+16 °С
Облачно


21-се августан 22-һенә ҡарай төндә Өфө – Хургада рейсенда бер пассажирҙың ҡапыл ҡан баҫымы түбәнәйеп иҫен юғалта. Экипаж пассажирҙарҙан ярҙам һорай. Салауат районының Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының табип-анестезиолог-реаниматологы Илгиз Флорис улы Мостафин беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙа. Тиҙҙән ҡатын иҫенә килә, хәле яҡшыра.
Бындай табиптарҙың булыуы шатландыра.
Фото интернеттан алынды.