

Ҡайһы берәүҙәр, заман үҙгәрҙе, халыҡ үҙенә йомолдо, ярҙамсыллыҡ тигән төшөнсәләр бөттө, тип яр һала. Ә мин бының менән һис риза түгел. Хәҙер, киреһенсә, киң, күңелле, ихлас, ғәжәп йомарт, йөрәген һурып бирерҙәй кешеләр ямғырҙан һуң теҙелешеп сыҡҡан бәшмәк кеүек ишәйҙе. Бына, мәҫәлән, элек минең нисек йәшәүем, аҡсаһыҙлыҡтан интегеүем, бер тапҡыр ҙа сит илдә ял итмәүем менән этем дә ҡыҙыҡһынмаһа, хәҙер, Аллаға шөкөр генә, ете ят кешеләр ҙә әллә ҡайҙан телефонымды табып, хәлемде белешәләр, мохтажлығым өсөн ныҡ-ныҡ борсолалар, ҡайғыралар, уфтаналар, тиҙ генә аҡса эшләргә өйрәтәләр. Ул хәстәрлекле туғандарым күбәйҙе! Ғүмере күрмәгән, ғүмере ишетмәгән нәҫел-нәсәп әллә ҡайҙан табып, анһат ҡына байғошлоҡтан ҡотҡарырға тырышалар. Ул йыбанмай редакцияға килеп етәләр, фатир ишегенә лә пакуй юҡ, телефонды әйтеп тораһы ла түгел – шартлап бара. Һәр икенсе шылтыратыу – мине хәстәрләү, сереп байыуымды теләйҙәр.
Теге аҙнала телефоным тағы пипелдәне. Алдым. Яғымлы ғына ҡатын тауышы:
– Иҫәнме әле, туғанҡайым? Был Сәлимә апайың була, – тине.
Ундай исемле апайҙарым юҡ шикелле. Был кем икән? Үҙенән һорарға уңайһыҙландым. Яғымлы һөйләшергә тырышам.
– Иҫәнбеҙ әле, Аллаға шөкөр!
– Бик һәйбәт! Ә балалар?
– Шөкөр, икеһе лә уҡыйҙар.
– Уҡый, тиһең инте. Һинең икеһе лә ҡыҙҙар бит әле? Ҡыҙҙарға аҡса күп кәрәк инте. Ҡайһы ваҡыт аҡсаһы ла етмәй китәлер инте. Тормош шул тиклем, шул тиклем ауыр бит. Бөтә ерҙә ҡайырып аҡса һуралар. Дай ғына.
– Уныһы шулай.
– Туғанҡайҙарым ҡайҙа уҡый инте?
– Медицина университетында.
– Икеһе ләме?
– Эйе.
– Уй, ҡыҙҙарға аҡса күп кәрәк инте.
Минең өсөн бик борсолған апайҙың кем икәнлеген иҫемә төшөрә алмаһам да, әйләнгән һайын “инте”ләүенән үҙебеҙҙең Ғафури кешеһе икәнлеген тоҫмалланым. Шулай ҙа эстән генә ике, өс туғандарымды барлайым. Юҡ шул, һис иҫкә төшөрә алмайым. Изге күңелле апайым, минең нимә уйлауымды аңлағандай, үҙе туғанлыҡты хәтергә төшөрә башланы.
– Һинең мине белеп бөтмәүең тә бар. Беҙҙең ҡарт олатайҙарҙың ҡарт өләсәһе бер туған. Яҡын ғына зат-ырыу булабыҙ. Бына һинең телефоныңты шул туғандар чатынан таптым. Бөтәбеҙ ҙә шул Байбулдиндар затынан таралғанбыҙ. Туҡта әле, мәйтәм, иң тәүҙә үҙемтең туғаныма хәбәр итәйем, тим. Беҙ бит яҡын ғына туғандар. Туғандар бер-береһенә ярҙамлашып йәшәргә тейеш бит. Динебеҙ ҙә шулай ҡуша. Әтеү әллә ниндәй заман китте. Туғандар бер-береһен күрә алмай, байып китһә, яратмай. Дөрөҫ әйтәм бит?
– Әллә инде.
– Туғаным, бына һинең өсөн борсолоп ызванить итәм, – тип һүҙен дауам итте изге күңелле апайым. Уның шулай минең өсөн боросолоуына күңелем дә тулышып китте. – Һин ыридакцияла эшләйһең бит инте.
– Эйе.
– Унта аҡсаны асҡа үлмәҫлек кенә бирәләр, тиҙәр. Үҙем тә шулайҙыр тип уйлайым. Теге ваҡыт үҙеңте ауылта ҡалтырап бөткән “Лада Гранта”ла күреп ҡалтым. Хатта һинең өсөн оялып та ҡуйҙым әле. Ҡуй инте, анау хәтлем билдәле ҡустым шундай машинала йөрөп ятһынсы әле әҙәм көлтөрөп. Мин унтай машинаны күптән оноттом. Икенсе тапҡыр ауылға минең кеүек “Матиз”да осоп ҡына ҡайтасаҡһың. Шуға ла һиңә шәп аҡсалы эш тәҡтим итәм. Һине бер компанияла эшләргә саҡырам.
Һуңғы арала ғына түгел, һуңғы йылдарҙа бындай апайҙар, таныштар, хатта бығаса һинең донъяла барлығыңды ике ятып иҫенә бер төшөрмәгән “изге” күңелле кешеләр күбәйеп, уларҙың ни маҡсаттан шылтыратыуын бик яҡшы аңлаһам да:
– Ниндәй шәп эш! Уны күптән үк әйтмәй! Шулай мине онотмауығыҙға ҙур рәхмәт, – тим.
– Юҡ инте, онота буламмы? Үҙемтең туғаным бит. Башҡалар сереп байығанта, ни эшләп һин меҫкен булып йәшәргә тейеш әле. Мына ней, туғаным, һине шул компанияла аҡса эшләргә саҡырам. Яман рәхәт, иртән тороп эшкә бараһы түгел. Бына үҙем шул компанияла эшләй башлағаны бирле күҙем асылып ҡалты. Балаларға ипотекаһын түләшергә лә тип торам. Тфү-тфү, Хоҙайым-Аллаҡайым, алама күҙҙәр теймәһен... – Апайым тағы төкөрөнөп алды.
– Ниндәйерәк эш һуң?
– Эш тип ни! Эш тип әйтһәң, шаштырыу булыр. Рәхәт кенә аҡса һуғаһың. Сереп байыр көнөң алта! Бына һин фәлән урынға аҡса керетәһең дә үҙеңтең артыңтан тағы үҙең кеүек мохтаждарҙы керетәһең. Яман рәхәт. Улай ғынамы әле! Кешене хөрмәт итә торған шәп компанйы. Төрлө урындарға сәйәхәткә йөрөтәләр, кафеларға керетеп бушлай ашаталар, концерт ҡуялар. Кисә генә еҙнәң менән бер кафела ҡунаҡ булып ҡайттыҡ. Яман шәп һыйланылар, әртистәр концерт ҡуйҙы. Ҡайҙа күргәнең бар әле шундай хөрмәтте. Бына беҙ еҙнәң менән ошо көндәрҙә Ҡытайға сәйәхәткә барырға йыйынабыҙ. Беләһеңме, бөтөнләй бушҡа. Хоҙайым Аллаҡайым, алама күҙҙәр генә теймәһен... Эшебеҙ гөрләп бара! – Изге күңеле апайым тфү, тфү тип төкөрөп тә алды. Унан тағы дауам итте:
– Беләһеңме, шунан аҡсаны шыйырып аласаҡһың. Хөкәмәткә лә аҡсалы, бай кешеләр кәрәк. Хәйерселәрҙән ни файҙа! Улар ней налук түләй алмай. Шул ҡутара бала табып, хөкүмәттән аҡса давайлауҙан башҡаны белмәйҙәр. Хәҙер бит бөтә Уфа кешеһе шунта эшләй, сереп байып бөткәнтәр, ти. Аҡсаны тоҡсайлап йөрөтәләр. Һинең тә сереп байыр көнөң алта. Туғанҡайым, тағы шуны әйтәйем әле, теге ней үҙең беләһең, һеҙҙең дәүерҙә пенсия әллә була, әллә юҡ. Булмаһа, урам буйынта хәйерселәп йөрөргә ҡала инте. Бөтә нәмә ҡыйбат. Киләсәгеңте уйлаһаң, ошо компанияға кереп ҡал. Пенсияға начислиниеһы күп бара. Мәҫәлән, һин әле үк инһәң, фәлән һум пенсия ашап ҡына ятасаҡһың. Беҙҙең ҡасаба кешеләре вис шунда эшләй. Оҙаҡ уйлама, йәме, һуң булыуы бар. Хәҙер үк ошо номерға фәлән һум аҡса күсер.
Шул тиклем изге күңелле апайыма ҡапыл ҡара нимә тип әйтергә белмәй ҡалдым. Унан ул тағы телгә килде.
– Аҡсаң юҡмы әллә?
– Әлегә юғыраҡ шул!
– Шулай тип уйланым та. Бына шул байғошлоҡтан ҡотҡарыу өсөн шылтыратам та инте һиңә, туғанҡайым. Башҡалар сереп байып ятҡанта, ни эшләп әле минең туғанҡайым меҫкенлектә ғүмер итә?! Компанияға инһәң, аҡсаны баулап йөрөтәсәкһең. Мин әйтте тиң. Апайыңа рәхмәт уҡып бөтә алмаясаҡһың. Ярай, әлегә аҡсаң булмаһа, кередит алып тор. Йә булмаһа, берәйһенән үҙем һинең өсөн алып торам. Ҡасан эш хаҡы алаһың?
– Фәлән көндә.
– Шул көндә миңә мотлаҡ бурысыңды күсерерһең.
– Юҡ, юҡ, апай, минең өсөн аҡса биреп ҡуйма. Мин әле әҙер түгел. Әҙерәк уйлайым әле. Кәләш менән кәңәшләшәһе лә бар.
– Уның нимәһен кәңәшләшеп тораһың. Ғүмер буйы меҫкен булып йәшәгеһе килмәһә, риза булмай инте...
Тиҙ арала сереп байыу тураһында ул көндө оҙаҡ кәңәш бирҙе изге күңелле апайым. Иртәгеһенә лә шылтыратты. Тағы беҙҙе хәстәрләүе, тағы беҙҙе серегән бай итеп күрергә теләүе. Тағы оҙаҡ ҡына һөйләне. Өсөнсө көнгә лә шылтыратты. Йәнә сәғәт буйы матур кәңәштәрен бирҙе, өгөт-нәсихәт уҡыны. Уныһында әле ваҡытым юҡлығын, фатирыбыҙҙы һатып ҡала үҙәгенән алырға теләүебеҙҙе әйттем. Быны ишеткәс, изге күңелле апайым уғата ҡыуанып китте, тауышы яман көр, шатлыҡлы сыҡты:
– Аҡса юҡ, тиһең тә тораһың. Ана бит фатирыңты һатҡас, ҡулыңта әллә нисә миллион аҡса бар. Шул аҡса булмай, нимә булһын?!
– Аҡса ла ул. Ул бит фатир аҡсаһы. Уға икенсе фатир алырға кәрәк.
– Эй, туғанҡайым, туғанҡайым! Бигерәк бер ҡатлыһың инте. Шул аҡсаны балалатырға кәрәк, балалатырға! Ике лә уйламай минең компанияға керет.
– Шунан? Үҙебеҙ ҡайҙа йәшәйек?
– Ҡалай ҡыҙыҡ ҡынаһың. Урам буйынта түгел инте. Ыснимать итеп йәшәйһегеҙ?
– Китсәле!
– Бер ҙә китсәле түгел! Бер көндө шул аҡса һиңә ике, өс фатирлыҡ аҡса булып ҡайтасаҡ. Бөтә туғантар аптырап торор һинең сереп байығаныңа. Тағы яҡшы иномарка алып ебәрәһең. Бына бит Хоҙай һиңә үҙе юлыңды асып тора. Шуны ҡуллана белергә генә кәрәк. Аҙаҡ шул фатирҙың береһендә үҙегеҙ йәшәһәгеҙ, ҡалған икәүһенә кеше керетәһегеҙ. Аҡса арты менән килеп торасаҡ. Бына шулай, ҡустым! Сереп байыр көнөң алта. Әҙерәк кенә башты эшләтергә, ҡыймылдарға кәрәк. Ғүмер буйы атайың кеүек фәҡирлектә көн итергә теләмәйһеңдер бит?! Бына нимә, туғанҡайым, ике лә уйламайынса, фатир һатҡан аҡсаңты минең компанйыға керет. Ике лә уйлама! Хәҙер үк аҡсаңды миңә күсер. Түлкә әлегә был хаҡта берәүгә ысҡынтырып ҡуйма. Хатта бисәңә лә өнтәшмә! Күҙ тейеп ҡуйыуы бар. Беҙҙең халыҡ бит кешенең байып китеүен яратмай. Ә аҙаҡ, байып киткәс, бөтәһе аптырап, ах итеп ҡалыр...
... Дүртенсе көнгә теге бай апайымдың телефоны тағы тауыш бирҙе. Был юлы иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та ул, ах та ух килеп:
– Туғанҡайым, срочно һинең ярҙамың кәрәк! – тине.
– Ниндәй ярҙам?
– Ней, туғанҡайым, мына кередиткә машина алғайныҡ, шуны түләү ваҡыты еткән тә ҡуйған. Бөгөн һуңғы көн икән. Иртәгә уже пеня башлана. Шуға шунса һум ғына аҡса биреп тор әле. Берәүҙән табыр әмәл юҡ. Кеше әллә ниндәйгә әйләнгән ул. Аптырағанский.
Мине сереп байырға өйрәткән ҙур йөрәкле апайымдың тауышы был юлы бик йәлләүес сыҡты...