Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Августа , 05:25

Африка егете башҡортса ла аңлай башлаған

Башта Нигериянан килгән травматолог Бөрйән район үҙәк дауаханаһы пациенттарында, хәйер, тотош район халҡында, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, аптырау һәм ышанып етмәү тойғоһо тыуҙыра.

Африка егете башҡортса ла аңлай башлағанАфрика егете башҡортса ла аңлай башлаған
Африка егете башҡортса ла аңлай башлаған

 

Йәш табип-африканлы нисек башҡорт төпкөлөндә “үҙ кеше” булып киткән?

 

Әхмәт Овал Нигериянан килгән. Рәсәйгә килгәс, башта рус телен өйрәнгән, унан, районға килгәс, бер ни тиклем башҡорт теленә төшөнә башлаған һәм хәҙер Бөрйән районында кешеләр ғүмерен ҡотҡарыу менән булыша.

Әхмәт Овал - төпкөл башҡорт еренән ҡурҡмаған йәш табип.

Башта Нигериянан килгән травматолог Бөрйән район үҙәк дауаханаһы пациенттарында, хәйер, тотош район халҡында, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, аптырау һәм ышанып етмәү тойғоһо тыуҙыра. Төрлө инциденттар булмаһын өсөн башта хатта уны полиция ла иғтибар аҫтында тота. Хәҙер йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Инде урында йәшәүселәр сабыр ғына уға ҡабул ителеүгә сиратта ултыра. Әхмәт бөрйәндәрҙе ҡабул итә, ә улар – уны.

Әхмәт Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. 2024 йылда Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыровтың саҡырыуы буйынса шулай уҡ Нигериянан булған дуҫы Азиз менән Бөрйән районына эшкә юлланалар.

Хәҙер Әхмәттең дауахананың беренсе ҡатында үҙ кабинеты бар. Ул унда травматолог булараҡ та, хирург булараҡ та халыҡты ҡабул итә.

-Мин Рәсәйгә 2016 йылда килдем. Башта аграр университетта рус теленә өйрәндем. Бер йылдан һуң медицина университетына уҡырға индем. Унда 6 йыл белем алдым. Унан ике йыллыҡ ординатура үттем. Һәм бына мин бында, - тип һөйләй Әхмәт. – Ғаиләлә беҙ дүртәү. Мин иң олоһо. Атайым менән әсәйем банкта эшләйҙәр. Ғаиләлә табиптар юҡ. Ләкин минең һәр саҡ доктор булғым килә ине. Мине сит илгә уҡырға ебәреү ҡарарын атайым ҡабул итте. Уның Рәсәйҙә белем алған дуҫтары бар ине. Шуларҙың береһе травматолог булып киткән. Улар бында хәүефһеҙ тип һөйләгәндәр. Шуға ла атайым мине тап ошо яҡҡа ебәрҙе. Мин Рәсәйҙә белем алыуҙы бөтөнләй планлаштырмағайным.

Йәш белгестең буласаҡ кәләше – шулай уҡ буласаҡ медик, әле ул Ҡытайҙа белем ала. Әхмәт тиҙҙән уны ла Рәсәйгә, Бөрйәнгә алып килергә хыяллана. Тағы ла алғараҡ пландары – ҡасан булһа ла үҙенең иленә әйләнеп ҡайтыу. Унда табиптарға баһа бик юғары икән.

 Сығанаҡтар: "Республика Башкортостан",  https://vk.ru/telekanal_salyam

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас