

Бөгөнгө көндә блогерҙарҙы ҡабатлаусылар күп.
Яңыраҡ Төньяҡ Осетияла Ида Галич Мидаграбин күле янында шау-шоулы, бәхәстәргә бай булған туйын үткәргән ине. Әлеге ваҡытта уның яҙылыусылары телендә “Мияги-Галич” исеменә үҙгәртелгән был урындан туристар өҙөлмәй икән. Бигерәк тә, егеттәр һөйгәндәренең ҡулын һорарға тап ошо урынды һайлай, ти.
“Рәхәтләнеп һыу инеп тә булмай. Һыуға төшөр өсөн бер төркөм йәштәрҙең үткәнен көтәһең, сумғас, йәнә сығырға ҡурҡып тораһың”, - ти был урынға бары тик ял итергә, тәбиғәткә ҡарап һоҡланырға килгән туристар.
Башҡорт блогерҙары, һеҙ ҙә йоҡлап ятмағыҙ! Туризмды үҫтереү өсөн һеҙ ҙә берәй нимә уйлап табығыҙ!
Фото интернеттан алынды.