Шоңҡар
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Сентября , 09:15

Ошо башҡорт егеттәре самолетта пассажирҙы үлемдән ҡотҡара

Өфө - Хургада рейсында 56 йәшлек ир аңын юғалта башлай.

Ошо башҡорт егеттәре самолетта пассажирҙы үлемдән ҡотҡараОшо башҡорт егеттәре самолетта пассажирҙы үлемдән ҡотҡара
Ошо башҡорт егеттәре самолетта пассажирҙы үлемдән ҡотҡара

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы табиптары самолет бортында пациентты ҡотҡарған.

Өфө - Хургада рейсында, самолет һауаға күтәрелгәндән һуң 1,5 сәғәт үткәс 56 йәшлек ирҙең ҡан баҫымы 85/45-кә тиклем төшә, пульсы 46-ға етә, аңын юғалта башлай. Яҡындағы аэропортҡа тиклем 2,5 сәғәт бар.

Бортта 35 йыллыҡ стажы булған табип Альберт Ғарипов һәм уның улы - травматолог-ортопед Айгиз Ғарипов була. Улар пациенттың хәлен стабилләштерә һәм 3,5 сәғәт дауамында күҙәтә. Уларҙың эшмәкәрлеге арҡаһында ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолорға мөмкин була.

"Урал" гәзитенән

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас