

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе бүләкләне.
7 сентябрҙән 11-нә тиклем Липецк ҡалаһында V «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Иң яҡшылар исеменә Рәсәйҙең 87 төбәгенән 85 уҡытыусы һәм 46 тәрбиәсе (бөтәһе 131 кеше) көс һынашты.
Башҡортостандан конкурста ике педагог: Өфө ҡалаһының Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы Белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова һәм Хәйбулла районынан тәрбиәсе Альбина Шәрипова ҡатнашты.
Конкурсты ябыу тантанаһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев еңеүселәрҙең исемдәрен иғлан итте. Альбина Шәрипова мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында иң яҡшыһы тип танылды.
Альбина Илдус ҡыҙының күп йыллыҡ хеҙмәте һәм оҫталығы республика кимәлендә билдәләнде.
«Хеҙмәтемде юғары баһалаған өсөн рәхмәт. Минең өсөн республикабыҙҙы Рәсәй кимәлендә күрһәтеү оло мәртәбә булды. Туған телде үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен күрһәтә һәм лайыҡлы сығыш яһай алғанмындыр тип уйлайым, – тине тәрбиәсе бүләкләү тантанаһында. – Радий Фәрит улы, Башҡортостан педагогтары исеменән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Был бик мөһим».
Фото: Скриншот | Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе
Ләйсән Закирова