Шоңҡар
+5 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Октября , 13:15

Иң аҙ эш хаҡы күләме килһе йылда күпме булыр?

Был хаҡта РФ Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты ултырышында Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң аҙ эш хаҡы күләме килһе йылда күпме булыр?Иң аҙ эш хаҡы күләме килһе йылда күпме булыр?
Иң аҙ эш хаҡы күләме килһе йылда күпме булыр?

2027 йылда минималь эш хаҡы күләменең 28 935 һумға тиклем артыуы көтөлә. Был хаҡта РФ Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты ултырышында Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков белдерҙе. Был әлеге күрһәткестән 6,8 процентҡа күберәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда төбәк коэффициенты 15 процент тәшкил итә, шуға күрә республиканың минималь эш хаҡы күләме федераль минималь эш хаҡына ҡарағанда юғарыраҡ. 2026 йылда федераль минималь эш хаҡы күләме 27093 һум тәшкил итһә, республикала минималь эш хаҡы 31156,95 һумға барып етте.

Әгәр ҙә федераль минималь эш хаҡы күләме 28 935 һумға тиклем күтәрелһә, тимәк, төбәк коэффициентын иҫәпкә алғанда, Башҡортостанда минималь эш хаҡы яҡынса 33 300 һумға етеүе ихтимал. Бюджетҡа ҡарамаған секторҙа эшләүселәр өсөн сумманың тағы ла ҙурыраҡ булыуы ихтимал — республикала иҡтисадтың реаль секторында минималь эш хаҡы база ставкаһынан 5,7 процентҡа юғарыраҡ булырға тейеш тигән килешеү бар. Әгәр ошо принцип һаҡланһа, сумма 35 мең һумдан ашып китәсәк.

2027 йылға эш хаҡы күләме әлегә раҫланмаған, аныҡ һандар ноябрҙә йәки декабрҙә иғлан ителәсәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас