Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Октября , 17:09

Уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ...

"Хеҙмәттәштәрем, мәктәп директорынан да уңдым. Алтынға тиң кәңәштәре менән әле лә ярҙам итеп торалар", - ти Нурсилә Зариф ҡыҙы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ...Уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ...
Уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ...

Дәүләтбаева (Исхакова) Нүрсилә Зариф ҡыҙы. Н.Х. Ғәрипова исемендәге Ҡауарҙы урта белем биреү мәктәбенең химия һәм биология фәндәре уҡытыусыһы.

"Бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялы менән яндым тип әйтә алмайым. Әммә балалар менән эшләргә яратҡас, ғүмеремде ошо һөнәргә арнаным. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамланым. Хәҙер үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хеҙмәттәштәрем, мәктәп директорынан да уңдым. Алтынға тиң кәңәштәре менән әле лә ярҙам итеп торалар.

Беҙ үҫкәндә уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ. Уның әйткән һүҙе закон ине. Өйҙәге тәртиптән дә килгәндер. Бөгөн иһә айырмалыҡтар ер менән күк араһы. Әлеге ваҡытта уҡытыусыға балаларға белем бирергә лә, цифрлашыу заманына яраҡлашып, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙән артта ҡалмаҫҡа тейеш. Ул көндән-көн эволюционлаштырылған һөнәр эйәһе ул. Тик бөгөнгө көндә уның кире яҡтарын ғына күреп, эш хаҡының түбән булыуына бәйләп, был һөнәргә уҡып та, эшләмәгән замандаштарым күп. Әммә нимә генә тиһәләр ҙә, уҡытыусы – һәр осорҙа ла иң кәрәкле һөнәрҙерҙең береһе булып ҡаласаҡ. Бер көн элек белем биргән уҡыусыларыңдың береһе яныңа килеп, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам иткәнең, белем биргәнең өсөн рәхмәт әйтһә, уҡытыусы өсөн шунан ҙурыраҡ бәхет-баһа юҡтыр", - ти ул.

Нурсилә Зариф ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлап, эшендә уңыштар теләйбеҙ. 

Уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ...
Уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас