Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Сентября , 10:47

Шәмәхә төҫөндәге күлдәк

Бер көн элекке хеҙмәттәшем театрға яңы спектаклдең премьераһына саҡырҙы. Күп уйлап тормайынса, ризалаштым. Һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла шундай урындарға барһаң, күңел күтәрелеп ҡала бит. Беҙ килеп еткәндә, тамаша башланырға бер нисә минут ҡына ҡалғайны.

Шәмәхә төҫөндәге күлдәкШәмәхә төҫөндәге күлдәк
Шәмәхә төҫөндәге күлдәк

Бер көн элекке хеҙмәттәшем театрға яңы спектаклдең премьераһына саҡырҙы. Күп уйлап тормайынса, ризалаштым. Һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла шундай урындарға барһаң, күңел күтәрелеп ҡала бит. Беҙ килеп еткәндә, тамаша башланырға бер нисә минут ҡына ҡалғайны. Йәһәтләп, партерҙың урта тәңгәлендәге урындарыбыҙҙы табып, барып ултырыштыҡ. Баҡтиһәң, беҙҙән дә һуңыраҡ килгән кешеләр бар икән. Театр хеҙмәткәре зал ишеген яба башлағанда, ҡабаланышып, ҡулдарына сағыу гөлләмәләр тотҡан тағы бер нисә ҡатын килеп керҙе һәм тура алғы рәткә йүнәлделәр.
– Ҡарале, теге ваҡытта Мәскәү һатыусыһы беҙҙе алдаған, ахырыһы, – тине хеҙмәттәшем, шул ҡатын-ҡыҙҙарға ымлап. – Иҫеңдәме, икәүләп мәркәзгә ғилми конференцияға барғаныбыҙҙа һин ундағы бер фирма магазинында шәмәхә төҫөндәге күлдәк һатып алғайның? Шул саҡта һатыусы: “Был күлдәкте Югославиянан алып ҡайттыҡ, ул бер генә дана итеп тегелгән дизайнер эше”, – тип маҡтап-маҡтанып торғайны. Күлдәктең хаҡы бик ҡиммәт ине, ифрат матур ҙа ине үҙе! Әнә, бер ханым нәҡ шундай күлдәк кейгән, тимәк, ул берәү генә булмаған килеп сыға түгелме һуң?
Шәмәхә төҫөндәге күлдәкте яҙа-йоҙа ғына мин дә абайланым, абайлауын, тик хеҙмәттәшемә яуап биреп өлгөрмәнем – спектакль башланды.
Ысынлап та, бик шәп ине ул Югославия күлдәге! Шәмәхә төҫөндәге йоҡа йөн туҡымаға зауыҡлы ғына итеп эре-эре аҡлы-ҡаралы биҙәктәр төшөрөлгәйне. Муйын тәңгәле “ҡамыт” тип аталған стилдә, еңдәре терһәктәрҙән әҙ генә түбәнерәк, итәге ярайһы уҡ киң генә. Өҫтәүенә, миңә бик килешә ине, һәм мин уны ныҡ оҡшатып һатып алғайным. Бер нисә тапҡыр яратып ҡына, һаҡлап ҡына кейеп тә йөрөгәйнем. Тик уны артабан кейергә насип итмәне...
...Бер нисә йыл элек, тормошом ал да гөл барғанда, минең менән дуҫлашырға, аралашырға теләгән ханымдар байтаҡ була торғайны. Яҙмыш мине бер-бер артлы ҡатыраҡ һынауҙар алдына ҡуя башлағас, улар барыһы ла тип әйтерлек ҡайҙалыр юҡҡа сығып бөттөләр. Шундайҙарҙың береһе – юғары уҡыу йортонда бергә уҡыған Рәмилә исемле курсташым ине. Юҡ йомошон бар итеп, бик йыш килеп йөрөй торғайны ул. Мин Мәскәүҙән ҡайтҡан көндә лә килгәйне. Мәркәздән алып ҡайтҡан яңы күлдәгемде бик ныҡ оҡшатҡайны. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул шул күлдәкте алып торорға тип килде.
– Бик яҡын туғандарым бергә йәшәй башлауҙарына егерме йыл тулыу айҡанлы ресторанда юбилей үткәрә, шунда нимә кейеп барырға белмәйем, – тигәйне ул. – Зинһар, биреп тор әле теге шәмәхә төҫөндәге күлдәгеңде. Ике көндән кире алып килермен.
Үтә ябаймын шул мин, кешегә “юҡ” тип әйтә алмайым. Бирҙем. Ике көн уҙҙы. Ике аҙна. Ике ай. Курсташым башын-күҙен күрһәтмәне. Бер көн ҡайҙандыр ҡайтып барғанымда ул йәшәгән дөйөм ятаҡ тәңгәленән үтергә тура килде. “Рәмиләнең ваҡыты етеңкерәмәйҙер, моғайын. Юл ыңғайы үҙем кереп күлдәгемде алып сығайым әле”, тип уйланым да дөйөм ятаҡҡа йүнәлдем. Ул өйҙә ине.
– Һис ваҡыт еткерә алмайым шул, күлдәгеңде алып барырға өлгөрмәйем дә ҡуям, – тип ғәфү үтенде ул.
– Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс нәмә юҡ, бына үҙем керҙем алырға, – тип яуап бирҙем мин.
– Әле генә йыуып коридорға элгәйнем, еп-еүеш килеш алып ҡайтып ултырмаҫһың инде, ошо көндәрҙә үҙем мотлаҡ алып барырмын, – тине ул.
Ысынлап та, бер нисә көндән килде ул миңә. Тик күлдәгемде алып килмәне.
– Теге көндө коридорҙан кемдер урлап алып киткән бит әй! – тип хәбәр һалды. Үҙен ныҡ ғәйепле һиҙгән төҫлө, ҡабат-ҡабат ғәфү үтенде. Мин уны хатта йәлләп тә киттем.
– Үтә хафаланма инде, гонаһы урлаған кешенеке бит, – тип курсташымды тынысландырырға маташтым.
Ҡайтып китер алдынан ул ишек төбөндәге көҙгө аҫтындағы тумбаға бер төргәк һалды ла:
– Бына, ғәфү үтенеүемде белдереп, һиңә бер әйбер алып килгәйнем, ҡабул ит инде, зинһар, – тине.
Минең баш тартыуымды тыңлап та тормайынса, ҡабаланып сығып та китте. Уның артынан ишек ябылғас, төргәкте асып ҡарарға булдым. Унда яһалма ебәк тауарҙан тегелгән, арҡырыға сағыу итеп төшөрөлгән һары-ҡара һыҙатлы, тоҡ рәүешле күлдәк ята ине. Был кейем миңә таныш ине – ҡасандыр, магазин кәштәләре буп-буш саҡта, ҡайҙандыр тауарын табып, курсташым уны үҙе теккәйне. Был ҡотһоҙ, килбәтһеҙ күлдәген үҙе кейеп йөрөгәнен хәтерләмәйем. Һәр хәлдә, күргәнем булманы. Ниңә уны миңә алып килгәнлеген дә аңлап етмәнем – күңелемә ятышлы ғына кейем-һалым кейгәнемде белә ине бит...
Шул саҡтан алып мин Рәмиләне башҡа күрмәнем. Шылтыратышып хәл белешергә ул дәүерҙә дөйөм ятаҡта ғына түгел, фатирҙарҙа ла телефондар һирәк ине, ә кеҫә телефондары бөтөнләй булманы. Ул үҙе бүтән килмәне, минең дә аяҡтарым уға тартманы.
...Хәтирәләремде көслө алҡыштар бүлде. Спектакль тамамланғайны. Артистар теҙелешеп тамашасылар алдына баш эйергә сыҡты. Шул саҡ бер ҡатын сәхнәгә күтәрелде һәм ҡулындағы матур гөлләмәне төп геройҙы уйнаған иргә тапшырҙы. Был ҡатын – Рәмилә, ә уның өҫтөндә минең шәмәхә төҫөндәге күлдәгем ине...


Мәрйәм Мәхмүтйәнова.

Автор:
Читайте нас