Шоңҡар
+8 °С
Ясно
Йәмғиәт
27 Сентября , 12:48

Тәрбиәсеһе ниндәй, балалары ла шундай

Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре бөгөн һөнәри байрамдарын билдәләй.

Тәрбиәсеһе ниндәй, балалары ла шундайТәрбиәсеһе ниндәй, балалары ла шундай
Тәрбиәсеһе ниндәй, балалары ла шундай

Ниғмәтуллина Ләйсән Ринат ҡыҙы  Өфө ҡалаһының 3-сө балалар баҡсаһының “3-сө йомро икмәк” төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләй. Сығышы менән Ейәнсура һылыуы ҡул эштәренә оҫта. Балаларҙы ла үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша. Ул алып барған “Тамсыҡай” түңәрәгендә бәләкәстәр башҡорт халҡының милли кейемдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы, туған телебеҙҙә сыҡҡан китаптар менән таныша. Оҫта ҡуллы тәрбиәсе төркөмөнә йөрөүсе ҡыҙҙарға стилләштерелгән түшелдеректәр, ә малайҙарға түбәтәйҙәр тегеп тә кейҙергән. Үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙе ҡулланып төрлө әкиәттәрҙе лә сәхнәләштерәләр.

Ләйсән Ринат ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлап эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Тәрбиәсеһе ниндәй, балалары ла шундай
Тәрбиәсеһе ниндәй, балалары ла шундай
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас