Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
13 Апрель 2023, 20:31

Тиң түгел ул

Яҙмыш пар ҡанатын әллә нисә һындырҙы инде, түҙҙе. Түҙәр...

Тиң түгел ул
Тиң түгел ул

Алиса унан оло ине. Егеттең үҙенән 11 йәшкә йәшерәк булыуын үҙе үк «бераҙға» тип һанаһа, туғандары, дуҫтары «байтаҡ икән» тигән ҡарар сығарҙы. Ярай әле, үпкәләмәне Алиса. Улар бит Русланды белмәйҙәр, күргәндәре лә юҡ. Фотоһын күрһәткәндә дә, Алиса үҙе әйтмәһә, белмәҫтәр ине лә. Аралаша башлағанда йәш шулай айырмаһын тойманы ул. Фекерләүе буйынса ла, үҙ-үҙен тотошона ҡарағанда ла бик аҡыллы, тыйнаҡ егет ине. Егет... Ҡырҡ йәшлек Алисаға йәш кеше түгел, ир кәрәк ине бит инде, тормош алып барырлыҡ ир. Ҡыҙыҡ, Алисаны дуҫтарына кем тип таныштырҙы икән Руслан? Осрашып йөрөгән ҡыҙымы, ҡатынмы? Йәше нисәлә булыуын белгәс, Русландың әсәһе шунда уҡ ҡаршы килде. Уны ла аңлай Алиса. Бала табыу йәшен уҙып барыусы килен тураһында хыялланмағандыр  ул да.

Ике тапҡыр кейәүҙә булған Алиса ҡырҡ беренсе йәшенә атлаған ҡатын ине. Ҡатын-ҡыҙ бәхете бер ус төбө ҡәҙәр генә  булыр тип кем уйлаған... Беренсе ире Дамир менән бер-береһенә ғашиҡ булып, ике йыл осрашып йөрөп, бөтә шартын килтереп өйләнешкәндәр ине. Фатир алғас Дамир үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Һөйләшеүҙәр, янауҙар, айырылышабыҙ тип ҡурҡытыуҙар уны ла тайғаҡ юлдан турыһына баҫтырырға ярҙам итмәне. Башта ниндәйҙер үләндәр, кәйефләндерә торған төймәләр менән генә «уйнап» маташҡан ине, һуңынан ысын наркотиктар ҡуллана башланы... Өйҙәге ноутбукты алып сығып һатҡанын белгәс тә Дамирҙың атай-әсәйенә барыһын да һөйләне, һуңынан ЗАГСка барып ғариза яҙҙы Алиса. Ҡайнылары үпкәләп тә маташты әле, Дамир өсөн көрәшмәнең, ярҙам итмәнең, тинеләр. Белмәнеләр шул улар... Улар  белгәнсе тиклем көрәшкәнен белмәнеләр. Алай ҙа беренсе ирен дауаханаға ятҡырырға юлланы, Дамир дауалана башланы.

Икенсе ире менән Алиса Сочиға ялға барғас танышты. Абхазия менән сиктә хеҙмәт итеүсе хәрби ине Алексей. Тик, аралаша торғас, уның ғаиләһе барлығы асыҡланды. «Һин миңә генә кәрәк, айырылышам», – тигән һүҙҙәренә ышанырга тейеш түгеллеген аңлаһа ла, ышанырға теләне. Алексей Ҡазанға, Алиса Сочиға барып, осрашып торҙолар, Алексей айырылышырға ашыҡманы. Алиса быны үҙе лә аңлаған ине инде. Исмаһам, ҡырыҡҡа еткәндә балам булыр тип, шул  ус төбө ҡәҙәр  бәхетенә күнде. Ләкин балаға уҙа алманы...

Һөйгәненә яҡыныраҡ булһын өсөн ҙур Сочиға күсенеп килергә уйлаған ҡатынды Алексей шунда уҡ туҡтатты. «Беҙ  улай  бөтөнләй күрешә алмаясаҡбыҙ», – тине. Инде фатирын һатырға ҡуйған, алырға кеше тапҡан  Алисаның шул ваҡытта ғына күҙҙәре асылды. Аралар өҙөлдө, Алиса Ҡаҙанда ҡалды, балаға уҙа алманы... Бер талпынғас Ҡаҙандың да ҡыҙығы ҡалманы ҡатынға. Ҡасандыр ябай фармацевт булып башлаған еренән дарыухана мөдире дәрәжәһенә күтәрелгән Алиса барыбер ҡаланан китәргә уйланы. Эштән ҡурҡмай ул, белеме, тәжрибәһе бар, фармацевт эшен ҡайҙа ла табырға була. Шулай итеп ҡырҡ йәшендә бәхет эҙләргә тип Мәскәүгә сығып китте Алиса..

Бына бөгөн Ҡазандағы фатирынан бөтә әйберҙәрен йыйып маташа. Был юлы кире уйламаясаҡ инде ул, фатирын һатты. Үҙе матур ғаилә төзи алмаған фатирына балалы йәш ғаилә килһен ине тип теләгән ине, шулай булды ла. Балалар тауышы тынмаҫ был йортта...

Руслан менән аптекала таныштылар. Йөрәктән берәй  дарыу һорап дарыуханаға атылып ингән егеткә дарыуҙы Алиса һайлап бирҙе. Машинала барғанда егеттең әсәһенең хәле насарайған, йөрәге ауырта башлаған. Алисаның атаһы менән дә шундай уҡ хәл булған ине – тел төбөндә кәрәкле дарыуын ҡапҡас, хәл кереп китте. Алай ҙа дауаханала: «Микроинсульт булған, ярай ваҡытында дөрөҫ ярҙам күрһәткәнһегеҙ, аяныслыраҡ булыр ине», – тигән ине шул ваҡытта табип. Алиса Русланға ни эшләргә кәрәген аңлатып, дауаханаға ашығырға ҡушты. Ике көндән дарыухана асылыуға уҡ сәскә бәйләме тотҡан Руслан килеп керҙе...

Русландың әсәһе Резеда апайҙы йәш айырмаһы бик һағайтты. Быға тиклем балаһы булмаған ҡатындан нимә көтөргә? Бының өсөн үҫтермәне бит ул улын. Дауамсылар, матур ғаилә тураһында хыялланды. «Әсәй ҡаршы,  тиң түгелбеҙ ти...» – тип шалтыратты Руслан. «Мин уны аңлайым, тимәк, шулай яҙған», – тине Алиса. Ҡазанға фатирын һатырға ҡайтып киткән сағы ине ҡатындың. Шунан һуң Руслан юғалды, бер көн, ике көн, бер аҙна шылтыратманы. Ә Алиса... Алиса инде фатирын һатҡан, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан тормошон Мәскәүҙә дауам итергә булды. Яҙмыш пар ҡанатын әллә нисә һындырҙы инде, түҙҙе. Түҙәр...

Шереметьево аэропортында чемоданы тартып сығып барған Алисаның күҙе йөҙләгән кеше араһынан таныш йөҙҙә туҡталды. Руслан ине был. Сәскә бәйләме тотып баҫып торған йәш кеше үҙе генә килмәгән. Уны ҡултыҡлап баҫып тороусы ҡатын Резида апай ине. «Алиса, танышыуыбыҙға мин бик шат. Мине ҡотҡарыусы икәнһең бит һин!» – тип, Алисаны ҡосаҡлап алды...

https://syubike.ru/news/otkrovenie/ti-tgel-ul


Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free-photo/depressed-and-hopeless_2911087.htm#query=%D0%B4%D0%B5%D0%B2%D1%83%D1%88%D0%BA%D0%B0%20%D0%B3%D1%80%D1%83%D1%81%D1%82%D0%B8%D1%82&position=2&from_view=search&track=ais">Изображение от rawpixel.com</a> на Freepik

Автор:
Читайте нас: