Шоңҡар
+5 °С
Облачно
Йәмғиәт
11 Октября , 10:10

Булмышы менән еңеүсе

Ир бала – илгә терәк икәнлеген беҙҙең дәүерҙә лә реаль шәхестәрҙең батырлығы аша күрергә тура килә. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы егете, кесе сержант Заһир ҠАРАМЫШЕВ та тап шулар араһында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Булмышы менән еңеүсеБулмышы менән еңеүсе
Булмышы менән еңеүсе

Ир бала – илгә терәк икәнлеген беҙҙең дәүерҙә лә реаль шәхестәрҙең батырлығы аша күрергә тура килә. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы егете, кесе сержант Заһир ҠАРАМЫШЕВ та тап шулар араһында.

Беренсе һәм мәңгелек мөхәббәт

Венера менән Дамир Ҡарамышевтар ҡорған ҡотло ғаиләлә Айнур менән Илнур ағаларының хәстәрлеген тойоп буй еткерә Заһир. Бала саҡтан шуҡ, шаян, бер үк ваҡытта ғәҙел, ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора. Яҡшы уҡый, мәктәптә һәр сараның уртаһында ҡайнай. Спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, концерттарҙа йырлай. Физкультура, йәмәғәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, хеҙмәт дәрестәрен айырыуса ярата. Бәләкәй сағынан уҡ шофер булырға хыяллана. Ауыл мәктәбенән һуң Иҫке Собханғолдағы урта һөнәри техник училищела уҡый.
Беренсе һәм мәңгелек мөхәббәтен дә мәктәп йылдарында осрата. Ауылдашы, класташы Гүзәлиә менән һигеҙенсе класта уҡығанда уҡ дуҫлашалар. Йылдар дауамында бер-береһен белгән йәш йөрәктәр егерме ике йәштәрендә өйләнешә. Йәш ғаилә кендек ҡаны тамған ерҙә нигеҙ ҡора. Бер-бер артлы Зилиә, Гөлиә, Рәлиә исемле ҡыҙҙары тыуа.

Ҡабаттан атларға өйрәнә

МХО башланыуы күптәрҙең яҙмышын, донъяға ҡарашын үҙгәртте, сабырлыҡҡа, тоғролоҡҡа һынаны. Етди, яуаплы, бар нәмәне алдан уйлап эшләгән Заһир, тыуған иленең киләсәге хаҡында борсолоп, 2023 йылда контракт төҙөп яуға юллана. Әлбиттә, яҡындары уны ут эсенә ебәреүгә ҡаршы килә. Тик алдына алғанын үтәмәйенсә туҡтамаған ир-уҙаман был юлы ла үҙ һүҙенә тоғро ҡала. Республиканың Даян Мурзин исемендәге доброволецтар батальоны сафында махсус хәрби операцияға юллана. Күп ваҡыт алғы һыҙыҡта йөрөргә тура килә уға. Ошо мәлдә ир менән ҡатын араһындағы тоғролоҡ та, һалдаттар араһындағы дуҫлыҡтың, берҙәмлектең ныҡлығы ла беленә.
2024 йылдың ғинуарында Заһир ҡаты яралана. Ҡанға батҡан яуҙашын Йылайыр районының “Ежик” позывнойлы батыры йөкмәп алып сығып, әжәл тырнағынан ҡотҡара. Биш саҡрым араны үткән башҡорт ир-егеттәренең бер-береһе өсөн утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер икәнлеге күренә. Артабанғы юлда Белорет егеттәре осрай һәм уларға ярҙам итәләр.
Пуля янбаш һөйәгенән инеп, түшенән килеп сыҡҡан “Ҡыпсаҡ”тың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҙур көс һала. Луганскиҙа, унан Дондағы Ростов ҡалаһында операция яһайҙар. Артабан Мәскәүҙең А.А. Вишневский исемендәге Үҙәк хәрби-клиник госпиталенә күсерелә һәм уға өсөнсө тапҡыр операция эшләйҙәр. Ваҡыты-ваҡыты менән бәйләнешкә кермәһә эстән генә ут йотоп йөрөгән Гүзәлиә, иренең ҡаты яраланыуы тураһында ишеткәс, бер мәлгә һеңгәҙәп ҡала. Тик тиҙҙән үҙен ҡулға алып, бирешмәҫкә, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәклеген аңлай. Реанимациянан яңы сыҡҡан ирен ҡарау менән бергә, уға тиҙерәк һауығырға уның йылы һүҙҙәре лә дауа икәнлеген һиҙгер йөрәкле ҡатын яҡшы аңлай. Ҡыҙҙарын ваҡытлыса тәрбиәләүҙе ҡәйнәһенә ҡалдырып, ул юлға сыға.
– Ихлас теләнгән доғалар күберәк дауаханала була, тигәндәренә тормош иптәшем менән бер ай госпиталдә ятҡанда нығыраҡ төшөндөм, – ти Гүзәлиә. – Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешә, тигәндәрен дә тап ошонда аңланым. Яңғыҙ, янына килеп тәрбиәләүсеһе булмаған яралыларға ҡарап күңелем әрнене. Йәшәү өсөн көрәшкәндә яҡын кешеләрең яныңда икән, ауыртыу, һыҙланыуҙарҙы еңелерәк үткәрәһеңдер. Тормошомда ошо мәл боролош осоро булды, тип әйтә алам.
Гүзәлиә ошонда ирекмәнлек эшенә лә тотона. Ул госпиталдә Башҡортостан егеттәрен эҙләп табып, уларҙы ла тәрбиәләшеп йөрөй.
Артабан Заһирҙы ошо госпиталдең 3-сө филиалына – Мәскәү өлкәһендәге Одинцово ҡалаһына күсерәләр. Бында ҡатыны уның янында ята алмай. Түшәктә ятҡан ирен сит ерҙә ҡалдырып китергә йөрәге етмәй уның. Эргәһенә барып йөрөп булһа ла тәрбиәләргә ҡарар итә. Был мәлдә республикабыҙ Хөкүмәте ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтә: урындағы ҡунаҡханала бушлай йәшәү мөмкинлеге бирә.
Артабан ете ай дауамында тыуған яғында Заһирға ҡабаттан атларға өйрәнергә тура килә. Ауырта, тип үҙеңде йәлләп ятһаң, һаулыҡ тағы ла нығыраҡ ҡаҡшай, киләсәк ғүмереңде түшәктә үткәреү хәүефе лә бар. Бала сағынан спорт менән шөғөлләнгән, ауыл ерендәге физик эштәрҙе башҡарып үҫкән Заһир быны яҡшы аңлай. Табиптарҙың ҡушҡандарын теүәл үтәп, ул яңынан аяҡҡа баҫа. Әлбиттә, ҡаты яраланып, әжәл менән көрәшкән яугирҙең ҡабаттан алғы һыҙыҡҡа баҫыуында иң беренсе сиратта уны яу яланында ташлап китмәгән, арыҫлан йөрәкле “Ежик”тың да, улының тиҙерәк һауығыуын теләп әсәһенең ҡылған доғаларының да, йәненең яртыһын бүлеп бирергә әҙер булған һөйөклө ҡатынының да, аталары өсөн үҙәктәре өҙөлгән ҡыҙҙарының да өлөшө ҙур. Икенсе ротаға күсерелгән Заһир бөгөн “Зага” позывнойы исеме аҫтында тыуған илен һаҡлай.
Заһир яраланып ҡайтҡан ваҡытында ла тыныс күңел менән генә ятмай. Яуҙағы дуҫтарын уйлай, уларҙың хәлен туҡтауһыҙ белешеп тора, борсола. Ҡатыны менән роталағы яуҙаштарының чатын төҙөй. Бөгөн дә был бәйләнеш төркөмө тәүлек әйләнәһенә эшләп тора. Кемдер шатлығы, кемдер ҡайғыһы менән уртаҡлаша, аҙналар дауамында хәбәр-хаты булмаған яугирҙәр тураһында борсолоуҙарын белдерәләр. Гүзәлиәнең дә ундай мәлдәре ваҡыты-ваҡыты менән булып тора. Ҡатындар, әсәйҙәр фронт һыҙығы тураһындағы яңылыҡтар менән бүлешә, бер-береһенең хәлен белешәләр, ярҙам ҡулы һуҙалар.
Әбделмәмбәт ауылы балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән Гүзәлиә йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йөрөй. Хеҙмәттәштәре, шулай уҡ барлыҡ Әбделмәмбәт ҡатын-ҡыҙҙары бергә төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл элек Өфөлә үткән “Ватанды һаҡлаусылар” кубогына ижади фестивалдә “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары” ансамбле исеменән сығыш яһайҙар. Унда яҡындары махсус хәрби операцияла булғандар саҡырыла. Ҡәйнәһе менән Гүзәлиә лә ҡатнаша. Лайыҡлы еңеп, кубок алып ҡайталар.
Донъяһын да гөрләтеп көтөргә тырыша йылдар дауамында әсәй ҙә, атай ҙа вазифаһын бергә алып барған ҡатын. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, Ҡарамышевтар ғаиләһенә район хакимиәтенән торлаҡ сертификаты тапшырыла һәм ошо ярҙам менән йорттарының икенсе ҡаты төҙөлә.

Рәсәй чемпионы үҫтергән ғаилә

Икеһе лә матур ғаиләләрҙә үҫкән Ҡарамышевтар ҡыҙҙарын тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Улар ҙа, үҙ сиратында, ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша, уңыштары менән һөйөндөрөп кенә торалар. Бәләкәй саҡтарынан йыр-бейеүгә маһирҙар, спорт менән шөғөлләнергә яраталар. Зилиә әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында юриспруденция йүнәлеше буйынса белем ала. Ижади күңелле ҡыҙ шиғырҙар яҙа. “Сулпылар”ҙа ҡатнашып, үҙен сәхнәлә лә йыш һынаған.
Зилиә – һеңлеләре өсөн һәр ваҡыт өлгө. Биш йәшендә әсәһенең ярҙамы менән “Урал батыр” эпосын ятлай. Апаһының сәхнәгә сығырға ваҡыты еткәс, Гөлиә лә теләк белдерә. “Һин бит ятламаның”, – тип, өлкәндәр аптырап ҡала. Тик күҙ йәштәре аша үҙен дә сәхнәгә сығарыуҙарын һораған баланың теләгенә ҡаршы килә алмайҙар. Тиҙ арала уға яраша башҡорт милли күлдәк табып кейҙереп, конкурста ҡатнашыусылар исемлегенә керетәләр. Баҡһаң, әсәһе апаһына эпос ятлатҡанда, отҡор ҡыҙ эстән ҡабатлап, хәтеренә һеңдереп йөрөгән. Зилиә ул ваҡытта Бөрйән районы кимәлендә Гран-при яулай. Сәмсел һеңлеһе иһә был мәлдә: “Икенсе йылға гран-при минеке буласаҡ”, – тип эстән генә һүҙ бирә һәм, эпосты күберәк ятлап, еңеүсе исемен ҡулынан ысҡындырмай. Шулай уҡ моңло ҡыҙ ҙа ул. Кескәй сағында үҙе өсөн махсус яҙылған йырҙары “Юлдаш” радио каналында әле лә яңғырай.
Әбделмәмбәт ауылы республикала лайыҡлы шәхестәр үҫтергән төбәк булараҡ билдәле. Спорт өлкәһендәге еңеүҙәре менән дә ғорурлана алалар. Улар араһында Гөлиәнең исеме лә бар. Дзюдо, самбо һәм ирекле көрәште берләштергән грэпплинг тигән спорт төрө менән ул урта кластарҙа уҡығанда шөғөлләнә башлай. Тренеры Нур Усманов башта уҡ: “Гөлиә әйткәнде ыңғайына һеңдерә белгән, тырыш ҡыҙ”, – тип маҡтай. Педагогтың әйткәндәре раҫҡа тура килә. Тиҙҙән ул үҫмерҙәр араһында Башҡортостан чемпионы исеменә лайыҡ була. Бер нисә йылдан һуң Рәсәй чемпионы исемен яулай. Әлеге ваҡытта туғыҙынсыны тамамлаған Гөлиә апаһы уҡыған ергә белем алырға барасаҡ.
Ҡарамышевтарҙың кинйәкәйе апаларына ҡарап өлгө ала, Әбделмәмбәт урта мәктәбендә тырышып уҡый.
– Ҡыҙҙарымда тас аталарының холҡо. Ул да уҡыусы сағынан уҡ тырыш, һәләтле, булдыҡлы, маҡсатлы, – ти Гүзәлиә, берсә тормош иптәше Заһир, берсә ҡыҙҙары менән ғорурланып. Күрәһең, булмышы менән еңеүсе булыу Ҡарамышевтар ғаиләһенең ҡанында.


Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:
Читайте нас