Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Октября , 15:54

Иң яҡын дуҫым да

Рәхмәт, атай, һин – иң яҡшыһы!

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң яҡын дуҫым даИң яҡын дуҫым да
Иң яҡын дуҫым да

“Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдарында, атайымдың көслө ҡосағында үҫтем. Улар миңә тормош бүләк итте, яратып үҫтерҙеләр  һәм матур тәрбиә бирҙеләр. Атайым Риф Шәриф улы  – минең терәгем, ышанысым, иң яҡын дуҫым. Уның аҡыллы кәңәштәре, ҡыйыу ҡарарҙары мине һәр саҡ дөрөҫ юлға алып бара.

Атайым, һиңә рәхмәт, тормош бүләк иткәнең, беҙҙе тәрбиәләгәнең, һәр яҡлап терәк булғаның өсөн. Һинең яныңда мин һәр саҡ ышаныслы, көслө булдым. Һинең һабаҡтарың, аҡыллы кәңәштәрең – былар минең өсөн иң ҡәҙерле байлыҡ. Рәхмәт, атай, һин – иң яҡшыһы!” – ти Янбаев Байрас, Өфө ҡалаһының  35-се белем биреү үҙәгенең 4-се класс уҡыусыһы.

Иң яҡын дуҫым да
Иң яҡын дуҫым да
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас