Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Августа , 15:20

Һеркәләре һыу күтәрмәй

Йәштәр ҡыҙыуға әйләнәме? Әллә ҡанһыҙыраҡ була барамы? Ике бер туғандың хәле ауыр.

Һеркәләре һыу күтәрмәйҺеркәләре һыу күтәрмәй
Һеркәләре һыу күтәрмәй

Йәштәр, үҫмерҙәр араһында бысаҡ күтәреүселәрҙең һаны арта. Өфө ҡалаһында йәшәүсе ун алты йәшлек үҫмер ҡыҙ дуҫының фатирына кереп ун алты йәшлек танышын, уның туғыҙ йәшлек һеңлеһенә бысаҡ күтәргән. Уларҙың ун йәшлек үҫмер малай туғандары күршеләренең ишектәрен туҡылдатып ярҙам һораған. Ваҡытында килгән “Тиҙ ярҙам” машинаһы арҡаһында ҡыҙҙар тере ҡала. Тиҙ арала икеһенә лә операция эшләнелә. Әлеге ваҡытта өлкәненең хәле ауыр тип билдәләнә.

Белорет районында төшөрөп алған бер ҡатындың да, бер ир кеше менән бәхәскә кергән ваҡытта, уға бысаҡ күтәреүе билдәле. Уға ҡарата ла енәйәт эше асылған.

Фото интернеттан алынды.

 

Һеркәләре һыу күтәрмәй
Һеркәләре һыу күтәрмәй
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас