Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
11 Май 2022, 15:03

Һинең алда мин ғәйеплеме, Таһир?

Бик оҙаҡ һөйләштек ул кистә. 18 йәштә генә булһам да, тормошҡа ҡараштарҙың айырылыуын, бәлки, шунда уҡ һиҙгәнмендер. Бер ай дауам иткән ғашиҡлығым һүрелә башланымы икән әллә? Белмәйем.

Һинең алда мин ғәйеплеме, Таһир?
Һинең алда мин ғәйеплеме, Таһир?

“Һеҙ бер күреүҙән баш юғалтырлыҡ итеп ғашиҡ булғанығыҙ бармы? – тип һораны Ғәлимә апай уйсан ғына итеп. – Мин бар! Алыҫ йәшлегемдә ҡалды ул хәтирә, онотолмаҫ ул йәй!.."

... Уның менән беҙ әхирәтемдең туйында таныштыҡ. Кейәү егеттең дуҫының миңә ҡарап-ҡарап ҡуйыуын шунда уҡ һиҙҙем, әлбиттә. Тәүге мөмкинлек тыуыу менән парлы бейеүгә саҡырҙы. Исеме Таһир икән. Йәштәр менән күмәкләп клубҡа барғанда ла ялп итеп эргәмә килеп етте, ҡулымдан етәкләп үк алды.

- Минең дуҫлашып йөрөгән егетем бар, - тип ҡулымды ипләп кенә тартып алдым.

- Булһасы. Ә, бәлки, мин ғашиҡ булғанмындыр! – ти был шаян йылмайып. Гармунда уйнай, матур йырлай икән Таһир. Йырлағанында оҙаҡ итеп миңә ҡарап-ҡарап ала. Зәңгәр күҙле, шаян һүҙле егет миңә лә оҡшай кеүек. Өс көн дауам иткән туй барышында етәкләшеп кенә йөрөнөк, эргәһенән бер тотам ебәрмәне. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу шулай буламы икән ни? Хәйер, 18 йәш – үҙе үк күңелдең иң иләҫ-миләҫ сағылыр инде. Уҡыған ҡаламда бер йыл самаһы дуҫлашып йөрөгән егетемде лә онотторҙо был Таһир. Йәй дауамында бер нисә тапҡыр өс тиҫтә саҡырымдағы ауылынан мотоцикл менән килде. Ә бер көндө үҙҙәренә дискотекаға тип алып ҡайтып китте. Туп-тура өйҙәренең алдына барып туҡтаны ла, “Әйҙә, әсәйем менән таныштырам!” – ти. “Юҡ” та “юҡ” тиеүемә ҡарамай, етәкләп алып инеп китте. Инеү менән: “Әсәй, таныш бул, мин ошо ҡыҙҙы кәләш итеп алам!” – тимәһенме. Аптыраным, оялышымдан ҡып-ҡыҙыл булдым. Әсәһе хәлемде аңланы, артыҡ бер нимә төпсөшөп торманы, сәй эсереп оҙатып ҡалды. Клубта Таһирҙың дуҫтары көтөп тора ине. Улар автобус туҡталышына барып, күмәгенә бер литр көмөшкәме, араҡымы сығарып эсә башланы. Бәхетемә күрә, минең кеүек “эсмәйем” тигән бер-ике ҡыҙ табылды. Улар менән ситкәрәк китеп һөйләшеп торҙоҡ. Таһир эскән булһа ла, имен генә ауылыма илтеп ҡуйҙы.

- Өйләнешәйек, Ғәлимә! Мин һине бөгөндән кәләшем итеп күргем килә! – тине ҡосағына ҡыҫып.

- Юҡ, Таһир, миңә әле дүрт йыл уҡырға кәрәк. Мин әле генә кейәүгә сыға алмайым.

- Улайһа, мин баш ҡалаға барып эшкә төшәм! Һинең яныңда булам.

- Әйҙә, уҡырға ин. Һин бит шундай матур йырлайһың, гармунда уйнайһың. Сәнғәт училищеһына ҡуш ҡуллап аласаҡтар!

- Юҡтыр, әсәй яңғыҙ. Бындай аҡсаһыҙлыҡта нисек уның елкәһендә ятып уҡымаҡ кәрәк? – тип күңелһеҙләнде һөйгәнем.

- Таһир, ә һеҙ гел шулай ял итәһегеҙме? Йәғни эсәһегеҙме?

- Ә ауылда башҡа нимә эшләйһең? Клубҡа сығып, йәки ҡырҙа усаҡ яғып, шулай күңелләнеп алабыҙ инде.

- Мин улай эскән кеше менән тормошомдо бәйләгем килмәй ул...

- Әгәр һин миңә кейәүгә сыҡһаң, мин бөтөнләй эсмәйәсәкмен!

Бик оҙаҡ һөйләштек ул кистә. 18 йәштә генә булһам да, тормошҡа ҡараштарҙың айырылыуын, бәлки, шунда уҡ һиҙгәнмендер. Бер ай дауам иткән ғашиҡлығым һүрелә башланымы икән әллә? Белмәйем. Киләһе аҙнаһында күңелһеҙ генә уйҙар менән Өфөгә – уҡыуыма юлландым. Дуҫ егетемә барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләргә булдым. Ул башта үпкәләне, байтаҡ ваҡыт аралашманыҡ, әммә тора-бара арабыҙ яңынан яйланды. Әлбиттә, Таһир Өфөгә эшкә лә, уҡырға ла килмәне. 90-сы йылдарҙағы аҡсаһыҙлыҡ күптәрҙең өмөт-хыялдарына кәртә булды шул. Киләһе йәй каникулға ҡайтҡас, мотоциклына атланып, килеп етте. Арала күҙгә күренмәҫ кәртә бар кеүек. Мин дә былтырғы йәйҙәге ғашиҡ ҡыҙыҡай түгел инем инде. “Таһир, мин һинең менән бергә була алмайым” – тип дөрөҫөн әйттем. “Ә мин һине шул тиклем яратҡайным. Әле лә яратам!” – тине. Бик күңелһеҙ, ауыр аңлашыу булды был. Киләһе йәйенә бергә уҡыған егетемә кейәүгә сыҡтым... Бына 30 йыл инде бергә йәшәүебеҙгә. Бәхетлемен. Балалар үҫте, өләсәй-олатай ҙа булдыҡ. Ә Таһирҙы бер генә тапҡыр күрергә тура килде. Теге хәлдәргә биш йыл самаһы ваҡыт үткәс, осраҡлы рәүештә автовокзалда осраштыҡ. Тормош ҡаҡҡан, һуҡҡан икәне әллә ҡайҙан күренеп тора, һуҡмыш та ине. Тағы күңелһеҙ генә һөйләшеү килеп сыҡты.

- Кейәүгә сыҡҡаныңды ишеттем.

- Эйе...

- Бәхетлеһеңме?

- Тормошома зарланмайым. Ә һин өйләндеңме?

- Юҡ...

- Ниңә? Өйләнергә кәрәк.

- Кәрәк тип кенә булмай бит... Һинең кеүекте осратманым башҡаса...

Бына шундай тарих. Шуныһы үкенес – Таһир бөтөнләй өйләнмәне. Яңғыҙ әсәһе менән йәшәй, бер ҡатын янына инеп, йәшәп тә ҡараған, тинеләр. Ысынлап та, Таһирҙың бөгөнгәсә яңғыҙ булыуында мин сәбәпсемелер, юҡмылыр – белмәйем. Кешенең тормошон бәхетһеҙ иттемме икән ни, тип уйлап алам ҡайһы берҙә. Әммә бәхет өсөн көрәшергә лә кәрәк бит. Ә ул көрәшергә теләмәне. Шулай булғас, ғәйеп миндә генә лә түгелдер тием...” – тип тамамланы һүҙен Ғәлимә апай.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова 

Автор:
Читайте нас: