Шоңҡар
+10 °С
Ясно
Йәмғиәт
12 Сентября , 17:15

«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы

Ә атайыбыҙ Ишмөхәмәт Рахманғолов үҙе иҫән сағында ағайының улын (племяннигын) йыл һайын көттө, күрешкеһе килде. Альфред ағайыбыҙҙың яҡынса ниндәй ҡалала торғанын да белә инек, тик йәшәгән адресы билдәле түгел ине.

«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы
«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы

- Әлеге минең яҙмам Йылайыр районы Йомағужа ауылы территорияһында урынлашҡан «Ҡасим осҡан» тигән бер билдәле генә тәбиғи урын – тау бите, матур ҡая тураһында, һәм әлбиттә уға бәйле туғандарым яҙмышы тураһында булыр.

Элегерәк йәмле яҙҙар килгән мәлдәрҙең береһендә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, йәш-елкенсәк менән, халыҡ телендә йөрөтөлгән «түбәнге осҡа» «Ҡарға бутҡаһы»на сығалар…

Ауылдың дәртле генә йәштәренең береһе Ҡасим Рахманғолов та үҙенең һеңлеһе Зәйтүнәне (Рахманғолова-Аҡҡужина), ҡустыһы Ишмөхәмәт Рахманғоловты эйәртеп был сараға бара.

Совет осороноң гөрләп торған сағы, йәштәр бик матур, дәртле байрам ойошторалар. Һәр сарала ла флаг алып йөрөгән йәш-елкенсәк был көндө уны онотоп киткән була. Ҡасим исемле егет оҙаҡ уйлап тормай бер ҡыҙҙы яулығын «һалдырып» ала ла ҡайын ағасы башына менеп китеп яулыҡты флаг урынына элеп тә ҡуя. Тик күңелһеҙ хәлгә ҡала, ул ағас башынан осоп төшә. Тап шул ваҡыттарҙан алып был тәбиғи урын «Ҡасим осҡан» тауы тип йөрөтөлә. Ҡыпсаҡҡа (Йомағужаға) ҡайтҡан һайын был урынды күрергә барабыҙ.

Ҡасим олатайыбыҙ был тарихтан һуң өйләнә һәм иң беренселәрҙән булып Себер тарафтарына сығып китә. Магнитогорск, Пермь, Сургут ҡалаларында оҫта экскаваторщик булып эшләй. 1972 йылда Сургут ҡалаһында мәрхүм була.

Ҡасим олатайҙың улы Альфред йыл һайын ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Комбайнер, тракторист, булып эшләй. Альфред ағайыбыҙ менән бәйләнеш 1972 йылда өҙөлдө, үҙе армияға ките, атаһы – Ҡасим олатай ҙа гүр эйәһе булды, төрлө донъя мәшәҡәттәре лә быға сәбәпсе булды.

Ә атайыбыҙ Ишмөхәмәт Рахманғолов үҙе иҫән сағында ағайының улын (племяннигын) йыл һайын көттө, күрешкеһе килде. Альфред ағайыбыҙҙың яҡынса ниндәй ҡалала торғанын да белә инек, тик йәшәгән адресы билдәле түгел ине.

Оҙаҡ ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан 2012 йылда беҙ күптәргә билдәле булған «Жди меня» телетапшырыуына эҙләү буйынса заявка бирҙек. Аллаға шөкөр, шул уҡ йылда беҙҙең үтенескә яуап та килеп төштө. Иркутск өлкәһенең Братск ҡалаһында йәшәгән Алфред ағайыбыҙ табылды. Шунан башлап аралашып йәшәйбеҙ. 2016 йылда, 44 йыл үткәс ағайыбыҙ улы Эдуард, ейәнсәре Ульяна менән Ҡыпсаҡҡа килеп ҡайтты.

Быйыл инде беҙ үҙебеҙ бер туған ағайым Вилдан һәм тормош иптәшем Зөлфәр менән Братск ҡалаһына барып «Беҙ башҡорттар!» тип йәшәгән туғандарыбыҙҙы – Рахманғоловтарҙы күреп ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр!

Альбина Ишмөхәмәт ҡыҙы Рахманғолова.

Беренсе фотола һыбайлы ултырған бәләкәс малай Альфред ағай. Хәҙер уға 72 йәш.

Икенсе фотола быйылғы осрашыу.

 Илфира Аҡҡужина

"Ауыл уттары" гәзитенән

 

«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы
«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы
«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы
«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы
«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы
«Жди меня» тапшырыуы йылайырҙарҙы табыштырҙы
Автор:
Читайте нас