+10 °С
Ясно


Өсөн көн рәттән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының IX саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау булды. Ғафури районының Ибраһим ауылындағы 1689-сы һанлы һайлау урынында ла был сара әүҙем, үҙенсәлекле үткән. Башҡорт халҡының милли кейемендә килгән Яҡшыбаевтар ғаиләһе һайлауға байрамса йәм өҫтәгән. Садыҡова Нурия Һиҙиәт ҡыҙы Ибраһим ауылы һайлау комиссияһын пицца бешереп килтереп һыйлаған. Ишемғолов Нурғәле Морат улы беренсе тапҡыр һайлауға килеп, гражданлыҡ бурысын үтәгән.
“Урындағы халыҡ әүҙем. Һәр сарала актив ҡатнашалар. Һайлауҙың да матур үтеүе тап уларҙың тырышлығы менән булды”, - ти һайлау комиссияһы ағзалары.