

Бер-береһенә өс тамсы һыуҙай оҡшаш өс игеҙәк донъя кимәлендә бик һирәк осраған күренеш һанала. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда 200 миллион кеше араһында бер тапҡыр ғына тура килергә мөмкин. Һәр береһенең яҙмыштары ла төрлө. Мәҫәлән, АҠШ-та “Өс таныш булмаған таныштар” булараҡ билдәле, 1961 йылда донъяға килгән өс бер туған игеҙәктәрҙе тыуғас та, йәшерен психологик эксперимент өсөн айыралар. Ун туғыҙ йәштәрендә улар осраҡлы рәүештә генә осраша һәм был донъя тарихында сенсацион ваҡиға булып тороп ҡала. Һуңғараҡ өсөһөнөң яҙмышы тураһында документаль фильм төшөрөлә.
Буҫтыбай игеҙәктәре
1992 йылдың 3 июнендә Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында Ғәлиә менән Хәйҙәр Ибраһимовтар ғаиләһендә бер-береһенә өс тамсы һыуҙай оҡшаш өс игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килә. Улар был донъяға ауаз һалғансы уҡ, әсәй кеше йөрәге аҫтында өс бала йөрөткәнлеген, һәр береһенең холҡо ла төрлөсә буласағын эстә сабыйҙар хәрәкәт итә башлағас та төшөнә. Әлбиттә, балаларҙың нисек үҫкәнен, уларҙың хәлен тикшереп, ҡарап торорға УЗИ кеүек замана технологияһы беҙҙең яҡҡа килеп етеп өлгөрмәй. Әсәй кешегә бер юлы өс балаға ғүмер биреү еңел генә бирелмәй. Аяҡтары һыҙлай, шешенә. Алдан дауаханаға ятып һаҡланырға ла тура килә. Хәлһеҙләнгән йөклө ҡатындың, бала табыр ваҡыты еткәс, хатта тулғаҡты һиҙерлек тә көсө ҡалмай.
– Киске биштә бала табыу бүлмәһенә кергән инем, төнгө ун икелә бушанып саҡ сыҡтым, – тип утыҙ дүрт йыл элек үткән ваҡиғаны бөгөнгөләй хәтерләй Ғәлиә Рәхим ҡыҙы. – Һәр береһе берәр сәғәт арауығында донъяға килде. Ул ваҡытта операция менән таптырыуҙарын да һорағанымды иҫләйем. Тик акушер-гинекологтар: “Операциянан һуң бер юлы өс баланы нисек ҡарарға уйлайһың”, – тинеләр. Ҡәҙимге район дауаханаһында өс балаға бер юлы ғүмер бирҙем тиһәм, хәҙер күптәр аптырай. Аҙаҡҡы көнгәсә аяҡ өҫтө йөрөп донъя көткән ауырлы ҡатындар физик яҡтан күпкә көслөрәк булғандыр инде.
Икеһе лә юғары белем алған атай менән әсәй балаларына исемде лә алдан һайлап, мәғәнә үҙенсәлегенә ҡарап ҡушыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Өс ҡыҙ тыуасағын алдан һиҙемләгән әсәй, улар донъяға килгәнсе үк исемдәр әҙерләй. Гөлйемеш, Гөлсәсәк, Гөлсибәр тип атарға уйлай. Тик ҡәйнәһе Гөлсибәрҙе Гөлсиренгә әйләндерәйек, тип тәҡдим итә.
Мәҡәләнең дауамын журналдың июль һанында уҡығыҙ.