Шоңҡар
+7 °С
Ясно
Йәмғиәт
25 Сентября , 05:22

Әбейҙәр сыуағы бөттөмө инде?

-3 градусҡа тиклем һыуыҡтар көтөлә...

Әбейҙәр сыуағы бөттөмө инде?Әбейҙәр сыуағы бөттөмө инде?
Әбейҙәр сыуағы бөттөмө инде?

Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, йома, 25 сентябрҙә, һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Әммә иртән һәм төндә томан арҡаһында күреү мөмкинлеге насарайыуы ихтимал. Көндөҙгө һауа температураһы йылы буласаҡ: +19-ҙан +24 градусҡаса. Көнсығыш райондарҙа  +14 градусҡаса  йылы буласаҡ. Төндә +4, +9 градус булыуы көтөлә.

 26 һәм 27 сентябрҙә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк — ямғырҙар булмаясаҡ, ә ел көсһөҙ буласаҡ. Төнөн  +2, +7 градусҡаса түбәнәйәсәк, урыны менән таулы райондарҙа һыуыҡтар -3 градусҡаса етәсәк. Көндөҙ иһә көҙгө йылылыҡ һаҡланасаҡ — +17-нән +22 градусҡаса.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас