Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Сентября , 17:21

Эше лә юғары баһаланһын

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы Белем көнө менән ҡотлайбыҙ! Яңы уҡыу йылында уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Эше лә юғары баһаланһынЭше лә юғары баһаланһын
Эше лә юғары баһаланһын

Журнал уҡыусыларыбыҙ араһында ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған һөнәр эйәләре бар. Шуларҙың береһе Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Кәлиева Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы.

“Утыҙ йылдан ашыу эшләү тәжрибәһенән сығып, шуны әйтер инем, үҙ эшен, балаларҙы яратҡан кеше генә был һөнәргә эйә була алалыр. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң, шуны уҡырһың, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер халыҡта. Был айырыуса башланғыс класс уҡытыусыһына ҡағыла. Сөнки бәләкәй генә баланың йөрәгенә асҡыс яратып, Белем иленә етәкләп алып инеүсе ул - уҡытыусы. Яҡшыны ямандан айырырға, Тыуған илде яратырға, ата-әсәне хөрмәт итергә өйрәтеүсе кеше лә уҡытыусы бит. Һәр бер шәхес, һөнәр эйәһе уҡытыусы ҡулы аша үтә. Шулай булғас, уның эше лә юғары баһаланырға тейештер, тип уйлайым”, - ти юғары категориялы мөғәллимә.

Хөрмәтле уҡытыусыларҙы Белем көнө менән ҡотлайбыҙ!

Эше лә юғары баһаланһын
Эше лә юғары баһаланһын
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас