Шоңҡар
+8 °С
Дождь
Йәмғиәт
1 Октября , 03:40

Үҫмер саҡтан һыналған дуҫлыҡ

Үҫмер саҡтан һыналған дуҫлыҡ Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башланғыс класс уҡытыусылары - Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҡыҙы Миңдинур Яхина менән Таулыҡай һылыуы Земфира Сәйетованың студент йылдарынан башланып, әле лә дауам иткән матур дуҫлыҡтарына һәр саҡ һоҡланам...

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҫмер саҡтан һыналған дуҫлыҡҮҫмер саҡтан һыналған дуҫлыҡ
Үҫмер саҡтан һыналған дуҫлыҡ

 

Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башланғыс класс уҡытыусылары - Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҡыҙы Миңдинур Яхина менән Таулыҡай һылыуы Земфира Сәйетованың студент йылдарынан башланып, әле лә дауам иткән матур дуҫлыҡтарына һәр саҡ һоҡланам.

Уларҙың дуҫлыҡтарына нигеҙ 1986 йылда һалына. Таулыҡай һәм Ниғәмәт урта мәктәптәрен уңышлы тамалаған ике һылыу ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһына юғары уҡыу йортона уҡырға инергә юллана.

Әле ул ваҡытта бер-береһен белмәгән йәштәр, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты студенттары булыу бәхетенә ирешә. Бер факультетҡа уҡырға ингән Баймаҡ районы ҡыҙҙары, тиҙ арала уртаҡ тел табып, дуҫлашып та ала.

Миндинур Сәфәрғәле ҡыҙы Түбәнге Яйыҡбай ауылының татыу, йыр -моңға ғашиҡ, данлыҡлы Рәхимә һәм Сәфәрғәле Хәсәновтар ғаиләһендә унынсы бала булып донъяға килгән. Һөнәр һайлағанда ла үҙенән өлкән апай-ағайҙарының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Ә Зимфира Сәғәҙәт ҡыҙы, әсәһе - Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Әлифә Мәхмүтйән ҡыҙының уҡытыусы эшен бала саҡтан күҙәтеп, был һөнәр нескәлектәрен яҡшы аңлап, күңеленә һеңдереп, үҙе лә уҡытыусы булырға теләй. Атаһы -  Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы Сәғәҙәт олатай Үҙәнбаев та ҡыҙының педагог булыу теләген хуплап, изге теләктәрен юллап, фатихаһын бирә.

Бына шундай матур ғаиләләләрҙә үҫкән ҡыҙҙарҙы уртаҡ хыялдар, аныҡ маҡсаттар, алға ынтылыш яҡынайта ла инде. Улар икеһе лә тырышып уҡый, алдынғылар рәтендә була.

Ҡулдарына диплом алғас йәш белгестәр Баймаҡ районына эшкә ҡайта. Миндинур Сәфәрғәле ҡыҙы - Темәс, Зимфира Сәғәҙәт ҡыҙы  тыуған ауылы Таулыҡайҙа эш башлап, юлдар айырыла. Әммә, күп тә үтмәй ике һылыуҙы яҙмыш тағы ла осраштыра. Уларға Таулыҡай ауылының аҫыл егеттәре, класташтар Камил Яхин һәм Самат Сәйетов күҙ һала. Йәштәр дуҫлыҡтарын һынағандан һуң, ғаиләләр ҡороп, бер ауылда йәшәй башлай.

Миңдинур һәм Камил Яхиндар  биш бала үҫтереп, уларға юғары белем биреп, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итәләр. Миндинур Сәфәрғәле ҡыҙы менән Камил Әкрәм улының ғаиләһен ауылдаштар талантлы, дәртле, тырыш, татыу ғаилә тип белә. Улар  фермер хужалығы булдырып, бик уңышлы эшләп, гөрләтеп донъя көтәләр. "Әсәлек даны" миҙалына ла лайыҡ булды Миндинур Сәфәрғәле ҡыҙы.

Сәйетовтар ғаиләһе 3 балаға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып, оло тормош юлына баҫтырған өлгөлө ғаилә. Ғаилә башлығы Самат Муллахмәт улы урындағы хужалыҡта алыштырғыһыҙ механизатор. Уның хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланып, тағы ла тырышып эшләүгә дәрт өҫтәп тора.

Матур, күркәм йорттарҙа, бар уңайлыҡтар булдырып ауыл ерендә гөрләтеп донъя көтә улар.

Коллегаларым икеһе лә ижади эшләүсе уҡытыусылар булараҡ, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Уларҙың әҙерләгән уҡыусылары ауыл, район, республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһайҙар, ауылдың, мәктәптең данын күтәрәләр. Бигерәк тә "Урал батыр", "Һаулыҡ, һаумы, әкиәт!", "Башҡорт малайы" конкурстарында әленән-әле еңеү яулаған уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала улар. Шиғыр һөйләү, тасуири уҡыу, бейергә, йырларға ла өйрәтеү менән бер рәттән, хеҙмәткә һөйөү, тыуған яғын, телен, мәҙәниәтен яратҡан, заманса фекерләгән ысын граждандар тәрбиәләү уҡытыусыларҙың төп бурыстары тип һанайҙар.

Башланғыс класта уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү бик мөһим. Яңы алымдар ҡулланып, заман менән бергә атлап, уҡыусыларҙың һөйөүен, ата-әсәләрҙең ихтирамын да яулаған мәҡәләм геройҙары.

Миңдинур Сәфәрғәле ҡыҙы бер нисә йыл театр түңәрәген етәкләп, уҡыусыларҙы театр сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләне, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулап тағы ла дәртләнеп эшләүен дауам итә. Профком рәйесе вазифаһын да уңышлы алып бара.

Зимфира Сәғәҙәт ҡыҙы  директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булды, әлеге мәлдә кәңәшсе эшен дә ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Китапханасы штаты ҡыҫҡартылғас, өҫтәмә йөкләмәне лә үҙ яуаплылығына алған.

Йәшлек дәрте менән янып торған студент йылдары башланыуға инде 40 йыл ваҡыт үткән. Бергәләп студент отрядтарында эшләү, институт тормошонда ҡайнап йәшәү, барлыҡ сараларҙа ҡатнашыу, сит райондарҙа дәүләт практикаһын үтеү саҡтарын бик йылы хәтирәләр менән иҫләй коллегаларым.

Бер-береһен ярты  һүҙҙән аңлап, ярҙам итешеп, ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән хөрмәтле Зимфира Сәғәҙәт ҡыҙы менән Миңдинур Сәфәрғәле ҡыҙына артабан да иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.

Әнүзә АЗАМАТОВА,

Таулыҡай мәктәбе уҡытыусыһы.

"Һаҡмар" гәзитенән

Үҫмер саҡтан һыналған дуҫлыҡ
Үҫмер саҡтан һыналған дуҫлыҡ
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас