+10 °С
Ясно


Юлдар битарафһыҙлыҡты, мин-минлекте ғәфү итмәй. Кисә Юлдыбай – Аҡъяр – Сара трассаһында үлемесле авария осрағы теркәлгән. “Лада Приора” машинаһындағы егерме йәшлек водитель ҡаршы яҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә “КамАЗ”ға бәрелеп, юл ситендә әйләнә. Ун ете йәшлек пассажир авария урынында уҡ йән бирә. Водитель һәм машиналағы ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, егерме йәшлек руль артына ултырған егеттең водитель танытмаһы алынған булған.
Юлдарҙа һаҡ, бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ!
Фото интернеттан алынды.