

“Шоңҡар” журналына яҙылыусылар араһында матур-матур бүләктәр уйнатабыҙ һәм улар араһында тоғро дуҫтарыбыҙ отоуына шатбыҙ. 2026 йылдың икенсе яртыһына яҙылыусылар араһында Ғафури районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе Миңзәлә Нотфулла ҡыҙы кәстрүл отҡан ине. Ғүмере буйы Юлыҡ мәктәбендә балаларға белем биргән, быйыл ғына хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусыға бүләген тапшырғанда уның “Шоңҡар” журналын ҡасандан алдырыуын һораштыҡ.
“Журнал сыға башлағас та алдырам һәм бер тапҡыр ҙа айырылғаным юҡ. Айырылмаҫ дуҫым, серҙәшем дә булып китә”, - тине.
Миңзәлә Нотфулла ҡыҙының шатлығын уртаҡлашырға хеҙмәттәше, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева ла килгән ине. Ул да беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе. Шулай уҡ, 2022 йылдан бирле улы МХО-ла ҡатнашҡан Зөлфиә апай Яҡупова ла журналыбыҙ тураһында матур фекер-теләктәрен еткерҙе. Зинфир Ғайсиндың иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Бергә булдыҡ, бергә булайыҡ!