Шоңҡар
+8 °С
Дождь
Йәмғиәт
1 Октября , 04:05

Бөгөндән балаларҙы урамға сығармағыҙ!

Белмәнемсе, тимәгеҙ! Был бик хәүефле!

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөндән балаларҙы урамға сығармағыҙ!Бөгөндән балаларҙы урамға сығармағыҙ!
Бөгөндән балаларҙы урамға сығармағыҙ!

1 октябрҙән Башҡортостанда балалар өсөн ҡышҡы комендант сәғәте көсөнә инә. 22:00 сәғәттән иртәнге 6:00 сәғәткә тиклем бәлиғ булмағандар ата-әсәһеҙ урамда булырға тейеш түгел. Үҙ аллы йөрөү өсөн тыйылған урындар исемлеге бик киң. Урамдарҙа ғына түгел, стадиондар, майҙандар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пляждар, скверҙар һәм ихаталарҙа ла ярамай. Бынан тыш, балалар күп фатирлы йорттарҙың дөйөм файҙаланыу урындарында, йәмәғәт транспортында, вокзалдарҙа, йылға порттарында, аэропорттарҙа һәм интернет-кафеларҙа бала  бер үҙе генә йөрөргә тейеш түгел. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас