

Күп һорауҙарға яуап тапҡан бер аҡыл эйәһе йәшәгән. Әлбиттә, уға ышанмаусылар ҙа табылған. Шуларҙың береһе уны тикшереп ҡарамаҡсы булған. “Усыма күбәләкте йомамда: “Ул тереме, әллә үлеме?” – тип һораясаҡмын. Әгәр ҙә: “Юҡ”, – тип әйтә икән – күбәләкте осороп ебәрәсәкмен. “Тере”, – тиһә, киреһенсә, күбәләкте усымда ҡыҫып үлтерәсәкмен”, – тип алдан хәйләһен дә уйлап ҡуйған.
Бына бер ваҡыт былар осрашҡан һәм хәйләкәр әҙәм аҡыл эйәһен шул ысул менән тикшереп ҡарар өсөн алдан әҙерләгән һорауын биргән.
– Йә, аҡыл эйәһе, әйт инде. Минең усымдағы күбәләк тереме, әллә үлеме? – тип һораған ул.
– Барыһы ла һинең ҡулыңда, – тип яуап биргән аҡыл эйәһе.
Ысынлап та, дуҫтар, әҙәм балаһына һайлау мөмкинселеге бирелә. Шуға ла, алма беш – ауыҙыма төш, тип әҙерҙе көтөп ятмайыҡ. Барыһы беҙҙең ҡулда.
Фото интернеттан алынды.