Шоңҡар
+17 °С
Дождь
Йәмғиәт
13 Августа , 03:28

Өлкән кеше отолмаған

Етмәһә, мутлашыусыларҙың эҙенә төшөргә лә ярҙам иткән.

Өлкән кеше отолмағанӨлкән кеше отолмаған
Өлкән кеше отолмаған

Күп ваҡыт мутлашыусыларҙың ҡармағына бер ҡатлы өлкән йәштәгеләр ҡаба. Тольяттиҙа йәшәгән етмеш ете йәшлек бабай иһә уларҙың үҙҙәрен отҡан. Елдән килгән аҡса менән йәшәүселәр уны төп башына ултыртырға маташыуҙарын аңлағас, ул курьер аша ҡырҡылған гәзит киҫәктәре һалып ебәргән. Тегеләр иһә унан 2,4 млн һум көтөп ултырған булған.

Йомро башлы бабай, етмәһә, мутлашыусыларҙың эҙенә төшөргә лә ярҙам иткән. Ошондай уҡ юл менән икенсе ирҙән 1,9 млн һум һораған ваҡытта ҡулға алынған  ҡырҡ ике йәшлек ҡатын икәнлеген асыҡлағандар.

Фото интернеттан алынды.

Өлкән кеше отолмаған
Өлкән кеше отолмаған
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас