Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
5 Июнь 2023, 19:39

“Кемгә йыйҙың, балам, был донъяны?..” Нәсимә ӘХМӘТОВА

Уға тиклем дә байтаҡ юғалтыуҙар кисерергә, һынауҙар үтергә тура килде. Әммә бала ҡайғыларының нисек ауыр икәнлеген уны кисергәндәр генә аңлай алыр.

“Кемгә йыйҙың, балам, был донъяны?..”  Нәсимә ӘХМӘТОВА
“Кемгә йыйҙың, балам, был донъяны?..” Нәсимә ӘХМӘТОВА

Ҡайһы саҡтарҙа, күҙемә йоҡо ҡунмай, таң һыҙылғансы уйҙарға бирелеп ятам. Үҙәктәргә үтер ҡайғы-хәсрәттәремде кем менәндер бүлешкем килә лә бит, әммә мине аңлаған кешеләр генә янымда юҡ. Хәйер, һәр кемдең был яҡты донъяла үҙ көнө, үҙ йүне шул, кешелә кешенең эше юҡ.

Берҙән-бер ҡыҙымдың үлеменә ике йыл үтте, әммә һаман тыныслана алмайым. Бигерәк тә тыныс ҡына итеп күктән ҡар бөртөктәре яуған саҡта: Сәймәм тап шундай көндө фани донъя менән хушлашты. Уға тиклем дә байтаҡ юғалтыуҙар кисерергә, һынауҙар үтергә тура килде. Әммә бала ҡайғыларының нисек ауыр икәнлеген уны кисергәндәр генә аңлай алыр. Елдәй ярһып, ер емертеп йөрөгән балаҡайым яман ауырыуға дусар булып, йыл ярым эсендә шәмдәй янып бөттө лә ҡуйҙы. Көндән-көн хәле насарайған балама бер нисек тә ярҙам итә алмауым өсөн йөрәгем әрнене. Ә аҙаҡтан ҡаты һыҙланыуға түҙергә тырышып, тешен ҡыҫып, ҡулындағы ҡулъяулығын сәйнәп ятыуына ла шаһит булырға тура килде.
Ни әйтәһең, үҙендә лә ғәйеп булды: донъя артынан ҡыуып, үҙе тураһында бер ваҡытта ла уйланманы. Кеше менән ярышып донъя көттө. Унлап баш һыйыр малының ағын эш итте, йәй буйы 300-ләп ҡаҙ-өйрәк, унан тыш шунса уҡ бройлер тауыҡ аҫраны, оло баҡса тултырып бәрәңге сәсте, еләк үҫтерҙе. Быларҙың барыһы ла һатыу, килем алыу өсөн ине. Таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем эш тип сапты ла сапты Сәймә, үҙен ҡараманы, һаулығын уйламаны. Район үҙәгендәге баҙарҙа уның тауарын көтөп кенә торалар ине: ризығы тәмле, ҡулы таҙа, тип унан ғына алыуҙы хуп күрҙеләр. “Эй, Нәсимә, ҡыҙың уңған бит! Ҡулынан килмәгән эше юҡ, ҡара тупраҡты гөл итә тип уның кеүектәрҙе әйтәләрҙер. Шәп ҡыҙ тәрбиәләгәнһең!” – тиҙәр ине үҙемә. Бәлки, күҙ ҙә тейгәндер ул тиклем һоҡланыу­ҙарына.
Яҙ аҙағында уҡ: “Әллә ниңә һул яҡлап эсем ауырта”, – тип әйткеләй ине. Әммә дауаханаға барыуҙы һәр саҡ һуҙып килде. Әйтеп тә ҡараным. Донъя эше ҡырылып ятҡанда бушты бушҡа ауҙарып йөрөп булмай инде, тип яуапланы. Көҙгә табан бөтөнләй ашай алмай башланы. Ҡаҙ-өйрәктең аҙаҡҡыларын өмә менән эш иттек тә, дауаханаға ебәрҙек. Оҙаҡ ҡына ятып сыҡты. “Бер йыл ваҡыт бирҙеләр”, – тип йәшермәй әйтте. Дауаланыу юлдарын эҙләй башланыҡ. Сит илдәге ҡиммәтле клиникалар тураһында ишетергә лә теләмәне. Ә бит теләһә, аҡсалары етерлек ине. Ике ҡатлы йорт, ике машина, яңы институтта уҡып йөрөгән улына ла фатир алғайнылар. Ихата тулы техника. “Кем өсөн йыйҙың ул байлыҡты? Һаулыҡ өсөн кәрәккәндә лә тотонмағас, ни бысағыма ул тиклем эшләү?” – тип әйтеп ҡараным, тыңламаны.
Улай ғына ла түгел, дауахананан ҡайтҡас та донъя бөтәйтәм тип тырышты әле. Юлланыр алдынан кейәү ҡустыһы менән ҙурҙан аҡ мунса бураһы әҙерләп ултыртҡайны. Ҡайтҡас та, һүҙгә килешкәндәр. “Айҙан артыҡ өйҙә ҡыл да ҡыбырлатмағанһың. Ҡар ятҡансы эшен тамамларға була бит!” – тип кейәүҙе әрләгән. Ҡатыны ауырығанда уның эшкә күңеле лә төшмәгәндер. Үҙем дә бит ни үле, ни тере тигәндәй йөрөнөм.
Аҙаҡ, бөтөнләй хәлһеҙләнеп түшәккә ятҡас, тағы бер аптыратты.
– Нәйләләр (ике туған апаһы) өйөнә тарттырмалы түшәм эшләткәндәр ине. Эй-й матур! Эшләгән оҫталарының телефонын алып, заказ биргәйнем. Һаман килмәйҙәр. Беҙҙең өй ҙурыраҡ, ҡиммәткә төшөр инде, шулай ҙа эшләтеп ҡуйырға ине, – тип миңә хәбәр һөйләй. Йәнем әрнеүен йәшерә алманым:
– Балам! Ниндәй түшәм тағы? Шул ғына кәрәкме ни һиңә? Һауығып китеп, ғүмерең булһа, бәләкәй генә өйҙә йәшәһәң дә риза булыр инем! Булғанына шөкөр ит!
– Эй, әсәй, мин үлһәм, уны кем эшләтә? Шул килеш ҡала бит ул...
– Ҡалһын!
– Ә мин донъямдың матур булыуын теләйем...
Башҡаса һүҙ көрәштермәнем инде. Март айында вафат булды. Яҙҙың килеүе һиҙелмәй ине – аҙна буйы туҡтамаҫтан ғына ябалаҡлап ҡар яуҙы ла торҙо.
45 йәшкә етер-етмәҫтән фани донъяларҙан китеп барҙы. Ике балаһы етем ҡалды. Ейәнем быйыл институтты тамамлай, ә ейәнсәрем колледжда уҡып йөрөй. Ауылға йыш ҡайталар, миңә лә килеп йөрөйҙәр. Ә Алмас кейәүгә килгәндә...
Уны уйлаһам да, йәнем әсей. Донъяһы етеш, эсмәгән-тартмаған, балалары эш булып килгән иргә ҡыҙығыусылар күп. Сәймәмдең ҡырҡ көнө үтеү менән димселәр аша ла, дуҫ-туғандары аша ла теге йәки был ҡатынды ҡоҙалай башланылар. Бисә-сәсә хәҙер әрһеҙ, үҙҙәре килеп инергә лә күп һорамайҙар.
– Бер йыл үтмәйенсә, ауыҙыңды ла асма! – тинем тәүҙә. Аҙаҡ, йыл тулыуға: – Балаларҙы үгәй ҡулына ҡаратып ултыртаһым юҡ. Тәүҙә уларҙы эйәле-башлы ит, – тип һуҙҙым.
Ысынлап, балалар йәл миңә. Икенсенән, баламдың көсө, һаулығы менән йыйылған донъяға ниндәйҙер сит ҡатындың хужа булып ултырыуын да теләмәйем. Ярай ҙа унда балалар иркенләп ҡайтып йөрөй алһа. Ә бит ишетеп торабыҙ – ҡайһы берәүҙәр артын нығытып ала ла, балаларын, туған-тыумасаларын яҡын да ебәрмәй. Сәймәм рәнйеп ятмаһын, тип донъяһын кесе ҡыҙым, киленем менән бергәләп барып, таҙартып, йыйыштырып торабыҙ. Ике көнгә бер бешергән аш-һыуҙы алып барып торам, магазин ризығы ялҡытып китәлер, тим. Баҡсаһын сәсергә хәлебеҙҙән килмәй, мал-тыуарын да кейәү кәметте. Уға ла яңғыҙ йәшәүе ауыр икәнен аңлайым. Әммә балам донъяһына кеше индергем килмәй. Уның һәр ҡаҙағы, һәр йыһазы хәләл көсө менән табылды.
Хәҙер ҡатындар хәйләкәр, ихлас күңел менән кейәүгә сығыуҙарына ышанмайым. Бер нисә ҡатынды шулай тикшереп тә ҡараным. Сәләм күндереүселәр йышайғас:
– Ул йорт минең исемгә яҙылған. Ирле булғылары килһә, Алмас кейәүҙе үҙҙәренә күсереп алалар инде. Йә яңынан бергәләшеп йорт һалырҙар, – тип яуап сәләме ебәрҙем. Шунда уҡ юҡҡа сыҡтылар.
Кейәү ғүмер буйы яңғыҙ йәшәмәҫ, ҡасан да булһа, өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғатыр. Ҡаршы төшөргә хаҡым да юҡ кеүек. Шуны уйлаһам, ҡыҙым өсөн йәнем әрней. Фотоһына ҡарап йыш ҡына: “Кемгә йыйҙың, балам, был донъяны?” – тип ҡуям. Яуап ҡына юҡ. Ал-ял белмәй сапты ла сапты, донъя артынан ҡыуҙы, аҡса арттырҙы. Ә хәҙер бөтә әйберҙәре ҡалды, үҙе генә юҡ...

 

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас: