Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
5 Май 2022, 12:41

Парлы килеш яңғыҙ ғүмер иткәнбеҙ…

– Йә, Хоҙай! Өнөммө, төшөммө был?.. Әллә бөтөнләй хыялыйға һалыша башланым инде, – тип һиҫкәнеп күҙҙәрен асып ебәрҙе ул. Моңло көйгә бирелеп, бер аҙҙан тағы ойоп китте, йәшлек хәтирәләре даръяһында йөҙөүен дауам итте.

Парлы килеш яңғыҙ ғүмер иткәнбеҙ…
Парлы килеш яңғыҙ ғүмер иткәнбеҙ…
Бөгөн ял көнө ине. Рәмилә йоҡонан ҡояш менән бергә уянды. Йыуынып, өҫ-башын тәртипкә килтерҙе лә иртәнге сәйҙе әҙерләргә кереште. Уның иҫәбе – ирен һәм балаларын ниндәй ҙә булһа тәмле ризыҡ менән һыйлау. Ул етеҙ генә ҡоймаҡ ҡойорға тотондо. Һәммәһе әҙер булыуға, өйҙәгеләр ҙә уянып, өҫтәл янына йыйылды. Маҡтай-маҡтай, сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә иртәнге сәйҙе эскәндән һуң, барыһы ла үҙ эшенә юлланды: ире менән улы бергәләп хужалыҡ эштәрен ҡараштырырға сығып китте, ә ҡыҙы иһә зауыҡлы кейем-һалым алыу ниәтенән баҙарҙа, магазиндарҙа йөрөп ҡайтырға булды.

Өй эсендә йәнә тынлыҡ урынлашты, ә ундай шомло тынлыҡты һис кенә лә өнәмәй Рәмилә. Табынды йыйыштырып, һауыт-һаба­ны йыуғандан һуң, радионы ҡабыҙ­ҙы, буш ваҡыттарында, айырыуса ял көндәрендә “Юлдаш” каналын тыңларға ярата ул. Радио тыңлай-тыңлай, уйҙарына бирелеп, бер аҙ тәҙрәнән ҡарап торҙо. Ә тышта – яҙ, тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уянған сағы, әйләнә-тирәлә йәнә яңы тормош башланған илаһи бер мәл ине. Шул ҡәҙәр ҡаты һалҡын­дарҙан һуң, йылы ҡояш нурҙары­ның үҙен иркәләүенә, ағас ботаҡ­тарындағы бәләкәй япраҡтарҙы, морон төртөп килгән йәшел үлән­дәрҙе күреүгә, нисектер ышанып та етмәгән төҫлө ул. Ҡар-буранлы, һалҡын ҡыш бер ҙә бөтмәҫ, мәңге китмәҫ кеүек тойола ине уға был юлы...

Оҙаҡламай радиола ял концерты башланды. Бер йыр тапшырҙы­лар, унан – икенсеһен. Ә өсөнсөгә диктор исемен һәм авторҙарын атап, бығаса таныш булмаған өр-яңы йыр иғлан итте. Ғәҙәттә, яңы йырҙы тыңлағанда көйөнән бигерәк уның һүҙҙәренә, эстәлегенә иғтибар итә Рәмилә, сөнки бер көнлөк йырҙар ифрат та күбәйеп китте бит һуңғы арала. Яңы йырҙы шундай яғымлы, моңло тауышлы йырсылар дуэт менән башҡара ине.

– Ҡара һин уны, ниндәй матур йыр бит был! Туҡта әле, туҡта, “Ғүмер юлын парлы килеш парһыҙ үткәнбеҙ” тип йырлай түгелме һуң улар?..

Был юлдарҙы ишетеүгә, ҡатын­дың аяҡ аҫтында ер убылғандай тойолдо, һулышы, йөрәк тибеше йышайҙы, күҙҙәрендә ҡайнар йәш тамсылары ялтыраны, һәм ул, хәлһеҙләнеп, йомшаҡ креслоға барып ултырҙы. Йырҙы йотлоғоп тыңлай-тыңлай:
– Ҡара әле һин уларҙы, һушың китерлек бит, әй! Минең яҙмышым тураһында ҡайҙан белеп йырлай­ҙар икән?! Юғиһә, инде сирек быуат үтһә лә, үҙемдең беренсе мөхәб­бәтем хаҡында бер кемгә лә, хатта уртаҡ түшәкте бүлешеп ғүмер иткән иремә лә һөйләгәнем, күңелемде бушатҡаным булманы бит минең, – тип һөйләнде ул үҙ алдына көс-хәл менән. Был йыр Рәмиләне, ҡанаттарына ултыртып, бик йыраҡ­ҡа – зәңгәр томандар артында ҡалған йәшлегенә осороп алып китте.

...Рәмилә ғаиләлә бер генә бала ине. Ата-әсәһе ҡанатына һыйынып, иркәләнеп, наҙланып, шул уҡ ваҡытта эш һөйөүсән, уңған, ҡыйыу ҡыҙ булып үҫеп етте, бәләкәйҙән һатыусы булырға хыялланды ул. Яҡындары уны юғары уҡыу йортонда уҡытып, яҡшы эшкә урынлаштырып, “ҙур” кеше итеп күрергә теләһә лә, үҙ фекерендә торҙо Рәмилә: һөнәрселек-техник учили­щеһында белем алып, һатыусы һөнәрен үҙләштерҙе. Унан бөтөн­ләй күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡҡа – сит ергә эшкә ебәрҙеләр ҡыҙыҡайҙы. Бында, бәләкәй генә ауыл магазинында, беренсе мөхәббәтен осратты, Фәрит исемле оҙон буйлы, ҡара сибәр егет менән танышты. Нәҡ һинд кинофильмындағыса, йәштәр бер-береһенә бер күреүҙән үлеп ғашиҡ булды. Унан улар һәр көн һайын осраша башланы, эс серҙә­ре, уй-ниәттәре менән уртаҡлаш­ты, киләсәккә төрлө пландар ҡорҙо.

– Бына күрерһең әле, һөйөклөм, беҙҙән дә бәхетле пар булмаясаҡ был донъяла, ­– тине Фәрит, Рәмиләһен күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлап.

Тиҙҙән улар икеһе лә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Ҡыҙ үҙ һөнәре буйынса уҡыуын дауам итергә теләһә, бәләкәйҙән техника “ене” ҡағылған егеттең юғары белем алып, хужалыҡта инженер булып эшләү ине иҫәбе. Уҡый баш­лағас, һирәгерәк күреште йәштәр, уның ҡарауы, эх, ниндәй һағы­нышлы, рәхәт һәм ләззәтле ине бит ул осрашыу минуттары!.. Бер саҡ шулай, оялып ҡына тәү тапҡыр үбешеүҙәре лә “келт” итеп иҫенә төштө. Шундай татлы, ғазаплы уйҙарға бирелеп, уттай янған, кипкән ирендәрен ялап ҡуйҙы Рәмилә һәм шул саҡ кинәт кенә уның күҙ алдына, нәҡ элеккесә, йәп-йәш ҡиәфәттә үҙенең беренсе мөхәббәте – Фәрите килеп баҫты.

– Йә, Хоҙай! Өнөммө, төшөммө был?.. Әллә бөтөнләй хыялыйға һалыша башланым инде, – тип һиҫкәнеп күҙҙәрен асып ебәрҙе ул. Моңло көйгә бирелеп, бер аҙҙан тағы ойоп китте, йәшлек хәтирәләре даръяһында йөҙөүен дауам итте. Эйе, ярата, бик ярата, өҙөлөп һөйә ине бит Рәмилә Фәритте. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош ҡороп бергә йәшәү генә насип булманы уларға. Икенсе курста уҡыған саҡта егет аварияға эләгеп һәләк булды, 22 йәшендә шулай аяныслы рә­үештә яҡты донъя менән хушлашты, сәскәләй ғүмере фажиғәле өҙөлдө уның. Ә ҡыҙ был ауыр ҡайғыны күтәрә алмайынса ҡаты ауырып китте, уны дауахананың реанимация бүлегенә илтеп һалдылар. Айға яҡын кома хәлендә ятып, яңынан күҙҙәрен асырға насип булды уға. Һушына килгәндә ҡаршы­һында урта йәштәрҙәге мөләйем йөҙлө ханым – дауахананың баш табибы баҫып тора ине.

– Уяндыңмы, ҡыҙым? Бына быныһы яҡшы булған, юғиһә бик оҙаҡ йоҡлап ҡурҡыттың бит һин беҙҙе, – тип яғымлы ғына өндәш­кәйне ул шул саҡта. Рәмилә, үҙенең ҡайҙа ятҡанлығын абайламайынса, ҡурҡып һәм һиҫкәнеп, кинәт кенә урынынан ҡуҙғалырға итте, ләкин уның керпек ҡағырлыҡ та хәле юҡ ине.

Быны күреп, табип:
– Юҡ, әлегә киҫкен хәрәкәттәр яһарға ярамай, тыныслан, ҡыҙым! Әле һин дауаханала ятаһың, ә мин баш табип булам. Һине хәҙер ҡарарҙар, терелеп аяҡтарыңа баҫ­ҡансы дауалау процесын контролгә аласаҡмын, – тине лә, бер аҙ ниҙер уйланып торғандан һуң, ҡулдарын ҡарҙай ап-аҡ халатының кеҫәһенә тығып, һалмаҡ ҡына атлап ишеккә йүнәлде.

Рәмиләгә баш табиптың былай һөйләшеүе, яғымлы итеп “Ҡыҙым!” тип өндәшеүе бик сәйер тойолдо. Ул был хаҡта уйларға ла өлгөр­мәне, шул арала палатаға шәфҡәт туташтарын эйәртеп табиптар килеп керҙе, ҡыҙыҡайҙы был тормош­ҡа яңынан әйләнеп ҡайтыуы менән ҡотлап, ныҡлап ҡарарға керештеләр. Баш табип бик яҡшы аңлатҡан, ахырыһы, быларға, тип уйлап ҡуйҙы Рәмилә, аҡ халатлыларҙың бик ныҡ өтәләнеүен күҙәтеп. Юҡһа, элек тә дауаханаға йөрөштөргәне булды үҙенең, һәр барыуында табиптарҙың битарафлығына, үҙҙәрен дорфа тотоуҙарына ғәй­рәте сигеп ҡайта торғайны. Ә был юлы бөтөнләй башҡаса, уларҙы, гүйә, алыштырып ҡуйғандай тойолдо уға.

Мең ғазап, көс-хәл менән төндө лә үткәрҙе Рәмилә. Уның янына шәфҡәт туташы менән табип алмаш-тилмәш инеп, хәлен белеп кенә торҙо. Унан шундай матур итеп, һыҙылып таң атты. Яңы көн тыуып, ҡояш бер аҙ күтәрелгәс, палатаға йәнә баш табип килеп инде. Ауырыу менән үҙен генә ҡалдырыуҙарын үтенеп, ҡыҙ ятҡан койка янына килеп ултырҙы ла, уның ҡулынан тотоп, йомшаҡ ҡына һүҙ башланы:

– Иҫәнме, ҡыҙым! Бер аҙ еңеле­рәкме инде? Бөгөнгө эш көнөмдө һинең хәлеңде белешеүҙән башлап ебәрергә булдым әле... Минең дә бит ҡасандыр нәҡ һиңә оҡшаған берҙән-бер ҡыҙым бар ине. Бынан ике йыл самаһы элек, йөрөгән егете менән асыуланышҡандан һуң, уға үс итеп, яҡты донъянан китеп барҙы, һөйгәненән үс алды-алыуын, тик мине лә ғүмерлек ҡайғы утына һалды шул күҙ нурым. Үкенескә ҡаршы, мин уға шул саҡта ярҙам итә алманым, ә һине терелтәсәкмен, – тине ул.

Баш табиптың шулай асылып китеп, үҙенең ауыр яҙмышы ха­ҡында һөйләүе, уны үҙ балаһылай яҡын күреп ҡыҙғаныуы тамам уйға һалды ҡыҙҙы. Эйе, ысынлап та, бик дөрөҫ әйтә бит, ата-әсәһен шундай ҡара ҡайғыға һалмайса, артабан нисек тә йәшәргә тейеш әле ул был донъяла. Бөгөнгөләй хәтерендә: “Киләсәктә мин көслө буласаҡмын, тормош һынауҙарына тештәремде ҡыҫып булһа ла түҙеп йәшәйәсәкмен”, – тип ҡәтғи ҡарарға килгәйне Рәмилә шул саҡта. Бер-бер артлы йылдар уҙҙы, дауахананан һауығып сығып, уҡыуын тамамлап, эшләүен дауам итте, хеҙмәт баҫҡыстарынан әкренләп юғарыға үрләне. Һөйгән йәре йыш ҡына төшөнә кереп, уны өҙөлөп һағынһа ла, яҙмышына буйһоноп йәшәй бирҙе ул. Бер саҡ шулай кеше ышанмаҫлыҡ хәл дә булып алды әле уның тормошонда, төштәренең береһендә Фәрите:

– Иртәгә әсәйемдең тыуған көнө бит әле. Мин уға йыл һайын бүләккә матур яулыҡ, яҡшы һинд сәйе һәм бер пар галош ала инем. Һин дә шундай бүләк эшләй алмаҫһыңмы икән? – тип үтенде. – Тик ҡара уны, аҡсаң булһа ғына, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы, аҙаҡтан күҙен ҡыҫып, эскерһеҙ йылмайып.

Рәмилә ул төндө йоҡоһонан шыбыр тиргә батып, тертләп уянып китте. Керпек тә ҡаҡмайынса, иртәнгә ҡәҙәр һалҡын мендәрҙе сылатып, таң аттырғайны ул шул саҡта. Эштән һуң, бүләк-күстә­нәс­тәр менән егеттең әсәһенә барып, күргән төшө хаҡында һөй­ләгәс, меҫкен ҡарсыҡтың да һушы китте.

– Эйе шул, ысынлап та, бөгөн тыуған көнөм бит. Эй-й-й, улыҡа­йым! Күҙ ҡарам, йөрәккәйем минең! Әхирәттә лә мине ҡайғыртып ята бит ул, – тип әрнеп илағайны әсәһе. Әсә кешенең шулай өҙгөләнеүенә ҡыҙҙың да күңеле тулып, ҡосаҡ­лашып, эй үкһене улар икәүләп...

...Утыҙ йәше тулғансы тиерлек бер кемде лә үҙ янына яҡын ебәрмәне Рәмилә. Район ҡулла­ныу­сылар йәмғиәте рәйесе булып эшләй генә башлаған йылдар ине буғай, ул ата-әсәһе янына ҡунаҡҡа ҡайтты. Шул саҡ яҡындары: “Ғүмер буйы яңғыҙың йәшәп булмай, үҙ парыңды табып, тормошҡа сығыу яғын ҡарарға кәрәк!” – тип яйлап ҡына өгөтләнеләр үҙен. Әллә биргән кәңәштәре килештеме, әллә яҙмыш ҡушыуы буйынсамы, икенсе йылда уҡ, гөрләтеп туй яһап, тормошҡа сыҡты Рәмилә.

...Ситтән ҡарағанда һәммәһе лә ҡасандыр теге баш табип әйткән­дәй ине уның: ире аҡыллы, сабыр, тыйнаҡ кеше булды, ғүмер итеп бер ауыр һүҙ ҙә әйткәне булманы. Алмалай ике бала үҫтерҙеләр, тауҙай донъя ҡороп, байлыҡта-муллыҡта йөҙөп йәшәнеләр. Ә бына бөгөн... Бөгөн килеп ул радионан тапшырылған шул үҙәк­тәрҙе өҙөрлөк, бәғергә үтеп инерлек моңло йырҙы тыңлаған ваҡытта, үҙенең парлы килеш парһыҙ ғүмер итеүен һәм ниндәй генә фани донъя байлыҡтарының да йөрәк түрендә яралған беренсе керһеҙ, саф мөхәббәтте алыштыра алмауын аңланы... Нәҡ шул йыр, ә был осраҡта иҫ киткес ҙур психологик һәм эмоциональ көскә эйә булған ғәжәйеп сәнғәт әҫәре, уның инде бына нисәмә тиҫтә йылдар буйына күкрәк ситлегендә томаланып йәшә­гән хистәр өйөрмәһен ҡуҙғатып ебәрҙе, эске донъяһының аҫтын-өҫкә килтерҙе.

...Ҡатындың хәле кинәт насарланды: ул бер янды, бер туңды, һарыуы ҡайнап, күңеле болғанды, күҙ алдары ҡараңғыланды, йөрәге сәнсте, тыны ҡыҫылды, тамам хәле бөткәндәй тойолдо. Күҙ алдында йәшлек мөхәббәте – Фәрите, май ҡояшындай балҡып, йәнә пәйҙә булды. Был юлы инде ул ихлас ҡыуанып, яғымлы йылмайып, ҡулдарын йәйеп, һөйгәнен үҙ янына саҡыра ине. Рәмилә, һуңғы көсөн йыйып:

– Һөйөклөм, элек һин бик дөрөҫ ҡабатлай инең, эйеме?! “Беҙҙән дә бәхетлерәк пар булмаясаҡ был донъяла”, – ти инеңме әле?.. Эйе, Фәритем, мөхәббәтем, берҙән-берем минең! Беләм, ысынлап та, беҙҙән дә бәхетлерәк пар бул­маясаҡ! Тик был донъяла түгел, әхирәттә беҙ иң бәхетле пар буласаҡбыҙ, – тип уттай янған ирен­дәрен көс-хәл менән ҡый­мылдатып бышылданы ла күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо... Ауыр ҡайғы ла еңә алмаған мөхәббәтле йөрәкте бер йыр тибеүенән туҡтатты.

Ә радиолағы шул моңло йыр һаман да талғын ғына ағыла ла ағыла ине... “Тормош юлын парлы килеш парһыҙ үткәнбеҙ”, – тип, үҙәктәрҙе өҙөп, һаман йырлай ине әле йырсы...
 
 
Дүртөйлө районы.


Рәфил Саматов
Автор:
Читайте нас в