

"Атайыбыҙ Рөстәм Закир улы Арыҫланов 30 йылдан ашыу Төньяҡта вахта ысулы менән эшләй. Ул өс бала атаһы, һәр ваҡыт уларға үҙенең эштәре һәм йылы һүҙҙәре менән ярҙам итә. Йыл һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә атайыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Был беҙҙең илдә сағыштырмаса йәш байрам, әммә уның һәр беребеҙ өсөн әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ.
Атай булыу-ҙур һәм яуаплы хеҙмәт, шул уҡ ваҡытта ҙур шатлыҡ. Аталарҙың ярҙамы балаларға үҙ маҡсаттарына ышаныслы алға барырға ярҙам итә. Атай үҙенең шәхси өлгөһө менән балаларҙа әсәһенә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләй, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтә.
Бөтә атайҙарға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ", - ти балалары.
Атайҙар, байрамығыҙ менән!