

1 кг ҡабаҡ йомшағы, 300 г күрәгә, 1 кг шәкәр, 5 аш ҡалағы лимон һуты.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Ҡабаҡты йыуалар, әрсейҙәр, орлоғонан таҙарталар. Йомшағын шаҡмаҡлап турайҙар. Кәстрүлгә ҡатлам-ҡатлам итеп ҡабаҡ менән шәкәрҙе һалалар (ғәҙәттә, ҡабаҡ менән шәкәрҙең ауырлығын тигеҙ итәләр, әммә үҙегеҙгә оҡшағансы алырға була). Шәкәрле ҡабаҡты 2—3 сәғәткә йә төнгөлөккә бүлмә температураһында ҡалдыралар. Ҡабаҡ һут бирергә тейеш. Йыуылған күрәгәгә йылымыс һыу ҡойоп 40—60 минутҡа ҡалдыралар. Һыуын түгеп, ваҡ итеп турайҙар.
Әгәр ҡабаҡтың һуты аҙ булһа, һыу өҫтәйҙәр. Уға лимон һуты ҡушалар ҙа талғын утҡа ҡуялар. Ҡайнап сыҡҡас, күрәгә өҫтәп, 10—15 минут тирәһе болғай-болғай утта тоталар. Бүлмә температураһында 3—4 сәғәткә һыуындырырға ҡалдыралар. Шунан ҡабаттан ҡайнаталар ҙа 10—20 минут тирәһе талғын утта тоталар. Ҡуйыраҡ булһын тиһәгеҙ, ҡайнатманы шулай ике йә өс тапҡыр ҡайнатып алырға була.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/sweet-pumpkin-slices-thanksgiving-food-photography_18059889