Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Октября , 15:54

Уҡытыусы апайҙарым

Һәр кемгә тейешле, үҙенең булмышына тура килгән тәғәйен һөнәр бирелә. Уҡытыусы булыу өсөн дә, уға уҡыу ғына етмәй. Иң тәү сиратта балаларҙы яратыу, бер-бер артлы килгән һәр яңы быуын менән бер тулҡында булыу, улар өсөн яуаплылыҡ тойоу кеүек сифаттар кәрәк. Мәҡәлә геройҙары - минең бер туған апайҙарым Динә һәм Зилә Ғилмановалар тап шундайҙарҙан. Уларҙың хеҙмәт кенәгәләрендә бер генә эш урыны яҙылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусы апайҙарымУҡытыусы апайҙарым
Уҡытыусы апайҙарым

Һәр кемгә тейешле, үҙенең булмышына тура килгән тәғәйен һөнәр бирелә. Уҡытыусы булыу өсөн дә, уға уҡыу ғына етмәй. Иң тәү сиратта балаларҙы яратыу, бер-бер артлы килгән һәр яңы быуын менән бер тулҡында булыу, улар өсөн яуаплылыҡ тойоу кеүек сифаттар кәрәк. Мәҡәлә геройҙары - минең бер туған апайҙарым Динә һәм Зилә Ғилмановалар тап шундайҙарҙан. Уларҙың хеҙмәт кенәгәләрендә бер генә эш урыны яҙылған.

Алғы арба нисек китһә, ҡалғандары ла шулай тәгәрәй, тиҙәр. Бәләкәйҙән өлгөлө апай була белеүе менән һөйөү, ихтирам яуланы ул. Динә Ғилман ҡыҙы 1978 йылда тыуа. Юлыҡ мәктәбендә уҡығанда саңғы спорты менән әүҙем шөғөлләнә. Туғыҙҙан һуң Салауат музыка училищеһын тамамлай. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының алыштырғыһыҙ уҡытыусыларының береһе. Музыка фәненән уҡытыу менән бергә, оҙаҡ йылдар театр, вокал, фольклор түңәрәктәрен етәкләне, башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһына. Үҙе сценарий авторы, үҙе режиссер, үҙе етәксе булараҡ “Башҡортостан ынйылары”, “Яҙғы тамсылар” кеүек республика кимәлендә үткән бик күп конкурстарҙа уҡыусылары еңеү яулап район данын яҡлай. Балалар ҡыҙыҡһынып уҡыған әҫәрҙәргә ярашлы сәхнә әҫәрҙәре лә яҙа. Тағы ла районда үткәрелгән бер генә сара ла ул әҙерләгән концерт номерҙарынан тыш үтмәй тиһәң дә шаштырыу булмаҫ.

– Сәхнә – уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу менән бергә, кеше алдында сығыш яһағанда тартыныуҙы бөтөрә, үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра. Һәләтһеҙ балалар юҡ, тип йыш ҡабатлайым. Гимназияға төрлө ауылдарҙан килеп уҡыйҙар. Үҙҙәренең йырлай, сәхнәлә уйнай белгәндәренә ышанмағандар ҙа килә ҡайһы саҡта. Беҙгә мәлен тотоп ҡалып, таланттарҙы асыу, оло тормошҡа әҙерләү төп маҡсат булып тора. Бары тик шөғөлләнергә, үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк, –ти Динә Ғилман ҡыҙы үҙ һөнәренең серҙәре менән бүлешеп. – Балалар яһалмалылыҡты тиҙ тоя. Улар менән ихлас булғанда ғына борсаҡ бешә. Гимназияны күптән тамамлап, хәҙер инде юғары урындарҙы биләһәләр ҙә, бала саҡтарындағы һымаҡ килеп ҡосаҡлайҙар, рәхмәттәрен әйтәләр. Яңыраҡ бер студент егет: “Һеҙгә килергә мөмкинме?” – тип смс яҙа. “Әлбиттә”,  – тим. Ул гимназияға килгәндә, минең эш ваҡыты тамамланып, ҡайтып китеп өлгөргәнмен икән. Килгәс: “Һеҙҙе күрмәй китһәм, күңелемдең бер мөйөшө китек булыр ине”, – тип йылмая. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙур бүләк бармы ни?! Уларҙың һөйөүен һатып та, нимәгәлер алмаштырып та алып булмай...

Яугилде егете Морат Шәйҙулла улы Абдуллин менән ғаилә ҡороуҙарына егерме йылдан артыҡ. Үҙе ҡорған донъяны гөл-сәскәгә күмеп, үҙе тәрбиәләп үҫтергән матурлыҡтан илһам, дәрт алып йәшәй ул. Ҡойоп ҡуйған һымаҡ итеп кофта, пальтолар ҙа бәйләй. Ғаилә башлығы Яҡутияла вахта ысулы менән эшләй. Оло ҡыҙҙары Диана бөгөнгө көндә Өфө кардиоүҙәгендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Милена Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты. Әсәләренән уларға эшһөйәрлек, ихласлыҡ кеүек күркәм сифаттар күскән.

         Ғафуриҙа уҡыусылар араһында тәүге спорт мастерына кандидат та беҙҙең ғаиләлә үҫә. 1983 йылда донъяға килгән Зиләне бынан ун биш – егерме йылдар  самаһы элек районда белмәгән кеше булмағандыр. Башланғыс кластарҙа уҡ еңел атлетика (тренеры Фәнил Басыровтың етәкселегендә) шөғөлләнеп, ҙур уңыштарға өлгәште. Заманында район һабантуйҙарында оҙонлоҡҡа йүгереү буйынса уны уҙыусы юҡ ине. Юғары кластарҙа уҡығанда Башҡортостандың йыйылма командаһына алынып, өс тапҡыр 45-әр көнгә Кисловодска барҙы, унынсы класта дүрт саҡрым алыҫлыҡта тау үренә йүгереп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында икенсе урын яулап, спорт мастерына кандидат тигән исемгә лайыҡ булды.

– Спорт – ул кешене физик яҡтан нығытыу, ихтияр көсө тәрбиәләү менән бергә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә лә өйрәтә. Тырышҡанда теләгән һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин икәнен дә аңлайһың. Еңел атлетика менән урта кластарҙа уҡығанда ныҡлап шөғөлләнә башланым. Атай-әсәй көн оҙонона эштә. Үҙеңде ҡарау менән бергә, мал тәрбиәләргә, өйҙө тәртипкә килтерергә лә өлгөрәһең. Тик бер ваҡытта ла ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып тренировкаларҙы ҡалдырғанымды иҫләмәйем. Ыжғыр бурандар, сатлама һыуыҡтар ҙа,  теләк булғанда ҡаршы килә алмай. Көнөнә алты саҡрым йүгереү минең көн режимына тәүге йылдарҙа уҡ инде. Ярыштар алдынан, күнекмәләрҙе иртәле-кисле, ике тапҡырға арттырып үтәйһең. Берәү ҙә: “Тейешһең. Кәрәк”, – тип бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, йүнәлеш биреп ултырманы. Ғөмүмән, беҙ үҫкәндә атай-әсәйҙәр ниндәй түңәрәккә йөрөргә, нимә менән шөғөлләнергә тип баш ватып ултырғандарын иҫләмәйем. Үҙ теләгебеҙ менән, үҙебеҙ белеп эшләнек. Шуға ла, һөҙөмтәләре лә һәр ваҡыт шатландырып торҙо. Хәҙерге йәш быуынға өлкәндәр тарафынан гиперопека көслө булғанлыҡтан, үҙҙәренә ышанып етмәйҙәр, – ти ул, спорттың шәхес тәрбиәләүҙә урыны ҙур икәнлеген билдәләп.

Зилә Ғилман ҡыҙы БДПУ-ны тамамлағандан һуң, БДМУ-ның физкультура  кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, дәрестәрен рус, инглиз телдәрендә алып бара. Оҙаҡ йылдар дөйөм ятаҡ мөдиренең тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булып та эшләне. Һиндостан, Ғәрәпстан кеүек илдәрҙән, Таджикстан, Дағстан, Чечня кеүек республикаларҙан килгән студенттарҙың күптәре дөйөм ятаҡта эшләгән ваҡытында: “Беҙ бында белем алыу менән бергә, һеҙҙең ярҙам менән тәртипкә, таҙалыҡҡа ла өйрәнәбеҙ”, - тип йыш ҡабатлайҙар ине.

Зилә Ғилман ҡыҙы оҫта ҡуллы, бала сағынан һәр яңылыҡтың ыңғай сифаттарын күреп, яңы нәмәләргә өйрәнергә әҙер генә торған кеше. Уҡырға төшкәс тә Фәғилә өләсәйебеҙҙән йөн иләргә, сиратырға, бәйләргә өйрәнеп ала. Әле лә буш ваҡыты әҙ генә булһа, был шөғөлөнә ихлас тотона. “Мин йүгергән алыҫлыҡта йөн иләгәнмендер”, – тип шаярта ул. Ҡауарҙы ауылы егете Фәрғәт Тәлғәт улы Сөләймәнов менән Тимур исемле ул үҫтерәләр. Улының үҙе кеүек көслө ихтиярлы, егәрле, намыҫлы, кешелекле булып үҫеүен теләй.

 Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Атайым менән әсәйем, Ғилман Вилдан улы менән Рүзилә Зәйнетдин ҡыҙы Зәйнетдиновтар беҙҙе, дүрт балаһын белем алыуҙың ҡәҙерен, кәрәклеген бәләкәйҙән аңлатып үҫтерҙеләр. Бер туған ағайым Руслан Ғилман улы ла ғүмерен мәғариф менән бәйләһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү кеүек фәндәрҙән үҙ эшенең оҫтаһы була алыр ине. Тик ул икенсе йүнәлеш буйынса китте. Оҫта төҙөүсе итеп беләләр уны. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ танылған апайҙарым, Динә һәм Зилә Ғилмановаларға тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауҙарын теләйем.

Уҡытыусы апайҙарым
Уҡытыусы апайҙарым
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас