+11 °С
Облачно


Радмир Мырҙаев – Баймаҡ ҡалаһы егете. Дүрт бала тәрбиәләнгән ғаиләлә бәләкәйҙән ҡул араһына керә. Мәктәп уҡығанда уҡ тимерселек менән шөғөлләнгән атаһының уң ҡулына әйләнә. Әле лә, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск Дәүләт техник университетының өсөнсө курсын тамамлаған студент ҡул ҡаушырып ултырмай. Икенсе йыл рәттән Магнитогорск металлург комбинатында электромонтер булып эшләй.
– Ошонда уҡ практикаларымды үтәм һәм тәжрибә туплайым, – ти Радмир. – Бер юлы курс, диплом эштәрен яҙыр өсөн дә материал йыям. Йылына бер нисә ай дауамында эшләү ваҡытында ошо йүнәлеш буйынса уҡырға кереп яңылышмағанлығымды ла аңлайым.