+14 °С
Ясно


Никах теркәү урынынан кейәү егетен тура төрмәгә алып кителгән сюжетлы кино йә әҙәби әҫәр булһа, ҡайһы берәүҙәр: “Ышандырмай”, - тигән булыр ине. Ә ундай хәлдәр ысынбарлыҡта ла булып ала. Ана, Хакасияла суд приставтары кейәү егетен никах теркәү урынынан алып киткәндәр. Күрәһең, быға тиклем эҙенә төшә алмағандарҙыр. Кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың, тигән кеүек, дуҫы ла уның һыңары икән. Икеһенең дә балаларына яртышар миллиондан күберәк алимент түләмәүҙәре билдәле.
Һуңғараҡ был икәүҙең бер ерҙә лә эшләмәүҙәре лә асыҡлана. Ундайҙарға кейәүгә сығыусы гүзәл заттарҙың булыуы ла аптыраҡ.
Фото интернеттан алынды.