

Башҡортостан Яҙыусылар союзында «Башҡортостандың әҙәби картаһы» проекты сиктәрендә бик йөкмәткеле, матур әҙәби - музыкаль кисә уҙғарылды.
Дүртөйлө районында эшләп килгән «Тулҡын» әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары үҙҙәренең күп яҡлы һәләттәре менән асылды.
Шағирә Светлана Васикова менән берекмә етәксеһе Алһыу Әхмәтоваға Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Дүртөйлөнөң һәүәҫкәр ижадсылары үҙҙәре сығарған китаптарҙан күргәҙмә лә төҙөгән. Уның түрендә «Тойғо тулҡынында бөтөрөлөп» исемле өр-яңы йыйынтыҡ урынлашҡан. Ошо йыйынтыҡтың исем туйы кеүегерәк тә булды был сара. Авторҙар сәхнәнән үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған моңло йырҙар яңғыраны.
«Йәшел береттар» вокаль-инструменталь, «Әллүки» фольклор ансамблдәре сығыштары, Ләлә Мөкминованың башҡорт халыҡ бейеүендә өҙҙөрөп баҫыуы, йәш башҡарыусы Марсель Хәйруллиндың һәм башҡа таланттарҙың ихлас йырлауы сараның сағыу биҙәге булды.
«Башҡортостандың әҙәби картаһы» проекты ярҙамында беҙгә республикабыҙҙың райондарында, ҡалаларында йәшәп, ижад итеүселәр менән күрешеү, бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеге тыуҙы. Артабан да беҙҙе яңы осрашыуҙар, яңы асыштар көтә!