Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
21 Октябрь 2022, 14:11

Һөйәркәһе шылтыратҡан...

Ҡатыны дөрөҫ эшләнеме икән?

Һөйәркәһе шылтыратҡан...
Һөйәркәһе шылтыратҡан...

Бер мәл Фатимаға иренең һөйәркәһе шылтыратты.
― Сәләм Фатима!
― Сәләм! Был кем?
― Һин мине белмәйһең. Мин иреңдең һөйәркәһе булам. Зәлиә булыр исемем.
― ...
― Ниңә телһеҙ ҡалдың? Әгәр үҙеңде йәлләтә белмәһәң, Морат әллә ҡасан һинән китер ине.
― Аңламаным. Ниндәй йомош менән шылтыратаһың?
― Һөйәркәһе мин иреңдең! Һө-йәр-кә-һе-е-е! Ишетәһеңме?

Фатима төндө уйланып үткәрҙе. Иртән йоҡонан тороуға ҡарар ҡабул иткән ине...

Хәҙер Фатима "һөйәркәмен" тигән кешегә үҙе шылтырата башланы. Көн дә ул ире биргән бүләктәр менән маҡтанды. Бирмәһә лә бирҙе, тине. Төндө ире менән нисек үткәреүҙәрен тәфсирләп, арттырып һөйләне. Иренең кәйефе ниндәй булыуға ҡарап, "яңылыштан ғына" телефондан һөйәркәһенә шылтыратты. Йәнәһе яңылыш баҫылған. Быларҙы, әлбиттә, һөйәркәһе илай-илай ишетеп ултырҙы.

Кемгә был оҡшаһын! Ҡатынын йәлләгән өсөн бергә йәшәйем, тигән ирҙең ҡатыны янында һандуғастай һайрарын? Һөйәркәнең сабырлығы оҙаҡҡа етмәне. Тиҙҙән ул ҡыҙғаныныуын асыҡтан-асыҡ белдерә башланы. Һөйәре менән талашыуҙар йышланы. Мораттың да сабырлығы оҙаҡҡа етмәне. "Булмай былай", ― тигән ҡарарға килеп һөйәркәһен ташланы.


Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: