

Синоптиктар фаразы буйынса, сентябрь аҙағына тиклем Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы буласаҡ.
20 сентябрҙә көндөҙ аяҙ һауа торошо көтөлә, +20, +22 градус, ел көнбайыштан, уртаса. Баҫым норманан бер аҙ ғына юғарыраҡ.
Дүшәмбе, 21 сентябрҙә, тәүлек дауамында аяҙ һауа торошо көтөлә – төндә +12, +14 градус, көндөҙ +22, +24 градус, ел талғын.
Шишәмбе, 22 сентябрҙә, төндә +13, +15 градус, көндөҙ +23, +25 градус, ел талғын.
Шаршамбы, 23 сентябрҙә, аяҙ һауа торошо көтөлә; төндә +14, +16 градус, көндөҙ +24, +26 градус, ел талғын.
Айҙың һуңғы аҙнаһында – 24 сентябрҙән 30 сентябргә тиклем Башҡортостанда тиерлек йәйге һауа торошо фаразлана. Көндөҙ һауа +23, +24 градусҡа тиклем, ә төндә +14, +15 градусҡа тиклем йылынасаҡ.