Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Октября , 13:13

Атайҙарға алтын йыр юҡ...

Атайҙарға алтын йыр юҡ,Атайҙарға – көмөшө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атайҙарға алтын йыр юҡ...Атайҙарға алтын йыр юҡ...
Атайҙарға алтын йыр юҡ...

Атайҙарға алтын йыр юҡ,
Атайҙарға – көмөшө.
Һәр баланың яҙмышында
Атайҙың үҙ өлөшө.

Атайҙар – алтын арҡалыҡ
Ғүмер буйы япмалыҡ.
Уларҙың бер яратыуы
Күңелгә ҡот, тамғалыҡ.

Атайҙар – алтын бағана,
Атайҙар– алтын сүкеш.
Яҡшы атай йөрәктәрҙә
Һаҡлана матур килеш.

Атайҙарға алтын йыр юҡ,
Атайҙарға – көмөшө.
Тик
һәр баланың яҙмышында
Уның алтын өлөшө.
Айзилә Мортаева.

Атайҙарға алтын йыр юҡ...
Атайҙарға алтын йыр юҡ...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас