

2026 йылдың 1 октябренән Башҡортостанда Берҙәм социаль юл йөрөү билеты буйынса ташламалы хаҡты «Мир» картаһы менән түләргә мөмкин
Ташлама пенсия йәшенә еткәндәргә һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (18 йәштән өлкән) кешеләргә бирелә.
Нисек файҙаланырға:
Сентябрь аҙағына тиклем Дәүләт хеҙмәттәрендә «Мир» картаһын теркәгеҙ (vk.cc/d24x8T). Өлгөрмәһәгеҙ – ташлама 1 ноябрҙән генә ғәмәлгә инә.
Юл йөрөү өсөн ғәҙәттәгесә «Мир» картаһы менән түләгеҙ.
Түләнгән юл хаҡының дөйөм дәүмәле 600 һумға тулғас (был ЕСПБ хаҡы), транспортта артабан йөрөүегеҙ бушлай буласаҡ.
Бер ай эсендә 90 тапҡырға тиклем бушлай йөрөү ғәмәлдә буласаҡ.
Мөһим ҡағиҙәләр:
Ташлама «Мир» картаһы өсөн ҡаралған. Карталарығыҙзың береһен һайлап, уны ғына ҡулланығыҙ.
Терминалға һәр ваҡыт ташлама рәсмиләштерелгән картаны терәп, түләгеҙ.
Киләсәктә был ысулды, социаль әһәмиәтле төркөмдәр өсөн сервистарҙы арзанайтыу маҡсатында, мәҙәниәт учреждениелары һәм магазиндарға таратырға ниәтләйҙәр.