Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Октября , 15:08

Яңғыҙлыҡты һорап алмайҙар

Һәр парҙың бәхет сере башҡаларҙыҡынан айырылып торған кеүек, ғүмерен яңғыҙлыҡҡа дусар итеүселәрҙең ваҡытында кейәүгә сыҡмай, кәләш алмай ҡалыуҙарының сәбәптәре төрлө. Иң тәү сиратта, әлбиттә, ата-әсәйҙең роле ҙур.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңғыҙлыҡты һорап алмайҙарЯңғыҙлыҡты һорап алмайҙар
Яңғыҙлыҡты һорап алмайҙар

Унауһында йәш ғаиләләр булһа, унауһында – буйҙаҡтар. Өсөнсө өлөшөнә йәйен генә ҡайтып китәләр. Халыҡ һанының күҙгә күренеп кәмеүенең, ауылдарҙың бөтөүенең төп сәбәптәренең береһе йәштәр өйләнешергә ашыҡмай. Быйылғы йыл башынан ғына Рәсәйҙә йөҙләгән ауыл юҡҡа сыҡҡан. Бер нимә лә үҙгәрмәйенсә, барыһы ла ошо юҫыҡта дауам итһә, милләт ҡотон һаҡлаусы, беҙҙе туйындырыусы, бер илле йылдан әле яңғыҙы унда көн күргән буйҙаҡтар менән бергә, ауылдарыбыҙ ҙа юҡҡа сығасаҡ.

Һәр парҙың бәхет сере башҡаларҙыҡынан айырылып торған кеүек, ғүмерен яңғыҙлыҡҡа дусар итеүселәрҙең ваҡытында кейәүгә сыҡмай, кәләш алмай ҡалыуҙарының сәбәптәре төрлө. Иң тәү сиратта, әлбиттә, ата-әсәйҙең роле ҙур. Алты ул үҫкән ғаиләлә, барыһы ла яңғыҙ йәшәп ғүмер кисергәндәрен беләм. Баҡһаң, әсәй кеше улдары кәләш алып ҡайтҡан һайын: “Һинең кәләшеңде ҡарарлыҡ хәлем юҡ”, – тип буласаҡ килендәрен ҡыуып сығарып торған икән. Шул уҡ ваҡытта әсәй кеше балаларына өҫтәлмә белем биреү, оло тормош юлына үҙ аллы сығарырға ярҙам итеү тураһында уйлап та бирмәгән. Һөҙөмтәлә, барыһы ла эскегә бирелеп, ҡырҡ биш – илле йәшкә лә етмәйенсә төрлө сирҙәрҙән, йә баштарын элмәккә элеп был донъянан китеп бөткән.

Ғөмүмән, ата-әсәһенең артыҡ күп ҡыҫылыуынан яңғыҙ ҡалып ғүмерен заяға үткәреүселәр күп. Бер нисә дипломлы, аҡыллы, эшлекле, төҫ-башҡа ла бынамын тигән иллеһен ваҡлап та һаман үҙенә тиң йәрҙе таба алмаған ағайҙың әйткәндәре лә уйландыра. “Беҙҙе бәләкәс саҡтан атайым: “Һеҙҙең буласаҡ ирҙәрегеҙ, ҡатындарығыҙ иң яҡшыһы, ара-тирәлә берәү генә булырға тейеш”, – тип тылҡып үҫтерҙе. Эйе, башта һайланырға ҡыҙҙар күп ине. Тик берәү ҙә һине көтөп ултырмай икән. Утыҙҙы ваҡлағанда мин күҙ һалған ҡыҙҙар: “Быға тиклем буйҙаҡ йөрөүеңдең сәбәбе барҙыр. Йә ауырыуһың, йә холҡоң насарҙыр”,  – тип йөҙҙәрен сира башланылар. Ваҡыт үткән һайын һайларлығы ла ҡалмай икән. Ә бит йәшлегем күкрәп сәскә атҡан мәлдәрҙә лә бынамын тигән ҡыҙҙар бар ине. Әле уларға ҡараһам, нисек шундай гүзәл затты ҡулдан ысҡындыра алдым икән, тип уфтанам. Иң-иңен эҙләп йөрөп мин генә отолдом. Һайланған һаҙға, йә таҙға тигәндәре шул була инде”,  – ти.

Милләттәштәребеҙ араһында ғүмерен яңғыҙын үткәреүсе гүзәл заттарыбыҙ ҙа байтаҡ. Уларҙы ауыл да, ҡала ла осратырға мөмкин. Бер өлөшө, әлбиттә, аҡ атта килгән принцты көтөп пенсияға етә. Уның кейәүе бай, мотлаҡ сит ил машинаһында елдерергә, ҡалала фатиры булырға, йылына бер нисә тапҡыр сит илгә сәйәхәткә алып сығырға, көн дә иртән уны үбеп кенә уятырға тейеш. Икенсе өлөшө, алда әйтелгәнсә, бала сағынан ата-әсәһенең тәрбиәһенән ҡалған шауҡым арҡаһында ваҡытында үҙ парын табырға ҡамасаулай. Беҙҙе: “Ҡыҙҙар тыйнаҡ булырға, егет кеше иң беренсе үҙе һиңә килеп һүҙ ҡушырға, үҙе беренсе хистәрен белдерергә тейеш”, –  тип ҡырҡ ерҙән тыйып үҫтерҙеләр. Күп булдыҡлы, аҫыл ир-егеттәребеҙҙең сит милләт ҡыҙҙарына өйләнеүенең дә касафаты шунан. Йәнә аҡыллы, үҙ һүҙендә тора белгән, көслө ихтиярлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан көслө заттың һағайып, хатта бер ни тиклем ҡурҡып ҡарауын да онотмайыҡ. Иғтибар итһәгеҙ, тормошҡа еңел-елпе ҡараған, төшөрөргә яратҡан, донъя тип артыҡ борсолоп та бармаған ҡатын-ҡыҙ бер ирҙән китеп өлгөрмәй, икенсеһенә, өсөнсөһөнә сыға. Дүртәр-бишәр балалы булғанда ла уның менән ваҡытлыса ғына ла йәшәп тороусы табыла.

Мәҡәләне тулыһынса журналдың сентябрь һанында уҡығыҙ. 

Яңғыҙлыҡты һорап алмайҙар
Яңғыҙлыҡты һорап алмайҙар
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас