ялҡытманыңмы?
– Әйҙә, ҡайтайыҡ. Һине өләсәйҙән айырыр әмәл юҡ.
– Ярар, ярар тағы кил, улым, – тип өләсәһе һыр бирмәй.
Мәрйәм менән Нәсимә Вәлиҙе етәкләп алып сығып киттеләр. Тышта һыуыҡ. Вәлиҙең өҫтөндә иҫке генә бишмәт. Әсәләре Әҡлимә апай өйҙә юҡ, тағы урманға ағас ҡырҡырға киткән, ҡайтышлай әҙ-мәҙ утын күтәреп ҡайтыр.
Кисен ҡыҙҙар ултырмаға килде. Ҡыҙ-ҡырҡындың һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Һикегә теҙелешеп, ҡул эштәренә тотондолар. Кемеһе таҫтамалға сигеү сигә, кеме бәйләм менән ултыра. Яйлап ҡына йыр башлайҙар:
– Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбассҡа шул,
Мин дә уйлап торам әле,
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа...
Ултырма оҙаҡ барҙы, ә Вәлиҙең әсәһе һаман юҡ. Йыр тауышына малай иҙрәп йоҡлап китте.
Иртән әсәһе уятты.
– Әсәй!
– Тор, улыҡайым. Бына һиңә икмәк, – тип, әсәһе Вәлигә икмәк ҡыйырсығы бирҙе. – Йә, ярай. Мин урманға киттем. Мәхмүт ағайың ҡайтһа, уға икмәгеңдең валсығын да бирмә. Мин уға пар сабата үреп бир тигәйнем! Аяғымдағы сабатам туҙҙы, нисек барып ҡайтырмын!
Әсәһе киткәс, ағаһы ҡайтып инде. Мейестә лә, ҡаҙанда ла бер нәмә лә юҡ.
– Нимә эҙләйһең? – тип ағаһынан һораны. – Һин өләсәйҙә түгелме ни?
– Берәй нәмә юҡмы ашарға? Шул тиклем асыҡтым.
– Мә! – Вәли әсәһе ҡалдырған ҡыйырсыҡты һуҙа һалды. Ағаһының күңеле булды. Әсәйем һине ниңә орошто?
– Ғәйебем бар. Ә һин ҡурҡма. Төнөн ултырып ике пар сабата үрәм.
Ағаһы тиҙ генә сығып тайҙы. Вәли өйҙә яңғыҙы ҡалды, кис булды... Шул саҡ кемдер ишек асып инде. Арҡаһына тоҡ йөкмәгән, Вәли мейес башындағы мөйөшкә боҫто. Ингән ағай тоғон эскәмйәгә ҡуйҙы. Йондоҙло бүреген сисеп сөйгә элде. Вәлигә табан үрелеп ҡараны. Ҡурҡышынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Ипләберәк ҡараһа, бер ҙә ҡурҡыныс кешегә оҡшамаған даһа. Йөҙө йылмайып тора, үҙенән тәмәке еҫе килә. Ул Вәлигә ҡулын һуҙҙы, ағайҙың ҡулы ҡап-ҡара, хас атаһының төрөпкәһе инде, ә үҙе йылы, йомшаҡ.
– Исемең нисек? Әйтһәң, һиңә бер нәмә бирәм. Ҡурҡма, шәкәр ул. Һин кем улы булаһың һуң?
– Арыҫлан минең атайымдың исеме.
– Атайың ҡайҙа һуң?
– Һуғышта.
– Ҡасан ҡайта?
– Йома көнө.
Таныш түгел кешенең күҙенән бөрсөк-бөрсөк йәштәре тамды. Күҙ йәштәре гимнастеркаһына, өҫтәлгә, шунан Вәлиҙең башына тамды.
– Бөгөн бит йома! – тип ҡосаҡлап алды малайҙы. – Бөтәһе лә дөрөҫ, үәт шилма малай! Маладисһың! Арыҫландың улымын тиһеңме? Әләйһә, һаумы, улым! Ирҙең көслө ҡулдары малайҙы күтәреп, түшәмгә тиклем һикертте. Тоҙло күҙ йәштәре Вәлиҙең ирендәрен әсеттерҙе. Ауыҙына әрем тәме менән бергә бал тәме йоғоп ҡалды...
Һалдаттың ҡайтыуы тураһында шундуҡ бөтә ауылға билдәле булды. Өйгә кешеләр килеп тулды. Вәли ҡарап туя алмай, әсәһе әле илай, әле көлә, өләсәһе атаһын ҡосаҡлап балауыҙ һыға:
– Әйттем бит, Вәли дөрөҫ әйтә, “йома көнө ҡайта атайым”, тине. Сабыйҙың һүҙе хаҡҡа тура килде! Атайың ҡайтты, атайың ҡайтты! Ах һин, ҡошсоғом!
Өй тулы кеше. Һәр береһе һалдат менән һөйләшергә теләй, һорашалар: “Минең улымды күрмәнеңме?” – тип. Һуғыш бөткән бит! Һуғышта дошмандарҙы еңдек! Әлеге яғымлы боронғо көй тағы ҡалҡты. Әрем әсеһе менән бергә бал тәме лә ҡушылып йөрәкте елкетә...



Фәриҙә Мәхмүтова.

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/seljalandsfoss-waterfall-iceland-guy-red-jacket-looks-seljalandsfoss-waterfall_11768922

Автор:
Читайте нас