Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Октября , 15:25

Уҡытыусылар көнөндә тыуған уҡытыусы

Журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы доценты, ғалимә Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Псәнчина-Арыҫланова бөгөн алтын юбилейын билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусылар көнөндә тыуған уҡытыусыУҡытыусылар көнөндә тыуған уҡытыусы
Уҡытыусылар көнөндә тыуған уҡытыусы

Ғүмереңде йәш быуынға белем биреүгә арнар өсөн уҡытыусылыҡҡа уҡыу менән бергә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән иңеңдә бурыс-яуаплылыҡ та булырға тейештер. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы доценты, ғалимә Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Псәнчина-Арыҫланова шундай шәхестәрҙең береһе. Бай тарихы булған уҡыу йортонда уҡытыусыларға белем биргән уҡытыусы ул.

“Үҙемде белгәндән алып мин уҡытыусы булырға теләнем. Күгәрсен районында күп балалы ғаиләлә унынсы бала, әнейемдең оло улына, атайымдың биш балаһына ҡуш булып, беҙ, дүрт бала, тыуған. Атайымдың һөйләүе буйынса, сөгөлдөр баҫыуҙан сыҡмаған әле, мин тыуғас, ҡар яуған һәм һыуыҡ булған (шуға уҫал беҙҙең ҡыҙ, тиер ине ул). Бала саҡта беҙ уҡытыусы булып уйнай инек, апайҙар беҙҙе уҡыта, указка тотоп, кәрәкте биреп. Тыуған көнөмдө һәм йылымды яратам. Һөнәрем, әлбиттә, оҡшай. Мәктәптә уҡытырға тура килмәне, хеҙмәт юлым Стәрлетамаҡ пединститутынан башланды, әммә уҡытыусылыҡ ҡанымдан килә, тип уйлайым. Өләсәйем яҡлап уҡытыусылар бар, атайым яҡлап та. Бала саҡтан уҡытыусы – белемле, ыҫпай кейемле, аҡыллы тип күҙ алдына баҫтыра инем. Ғүмер юлымда осраған уҡытыусыларыма: мәктәптә Күлбаева Нафиға апаға, Псәнчина Гүзәл апаға (Түләбай ауылында башланғыс кластарҙа), Ҡалдар урта мәктәбендә Ҡарабаев Шәрифйән Шәйхетдин улына, Әхмәтшин Зариф Харис улына, Ильясова Гөлдәр Баҡый ҡыҙына, Хисмәтуллина Рәмзиә Хәлил ҡыҙына, вузда Тикеев Данис Солтан улына бик ҙур рәхмәтлемен. Тап улар өлгөһөндә мин ошо профессияға хөрмәт менән ҡараным һәм уҡытыусы булып киттем. Оло быуын уҡытыусыларында белем һәм тәрбиә өлкәһенә ҙур яуаплыҡ менән ҡарау бар ине: уҡыталар, аңлаталар, үҙ өлгөләрендә тәрбиә бирәләр. Класс етәкселәрем Ишмөхәмәтова Әлмира Зөфәр ҡыҙы, Ҡарабаев Шәрифйән Шәйхетдин улы, Мәүлиева Әлфиә Сәмиҡ ҡыҙы беҙҙе ысын кеше итеп күрергә теләне. Шәрифйән Шәйхетдинович менән тәбиғәткә экскурсияға сығыуҙар һаман да хәтерҙә. Диплом етәксем Марат Вәли улы Зәйнуллин, диссертация яҙғанда етәксем Данис Солтан улы – минең остаздарым. Уҡытыусыларымдың күптәре ысын донъяла, тереләренең хәлен белеп торам. Профессияма мин еңел генә килмәнем, урта мәктәптән һуң бер йыл рабфакта уҡыным, биш йыл вуз, дүрт йыл аспирантура. Аспирантурала уҡыу осоромда башҡорт филологияһы факультетына профессор Данис Солтан улы эшкә саҡырҙы. Өсөнсө балам менән декрет ялында булманым, июндә тыуған бала менән сентябрҙә эшкә сыҡтым. Уҡытыусы һөнәре минең булмышымда тиһәм, хаталанмаҫмын: кешегә һорамаһа ла кәңәш бирәм. Бер һөйләгәнде ике тапҡыр әйтеп ҡуям, сөнки шулай күнегелгән. Беҙ ғүмер буйы уҡыйбыҙ: бала саҡта һөйләшергә, уҡырға-яҙарға өйрәнһәк, артабан кеше менән аралашырға, йәшәргә өйрәнәбеҙ. Уҡырға, эҙләнергә яратам: бер һөнәрем бар, етер, тип туҡталып ҡалманым, әммә бөтә уҡыған һөнәрҙәрем дә уҡытыусы профессияһы менән бәйле. Уҡытыусы көнөндә тыуыуым яуаплылыҡ өҫтәгәндер, күрәһең”, - ти Миләүшә Сынбулат ҡыҙы.

Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ! 

Уҡытыусылар көнөндә тыуған уҡытыусы
Уҡытыусылар көнөндә тыуған уҡытыусы
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас