+1 °С
Облачно


Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фируза Аллабирҙе ҡыҙы Шәрәфетдинова ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған уҡытыусыларҙың береһе. Ул Ғафури районының төрлө мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Күп балалы әсәй кешегә үҙ ваҡытында йүргәк балаһы менән дә эшкә сығырға тура килә. Ҡырҡ йыллыҡ стажлы уҡытыусыға бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ.