Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
3 Августа , 11:08

Был донъяға нимә булған?

Үткән төндәге яңылыҡтан һуң сәстәр үрә тора. Үҫмерҙәр ҡанһыҙыраҡ була барамы?

Был донъяға нимә булған?Был донъяға нимә булған?
Был донъяға нимә булған?

 Һуңғы ваҡытта үҫмерҙәргә бәйле ваҡиғалар шомландыра. Үткән төндәге яңылыҡтан һуң сәстәр үрә тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ун бишәр йәшлек өс ҡыҙ берәүһенең фатирында иҫерткес эсемлектәр эсеп күңел асалар. Ниндәйҙер сәбәптән был өсәү араһында бәхәс сыға һәм берәүһе ике иптәшенә бысаҡ менән сәнсә. Кем “Тиҙ ярҙам” саҡырғаны билдәһеҙ. Әммә ҡыҙҙарға медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелә. Улар иһә тәртип һаҡсыларын саҡыралар. Әлеге ваҡытта иптәштәренә бысаҡ күтәргән үҫмергә ҡарата енәйәт эше асылған.

Балаларығыҙҙың ҡайҙа, кем менән, нисек ял итеүе тураһында тикшереп, һорашып тороу бындай бәлә-ҡазаларҙан аралар. Йәйҙәребеҙ күңелле һәм тыныс үтһен.

 

 

 

Фото интернеттан алынды.

Был донъяға нимә булған?
Был донъяға нимә булған?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас